Журналдың тоғро дуҫтарына эс серемде асып һалырға ниәтләйем. Утыҙ ике йәштәмен. Ғаилә менән республикабыҙҙың ҙур булмаған ҡалаһында йәшәйбеҙ. Ауыҙ тултырып ғаилә тип һүҙ йөрөтөүем, бәлки, урынлы ла түгелдер. Кем әйтмешләй, тормош иптәшем менән “бергә торабыҙ, айырым йәшәйбеҙ”. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был хаҡта хатта иң яҡын дуҫтарыма ла мәғлүм түгел. Барыһы ла беҙҙе ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә уртаҡлашҡан, кистәрен күмәкләшеп сәй табыны артында гөрләшкән ғәп-ғәҙәти, татыу, бәхетле ғаилә тип ҡабул итә. Дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырһа, йөҙөбөҙгә яһалма йылмайыу сығарып, һис ни булмағандай бергәләшеп барабыҙ. Юҡ, һәр саҡ шулай йәшәйбеҙ тип әйтә алмайым. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән булғылап ала бындай хәлдәр (бергә тороп, айырым йәшәү осрағын күҙ уңында тотам).
Бындай аңлашылмаусанлыҡтың сәбәбе ниҙә, тиерһегеҙ. Был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмаҫмын төҫлө. Ирем һулға йөрөй тиер инем, бер кем менән тотҡаным юҡ. Шулай ҙа өйгә ҡунырға ҡайтмаған осраҡтары йыш ҡабатлана, әммә мин ғәҙәттә ҡайҙа йөрөнөң, төндө кем менән үткәрҙең, тип төпсөнмәйем. Ә ул уның һайын шаша. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙә үҙемде артыҡ тыныс тотоуым, үҙен аҙ ғына булһа ла көнләшмәүем өсөн үпкәләгән саҡтары ла булғылай. Эйе, мин һәр ваҡыт еңел кисермәнем бындай хәлдәрҙе. Төндәр буйына керпек ҡаҡмай илап сыҡҡан, ғауға ҡуптарған мәлдәрем дә булды. Әммә ваҡыт үтеү менән барыһын да шулай тейештер тип ҡабул иттем. Ә ул бер нисә көн ситтә йөрөгәндән һуң, һис ни булмағандай, өйгә ҡайтты. Артабан оҙаҡ ҡына ваҡыт дауамында уның менән бөтөнләй һөйләшмәйем. Сөнки күңелем ҡата. Шулай ҙа һәр саҡ ауыҙ бүлтәйтеп үпкәләп йөрөп булмай, ваҡыт үтеү менән йәнә татыулашабыҙ. Уның сираттағы юғалып тороуына саҡлы...
Беҙҙе нимә берләштерә һуң? Мөхәббәтме? Түгелдер. Балалармы? Бәлки. Улар хаҡына тип түҙәбеҙме, әллә тормошто үҙгәртергә ҡурҡабыҙмы – айырылышырға ашыҡмайбыҙ. Ул турала әленән-әле һүҙ сыға, әлбиттә. Әммә аныҡ ҡарарға килә алмайбыҙ. Ҡайһы бер таныштарыма уның менән араларҙы өҙөргә, йәғни ғаиләне тарҡатырға ниәтләүем хаҡында әйтеп һалһам, ашыҡмаҫҡа кәңәш итәләр. Бер өлкән йәштәге хеҙмәттәшем хатта: “Айырылған ҡатын мөһөрөн йөрөткәнсе, ирле килеш ирһеҙ йәшәүең хәйерлерәк. Бына минең һымаҡ”, – тип аҡыл бирҙе. Хәйер, үҙем дә ирле килеш ирһеҙ йәшәгән ҡатын кеүекмен ҡай саҡ. Шулай ҙа ғүмеремдең ахырынаса ошолай йәшәргә тимәгәндер бит инде? Минең дә бәхетле булырға хаҡым барҙыр?!
Артабанғы тормошомдо нисек ҡорорға, тигән һорау менән күрәҙәселәргә лә мөрәжәғәт иткеләнем. Кемгә генә барма, һәммәһе лә: “Түҙ, был эштең ахыры хәйерле булыр”, – ти. Ә мин ошолар хаҡында ишетәм дә тынысланам. Бәхетле мәлдәр етерен көтәм. Дөрөҫ эшләйемме икән? Кәңәштәрегеҙ менән ярҙам итһәгеҙсе, дуҫтар!