Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
6 Февраль 2019, 13:56

Именлек – ҡыҙҙар ҡулында

Урамдан үтәм... Яланғастар, яланғастар... Береһенә ҡараһаң, күҙ бүтәндәргә лә күсә... Аяҡ остарына төбәлеп атлау ҙа ҡыйын... Шунан күңел болғана башлай... Әллә эҫелектәнме?

Һаумы, Шоңҡар!

Мин утыҙға етеп килгән ир, өйләнгәнмен, ике ҡыҙым үҫә. Аралашып, белеп йөрөйөм, минең кеүек фекерлеләр күп кенә. Бөтәһе лә һарыҡ кеүек көтөү ҡайһы яҡҡа йүнәлә - шунда ыңғайламай икән. Тик, уйҙарын матбуғат биттәренә генә сығармайҙар. Ә мин яҙмай булдыра алманым. Сөнки яҙасаҡ проблема менән көн һайын осрашырға тура килә. Йәй еткәйне – бигерәк тә.
Бөгөн ғаиләләр күп тарҡала, атайһыҙ балалар тыуа, теләһә ниндәй венерик сирҙәр арта тип саң ҡағабыҙ. Быларҙы кәметеү өсөн көрәшеп ҡараған булабыҙ, трибуналарҙа һүҙ бутҡаһы бешерәбеҙ. Файҙаһы юҡ. Сөнки был проблеманың орлоғо ҡайҙа ята икәнен белмәйбеҙ. Ә минеңсә, ул беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ята. Яланғас ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа.
Урамдарҙан кендеген, ярты күкрәген, ярты янбашын күрһәтеп үткән заттарҙа. Бот төбөн дә ҡаплар-ҡапламаҫ итәк йә шорты,йә кәүҙәнең бөтә нескәлектәрен белендереп, һылашып торған салбарлы, үтә күренмәле кофталы ҡыҙҙарҙы яланғас тип әйтмәү мөмкин түгел. Бер сере лә юҡ, бөтә нәмәһе күренеп тора. Ә ир заттары йөрөй баһалап: кемеһенеке ниндәйерәк формала. Тыныс ҡына йөрөй тип уйлайһығыҙмы уларҙы? Юҡтыр, төрлө-төрлө уйҙары тыуалыр. Тәбиғи теләктәре уяна, валлаһи.
Халҡыбыҙҙың матур-матур мәҡәлдәре бар. «Ҡыҙыңды ҡырҡ ерҙән тый”, “Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй”, «Ҡыҙым ҡылығы менән һөйҙөрөр” һ.б. Бар именлек ҡатын-ҡыҙҙан тора икәнлеге быуаттар буйы һыналған бит. Ылыҡтырғыс, ымһындырғыс итеп кейенгән ҡыҙҙың бар ҡиәфәте “мин һинеке була алам” тип ҡысҡырып тора түгелме? Шунан хыянатсыл ирҙәр ҡайҙан барлыҡҡа килә тип аптырайҙар. Яланғас ҡыҙҙар арҡаһында һуғып алған йә үтә хисле, психикаһы йомшағыраҡ ир көсләүсе енәйәтсегә лә әйләнеп ҡуя инде. Был ике осраҡта ла венерик сирҙәргә юл асыҡ.
Урамдан үтәм... Яланғастар, яланғастар... Береһенә ҡараһаң, күҙ бүтәндәргә лә күсә... Аяҡ остарына төбәлеп атлау ҙа ҡыйын... Шунан күңел болғана башлай... Әллә эҫелектәнме? Бына бер саҡ күҙҙәремдең рәхәтләнгәнен тоям. О, ниндәй тыныс. Килешле оҙон итәк, ең остары ҡул суҡтарына саҡлы етә яҙған блузка. Уға ысын мәғәнәһендә һоҡланып ҡараным.
Теләгем шул: ҡатын-ҡыҙ иң нескә урындары - янбаш, күкрәк тирәләрен белендермәһен, күрһәтмәһен, эсен асмаһын, аяҡтар, хатта беләктәр ҙә ябыҡ булһын. Башҡорт милли кейемендә, ғөмүмән, бөтә милләттәр кейемдәрендә лә тиерлек ошо урындар ябыҡ. Был да уйландырмаймы икән?
Тағы бер теләгем бар: ҡатындар өйҙә үҙ ирҙәре өсөн матур кейенеп йөрөһөн ине. Өйҙә (ҡунаҡ килмәгән ваҡытта, әлбиттә) асыҡ, ҡыҫҡа күлдәк-итәктәр ҙә ярай. Сөнки һиңә законлы ирең генә ҡарай. Тыштағы ярым-яланғас заттарҙан күҙе ҡамашып ҡайтыуына ҡатыны аш еҫе һеңгән халатта, биҙәнмәгән килеш, сәсе лә туҙып йөрөй икән, әлеге лә баяғы үрҙә әйтелгән хыянатҡа юл асыҡ. Ә урамға тотанаҡлы кейенеп сығыуын талап итегеҙ. Бүтәндәрҙе гонаһлы уйҙарға тарытып йөрөмәһен.
Ҡыҙҙарым үҫә. Мин уларҙың да кемдәрҙеңдер күҙҙәре ҡапшауы аҫтында йөрөүен теләмәҫ инем.
Көнбайыш фильмдарында тәрбиәләнгәндәр, көтөүгә генә эйәреп «үҙ фекерһеҙ” булғандар минең яҙғандарыма ауыҙ ҡыйшайтып ҡына ҡуйыуы ла ихтимал. Хыянатты тәбиғи, ғәҙәти нәмә һанағандар ай-һай күп бит. Быны хатта ниндәйҙер батырлыҡҡа ла тиңләйҙәр. Кемдер минән көләсәк. Ир була белмәйем, йәнәһе. Ебегән, бешмәгән ир. Өҫтөнлөклө хәлеңде файҙалана белмәйһең һ.б. Әллә ориентацияң икенсеме? Былайтып уйлау хәҙер модала бит. Кеше нимә уйлар икән тип ҡурҡып йәшәүҙән ни мәғәнә?
***
Эштәге бер-ике ирҙең тәмәке көйрәтә-көйрәтә: “да, лето приближается... женщины начали оголяться...” тип һөйләнеп торғанын ишеттем дә, бер генә нәмә өсөн ҡыуанып ҡуйҙым – ярай әле ундай «женщиналар” араһында минең ҡатыным юҡ. Һәм ҡыҙҙарым да булмаҫ тигән өмөттәмен. Тағы кемдәр булмаҫ икән?
P.S: Үҙәк каналдарҙағы «Снимите это немедленно”, “Модный приговор” тапшырыуҙары, “Гламур”, “Мини” кеүек ялтырауыҡ журналдар күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ яланғасланыуын матурлыҡ тип тылҡый. Уларҙы хаҡлы һанап, эйәреүселәр бар – шуныһы аяныс. Улар мосолман да, башҡорт та түгел бит – ошо күҙлектән ҡарап ҡына ла уйланайыҡ әле. Һарыҡ кеүек көтөүгә эйәрмәйек инде.

Айнур атлы уҙаман.

Читайте нас: