Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Йәмғиәт
14 Октября , 10:43

Ҡырымдағы шәп ял

Гәүһәр үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ял итергә барманы. Ауылынан да бик йыраҡ сығып йөрөмәй ул. Яҡындағы ҡалаға йомошо менән барһа ла, “һә” тигәнсе әйләнеп ҡайтырға тырыша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡырымдағы шәп ялҠырымдағы шәп ял
Ҡырымдағы шәп ял

Гәүһәр үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ял итергә барманы. Ауылынан да бик йыраҡ сығып йөрөмәй ул. Яҡындағы ҡалаға йомошо менән барһа ла, “һә” тигәнсе әйләнеп ҡайтырға тырыша. Унда ла бер ҙә аяғы тартмаҫ ине, шул ҡалала уҡыған ҡыҙҙары тип тырышты инде. Бәхетенә, оло ҡыҙы ауылдарына килен булып төштө, хәҙер ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, ейәндәре менән аралашып, гөрләшеп йәшәп яталар. Бына төпсөктәре лә тормошҡа сығып, Ҡырым тигән ярымутрауҙа йәшәп ята. Уҡыуын бөтөргәс, шунда юллама менән ебәргәйнеләр. Ҡуй инде, бер сит милләт кешеһе әйләндерҙе бит башын, ҡалды хәҙер сит ерҙә. Гәүһәр, әллә ҡайҙа ер аяғы, ер башы сит-ят яҡҡа бармайым да, йөрөмәйем дә тигәс, ҡоҙағыйҙары үҙҙәре килеп, ауылса бөтә йолаларын һаҡлап, рәхәтләнеп туй үткәргәйнеләр. Улары ни, эшләмәгәс, оҙон йәй буйы яттылар ҙа ҡуйҙылар. Һеҙҙә рәхәт, ул яңы һауылған һөт, сепараторҙан сыҡҡан йылы ҡаймаҡ, ул баллап ҡына сәй эсеү, ул хуш еҫле мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән миндек менән мунса сабыныуҙары ни тора, тип үлтереп маҡтап, ирәүәнләп йөрөнөләр. Эй, ҡунаҡтарҙың күңелен күрергә йүгереп йөрөнө Гәүһәр, ә инде ире ҡоҙаларын берсә балыҡтың аҫылына, берсә урмандың сәхрәләренә йөрөтөп кинәндерҙе. Ахмалға төштөләр! Балаң бәхете өсөн ни генә эшләмәҫһең!
Быйыл ҡыш шул ҡыҙының улы тыуҙы. Гөлгөнәһе көн дә: “Әсәй, кил дә кил, ейәнеңде күрергә”, – тип өҙлөкһөҙ шылтырата. Ул кейәүе менән ҡоҙағыйҙары: “Беҙҙә Ҡара диңгеҙҙә туйғансы йөҙөп, шифалы һауаһын һулап ҡайтырһығыҙ, парлашып килегеҙ. Диңгеҙ беҙгә яҡын ғына, хатта тулҡындарҙың шауы ишетелә”, – тип саҡырып хәлдәрен алды. Өгөтләй торғас, биреште бит Гәүһәр, “бәрхәт мәле”нә килештеләр. Сентябрь айында ла һыу йылы, көндәр йәмле йәй һымаҡ була икән. Баҡсаһындағы еләк-емешен, йәшелсәһен үҫтереп, компот-салаттарын мөгәрәбенә төшөрҙө, тауыҡ-өйрәктәрен һуйып һыуытҡысын шыпа тултырҙы. Ғүмер эсендә бер диңгеҙгә барырға булғас, шартына килтереп, Өфөгә үк әйберҙәр алырға барҙы. Ҡыйбатлы магазиндарға инеп бер нисә затлы күлдәк, бейек күтәрмәле босоножкиҙар, һуңғы модалы эшләпә алды. Матур итеп кейенеп, ҡаланың асфальт юлынан тыҡылдата баҫып, ейәнемде коляскала диңгеҙ яры буйлап йөрөтөрмөн, кисен театр-концерттарҙа ял итермен, тип хыялланды.
