Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
24 Декабрь 2018, 14:17

Алма ағасынан йыраҡ төшә..

Сәләм, Йөрәк сере! Яҙа торғандарым оҙон ғына буласаҡ инде... «Алма ағасынан йыраҡ төшмәй» тигәндәре менән бик килешеп бөтмәйем. Ошо темаға Интернетта ла постар сығып тора, уларҙы уҡыйым да, бала сағыма, йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булам... Күҙҙәге йәштәрем кипкән, ә күңел төбө – тулы күҙ йәше барыбер…

Сәләм, Йөрәк сере!


Яҙа торғандарым оҙон ғына буласаҡ инде...
«Алма ағасынан йыраҡ төшмәй» тигәндәре менән бик килешеп бөтмәйем. Ошо темаға Интернетта ла постар сығып тора, уларҙы уҡыйым да, бала сағыма, йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булам... Күҙҙәге йәштәрем кипкән, ә күңел төбө – тулы күҙ йәше барыбер…
Хәйер, баштан һөйләйем әле. Ғаиләлә беҙ өс бала: апайым, ағайым һәм мин, иң бәләкәсе. Бала сағыбыҙ бәхетле үтте тип әйтеп булмай. Атай менән әсәй айырылышҡанда миңә ике генә йәш тулған.
Атайым – уҡытыусы, ә уның атаһы ул ваҡытта совхоз председателе ине. Уф, ул ваҡытта аяҡ аҫтымда ер ишелеп төштөмө, аяҙ көндө йәшен йәшнәнеме ни, түгелеп иланым. Хәҙер генә көлөп иҫкә алам.
Ташлашһаҡ та, артынан йөрөп ҡараным, ысын мәғәнәһендә йүгерҙем. Юҡ, егетем ныҡ торҙо әйткән һүҙендә. Үҙенең минән башҡа йөрөгән ҡыҙы ла булманы, хәйер, кем белә…
Уҡыуҙы ҡыҙыл дипломға тамамлап, кейәүгә сыҡтым. Ике балаға ғүмер бирҙем, Аллаға шөкөр, донъям түңәрәк. Иптәшем шул тиклем һәйбәт кеше, эсмәй, тартмай, эштән ҡурҡмай, ҡулдары – алтын. Ғаиләм, балаларым тип өҙөлөп тора. Ҡәйнәм һәм ҡайнымдан да уңдым, һәйкәл ҡуйырлыҡ кешеләр. Мине теге егетемдең һүҙҙәре уҡырға ла, йәшәргә лә гел сәмләндереп торҙо, бәғзеләрҙең “хәйерсе балаһы” тип бармаҡ төртөп көлөүҙәре лә бер ваҡытта ла күҙ алдынан китмәне. Хәйерсе түгел икәнебеҙҙе, ҡай берәүҙәрҙән былайыраҡ итеп уҡый һәм донъя көтә алғаныбыҙҙы ҙур хәрефтәр менән ИҪБАТ итә алдыҡ.
Ә теге тәүге мөхәббәтемә килгәндә... Бер Сибайға барғанда осраттым мин уны урамда. Һөйләшеп торҙоҡ. “Бәхетле икәнеңде күҙҙәреңдән күрәм, - тине ул. - Бәхетле булырыңа тамсы ла шикләнмәгәйнем. Өйләндем, тик бала бәхете бирмәне беҙгә Хоҙай. Атайым менән әсәйем һине һәр ваҡыт һораша, күрһәң, сәләм әйт, тиҙәр. Кеше һүҙен тыңлап, юҡҡа рәнйеттем, хәҙер шуға ныҡ үкенәм. Ваҡытты кире бороп булһа икән! Бәлки, ғәфү итерһең дә, өр-яңынан тормош башларбыҙ? Һин иптәшеңдән айырыл, мин – ҡатындан”, - тип ҡыҙып-ҡыҙып хыялға бирелә башланы был... “Бер теленгән икмәк кире ялғанмай. Бөркөтөмдө турғайға алыштыраһы түгелмен. Хуш!!!” - тип китеп барҙым. Был хәлдән һуң әллә нисә шылтыратты, тегенең татлы һүҙҙәренә бирелмәнем, ҡаты һөйләштем. Башҡаса шылтыратма, осрашыу эҙләмә, тинем. Һуңға табан бөтөнләй яуап бирмәнем, шулайтып биҙҙерҙем тегене.
Бының менән нимә әйткем килә: бөтә нәмә лә кешенең үҙенән тора. Алма ағасынан йырағыраҡ та тәгәрәп китергә мөмкин, бар алмалар ҙа ағас төбөндә өйөлөп ятмай бит. Бына ҡасандыр беҙ ҙә, апайым, ағайым һәм мин, бәхетле булырға, атай-әсәй юлын ҡабатламаҫҡа, күргәндәребеҙҙе балаларыбыҙға күрһәтмәҫкә һүҙ бирешкәйнек. Аллама мең шөкөр, һәр ҡайһыбыҙ юғары белемлебеҙ, ғаиләбеҙҙә икешәр бала үҫә, машина, фатир, өйҙәребеҙ ҙә бар. Өләсәйебеҙ менән олатайыбыҙға меңдән-мең рәхмәттәр уҡып ҡына торабыҙ. Ғөмүмән, урыҫтар әйтмешләй: “Мы все как карандаши: каждый рисует свою судьбу – один ломается, другой тупит, а кто-то затачивается и движется вперед”.

Хәтирәләр менән 30 йәшлек ҡатын бүлеште.


Читайте нас: