

Элек өләсәйемдең: “Ҡартлыҡ бәхете бир, Раббым!” – тип доға ҡылыуына аптырап ҡуя инем. Ҡартлыҡта нимә ул, йәш саҡта, бына хәҙер бәхет кәрәк, тип бәхәсләшеп тә китә инем. Әле килеп аңлайым: бала саҡта, йәшлектә, урта йәштәрҙә нисек булһа ла матурлыҡҡа ынтылып, бәхетте татып йәшәйһең икән ул. Ниндәйҙер ауыр хәлдәр тыуғанда ла төҙәтергә, тормошто яңынан башларға була. Ә аҙаҡ, ҡартайғас, барлыҡ гонаһтарға йәки сауаптарға түләр мәл килеп етә, һәм үткәндәрең һине йә бәхетле, йә бәхетһеҙ итә...
Үҙемде үтә ҡарт тип әйтә алмайым: миңә 52 йәш. Әммә ҡартлыҡта яңғыҙлыҡ, үкенесле, бәхетһеҙ көндәр көткәнен яҡшы беләм. Һәм быға бары тик үҙем ғәйепле. Сөнки заманында мөхәббәт тип, ҡорған ғаиләмде емерҙем. Ә хистәр нисек кенә ҡайнар булмаһын, ҡасан да булһа бер килеп һүрелә икән. Тик ҡулдан киткән бәхетте генә кире ҡайтарып булмай.
12 йәштән дуҫлашып йөрөгән күрше малай Рәмис менән ғаилә ҡорҙоҡ. Ғүмер буйы аралашып йәшәгәс, миңә унан да яҡын кеше юҡ кеүек ине. Мәктәп, урам, клуб – һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Ике арала ҡапҡа ябылманы: ата-әсәләр аралашты һәм беҙгә лә буш ваҡытта бер-береҙгә инеп ултырыу ғәҙәти күренеш булды. Рәмис әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, миңә 18 генә йәш булыуға ҡарамаҫтан, никах уҡытырға булдыҡ.
Бик матур йәшәй башланыҡ. Ирем эсмәй, тартмай, сит ҡатындар артынан сапмай. Туйҙан һуң Сибай ҡалаһына күскәйнек, шунда уҡ эшкә урынлашты. Торлаҡ яғын да хәстәрләй һалды. Ә ҡыҙыбыҙ Әлиә тыуғас, ул бигерәк тә һөйөндө. Мин йәшләй кейәүгә сыҡҡас, район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға ғына уҡып өлгөрҙөм. Сибайҙа һөнәрем буйынса эш табылманы, өйҙә ултырҙым.
Кейәүгә сығыуыма 15 йыл тирәһе ваҡыт үткәс, миндә ниндәйҙер депрессия башланды. Тормошом күңелһеҙ, мәғәнәһеҙ тойолдо. Дауаланып ҡараһам да, икенсегә бала таба алманым. Иҙән йыуыусы, һатыусылыҡтан башҡа эш табылманы, ә уларға үҙемдең барғы килмәй ине. Иң үкендергәне – йәшлегемдең бушҡа үтеүе. Класташ ҡыҙҙарым менән осрашҡанда, улар үҙҙәренең студент йылдарындағы мажараларын, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөүен һөйләй. Концерттарға, спектаклдәргә йөрөгәндәр, кафеларҙа күңел асҡандар. Имтихандар мәлендә “икеле” алып илауҙары ла миңә татылмаған рәхәтлек кеүек тойолдо. Ә мин уларҙың барыһынан да мәхрүм ҡалғанмын. Хатта кейәүге сығыуыма ла үкенә башланым. Мин бит Рәмистән башҡа берәү менән дә аралашманым, күрмәнем. Бер-беребеҙгә ялҡынлы мөхәббәттә аңлашманыҡ, сәскә-бүләктәр ҙә булманы. Ә ҡыҙҙар өсөн егеттәре һуғышҡан, ниндәйҙер батырлыҡ ҡылған, мөхәббәтен иҫбатлаған. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшкән саҡта ауыл һайын тигәндәй егеттәре булған.
Шулай уйланып йөрөй торғас, мин нисектер үҙ тормошомдо яңылыш юлдан алып киткәнмен кеүек тойола башланы. Иремә ҡарата бөтөнләй һалҡынайҙым. Үҙе лә аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ холоҡло ине шул.
Бер шулай йәйгелеккә ҡыҙым менән ауылға ҡайттыҡ. Көн һайын апайым менән балаларҙы эйәртеп күлгә һыу инергә төшәбеҙ. Бер көндө яр буйында табын ҡороп ултырған йәш егеттәр беҙгә нимәлер, тип һүҙ ҡушты. Шаярышып яуап бирҙек тә, танышып киттек. Икенсе көндө тағы ла осраштыҡ. Альфред тигәне Әлиә ҡыҙыма: “Апайың бигерәк сибәр. Ә һин уға оҡшағанһың”, – тип миңә ымланы. Уныһы: “Комплиментың миңәме, әллә уғамы? Тик апайым түгел, әсәйем ул минең”, – тип яуапланы. “Нисек әсәйең? Мин уға ни бары 25 йәш тип уйлағайным”, – тигәс, күңелем күтәрелеп китте. Йәш егеттән маҡтау һүҙҙәре ишетеү нисектер рәхәт ине.
Альфред башта минең менән артыҡ аралашманы. Әлиәгә ғашиҡ икән тип уйланым. Ни тиһәң дә, оҙаҡламай 16-һын тултырасаҡ сибәр ҡыҙ бит. Әммә бер көндө егет башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡулыма хат тотторҙо. Кискеһен, бер кем дә булмағанда, ошо урында осрашырға саҡырған ине.
Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр романтик осрашыу булды ул кистә. Шампан шарабы, ай-йондоҙҙар, ғашиҡ булыуы тураһында матур һүҙҙәр, матур гөлләмә һәм татлы үбешеү. Яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан йәш егеттең һөйөү һүҙҙәрен етди ҡабул итмәнем. Мөнәсәбәттәр дауам итер тип тә уйламаным. Тик беҙ тәүҙә йәй буйы осрашып сыҡтыҡ. Аҙаҡ Альфред, миңә яҡыныраҡ булһын өсөн, беҙҙең ауылдағы эшен ташлап (яңы Турбаза төҙөлөшөндә ине), Сибайға күсенде. Шулай итеп, мин 36 йәшемдә 21 йәшлек егет менән бәйләндем.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Минең “һулға” йөрөүемде туғандарым да, ғаиләм дә, дуҫтарым да белде. Кемеһелер һоҡланды (“Ҡара әле, шундай егеттең башын әйләндерерһең тип уйламағайным”), кемдер ышанманы (“Моғайын, ҡыҙыҡ күреп шаяртаһығыҙҙыр”), кемдер айырылышыуҙы көттө (“Йәш егет уйнай ҙа, китә инде”). Әммә әрләүселәр, һүгеүселәр күберәк булды. Ирем белеү менән айырылыуға ғариза яҙҙы һәм, йортто беҙгә ҡалдырып, сығып китте. Иң ауыры әсәйемдең минең менән араны өҙөүе булды.
– Ауылда кеше күҙенә күренерлек хәлем ҡалманы, барыһы ла һине һөйләй. Ҡарт көнөмдә йөҙөмдән көлдөң! Ғүмер буйы күрше йәшәгән, дуҫ булған ҡоҙағый алдында оятлы иттең. Башҡаса ҡайтып йөрөмә. Ерләргә ҡайтырһың, оҙаҡ тормам. Йөрәкте бөтөрҙөң... – тине ул миңә.
Альфред бергә йәшәү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Әлиә уның ҡуртымға алған фатирына күсеп барырға риза булманы, беҙҙең йортта йәшәүен дә теләмәне. “Ул килһә, мин колледждың дөйөм ятағына күсәм!” – тигәйне. Артабанғы алты йыл һөйгәнем менән осрашып йөрөп кенә үтте. Уға, ваҡыт үтеү менән, нығыраҡ эҫендем. Уның мине яратыуын белһәм дә, оло булғас, үҙ-үҙемә ышанысым юҡ ине – йәш ҡыҙға ғашиҡ булыр, үҙ тиңенә өйләнер тип ҡалған ғүмерҙе ҡурҡып үткәрәм. Әлиә Өфөгә юғары уҡыу йортона китте, эшкә урынлашты. Шул мәлдә һөйгәнем кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтты. Улар үҙҙәренең ризаһыҙлығын йәшермәне.
– Быға тиклем беҙҙе тыңламаны, йөрөнө. Артабан да шулай йөрөгөҙ, йәшәгеҙ. Туғандарҙы туйға йыйып, олоғая барған кәләшен күрһәтеп ултырмайбыҙ инде. Никах уҡытыуҙан да фәтүә күрмәйем: инде алты йыл буйы зина ҡылаһығыҙ. Ғаилә боҙоп, ҡылыр гонаһтарҙы ҡылып бөттөгөҙ бит инде. Беҙ ейән-ейәнсәрҙәр ҡарарбыҙ тип өмөт итә инек. 40 йәштән үткәс, беҙҙе ул бәхеттән дә мәхрүм иттегеҙ була инде...
Өҫтөмә йыуынты һыу ҡойғандай булды. Шул көндө үк кире ҡайтып киттек. Юл буйына иланым.
Альфредҡа бала таба алманым, ә Әлиә һирәк ҡайта. Башлыса ялдарҙа ауылға, өләсәләре янына ҡайта. Беҙҙең аралашыу телефонда ғына. Дуҫлашып йөрөгән егете бар, ауылға ике тапҡыр бергә ҡайтҡандар. Әммә минең менән таныштырырға теләмәй. Альфред менән йәшәүемдән оялалыр, тип уйлайым.
Мөхәббәт менән йәшәү рәхәт, әлбиттә. Әммә хистәрем миңә күптән инде шатлыҡ, бәхет бүләк итмәй. Һөйгәнемде урамдағы һәр ҡыҙҙан көнләшәм. Йоҡлаған саҡта телефонын, социаль селтәрҙәге диуарын тикшерәм. Ә үҙем уға бергә төшкән фотоларҙы ҡуйыуынан тыям: унан оло булыуымды бер ниндәй косметика ла йәшерә алмай. Һуңғы йылдарҙа уның ҡасан да булһа мине ташлап китерен белеп, шул көндөң килеренән ҡурҡып йәшәйем.
Ул һаман да мине ярата кеүек: байрам һайын гөлләмәләр алып ҡайта, байрамдарҙа матур табын ҡорабыҙ, икәү бергә ял итергә йөрөйбөҙ. Әммә ул 45 йәшлек матур, дәртле ир ҡорона ингән саҡта, мин инде 60 йәшлек әбей буласаҡмын. Минең менән йәшәргә теләмәйәсәк, йәшәгән хәлдә лә “һулға” йөрөйәсәк. Ул саҡта мин донъялағы иң бәхетһеҙ кеше булып, япа-яңғыҙ йәшәйәсәкмен.
Тормоштағы оло хатам өсөн шундай күңел ғазабы менән хаҡ түләйем хәҙер. Рәмис менән йәшәгәндә мөхәббәт булмаһа ла, киләсәккә ышаныс менән йәшәнем. Хәҙер хистәр ташып торһа ла, иртәгеһе көндә нимәләр көтөүен белмәйем...
Вилиә ШӘВӘЛИЕВА.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/adult-woman-stressing-out-home_11198897