Оҙон юлға ике сумаҙан менән сыҡты, олоһона тыңҡыслап-тыңҡыслап түшкә-түшкә итен, банкаларын тултырһа, бәләкәйерәгенә тәҫләп-тәҫләп яңы кейемдәрен һалды. Ҡыҙы-кейәүе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары поездан ҡаршы алғас, кис буйы килтергән күстәнәстәре менән һыйлап, ҡунаҡ булдылар. Иртән иртүк тороп өйрәнгән Гәүһәр шым ғына торҙо ла аш бүлмәһенә сыҡты. Аяғына йомшаҡ ҡатаһын, өҫтөнә халатын кейҙе, биленә алъяпҡыс быуып, бешеренергә тотондо. Бәлешкә ҡамырын баҫты, ҡоймаҡ ҡойоп алды, һарыҡ итенән былау бешерҙе. Ейәне уянғайны, эргәһендә күгәрсен һымаҡ гөрөлдәне.
– Һуҙылғанда һуйыл буйлы, кирелгәндә кәртә буйы бул, үҫ-үҫ, балам! – тип кирелдереп, һыпырып яратты. Тиҙ генә маный бутҡаһы бешереп әүрәтеп- һөйләштереп ашатты ла, саф һауала уйнатып, кире йоҡларға һалды.
Тәмле еҫкә уянып сыҡҡан балалары өҫтәл тулы ризыҡҡа аптырашып торҙо.
– Әсәй, ни эшләп йоҡламайһың ул? Һин ҡунаҡ та инде, – тине ҡыҙы.
–Ҡәйнәм, берәй кафеға барып ултырыр инек әле, ниңә йонсойһоғоҙ ул? – тип кейәүе ғәжәпләнде.
– Һыйыр ҡыуған ваҡытта йоҡлап ятып буламы ни, балам? Һеҙ бала менән былай ҙа көн оҙоно йонсойһоғоҙ. Мин үҙемсә һыйлайым әле, ял итегеҙ. Әйҙәгеҙ, ризыҡ эҫе сағында тәмле була. Ултырыша һалығыҙ!
Гәүһәр, шулай итеп, көн дә төрләндереп ашарға бешерҙе, йыуҙы, таҙартты. Ҡоҙағыйҙары ла ейәнен күрергә тигән булып, иртүк килеп, көнө буйы ашап-эсеп ултырҙы. Баланың балаһы балдан татлы, тип дөрөҫ әйтәләр икән, ейәненә төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешереп кинәндерҙе. Уның көн дә бер һөнәр арттырыуына, геүелдәп һөйләшеүенә шатланып, һанаулы көндәре үтеп торҙо.
Ҡайтыр көндө сәй эсеп ултырһалар, кейәүе Гәүһәрҙең тос ҡына сумаҙанын күтәреп килеп сыҡты.
– Ҡәйнәм, быныһын бушатырға онотҡанһың бит! Күстәнәстәрең боҙолоп ятмаһын!
Гәүһәр аллы-гөллө күлдәктәрен сығарып: “Бына быныһын театрға барғанда, был сарафанды Алмас менән йөрөгәндә, эшләпәмде диңгеҙҙә һыу ингәндә кейермен тигәйнем”, – тип, карауатҡа һуҙып һалды.
Шул саҡта ун көн эсендә бер тапҡыр ҙа диңгеҙгә бармағандары, әсәһенең тел йоторлоҡ аштарын ашап, ҡунаҡ һымаҡ ултырыуҙары иҫенә төштө. Барыһы ла “аһ” итеп ҡыҙарышты, Гәүһәргә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәнеләр.

Гөлназ ҒӘбитова.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/man-cooking-pasta-spaghetti-home-kitchen_9511152.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас