Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
11 Март 2019, 13:23

Ҡапҡанға баҫҡан балалар

Һәр баланың да бала сағы бәхетле булмай шул. Яҙмыш әҙәм балаһына аяуһыҙ, һис кемде лә йәлләмәй. Иҫке кейемлеләрҙең кемеһенеңдер ата-әсәһе “йәшел йылан” менән дуҫтыр. Уларҙың балаларын бер кем дә яҡламай, улар тураһында бер кем борсолмай.

Ғәҙәти көн. Саф һауа һуларға тип урамға сыҡтым. Сәстәремде иркәләп, талғын ғына ел иҫә. Юл аша урынлашҡан балалар ҡаласығына ыңғайланым. Эскәмйәгә ултырҙым. Балалар сырылдашып уйнай, ҡояш нурҙары уларҙың күҙҙәрен ҡамаштыра.


Кескәйҙәргә ҡарап ултырып, үҙемдең бала сағым күҙ алдымдан йүгереп уҙҙы. Көндәр буйы урамда уйнауҙар, йырғанаҡтарҙа кәмә йөҙҙөрөүҙәр... Күңелле бала саҡ хәҙер артта, уға инде бер ниндәй һуҡмаҡтар алып бармаҫ... Көрһөнөп, бәләкәстәрҙе күҙәтеүемде дауам иттем. Төрлөһө бар: кемеһелер сағыу, ҡиммәтле кейемдәр кейгән, ә ҡайһы берҙәренеке иҫке генә…

Һәр баланың да бала сағы бәхетле булмай шул. Яҙмыш әҙәм балаһына аяуһыҙ, һис кемде лә йәлләмәй. Иҫке кейемлеләрҙең кемеһенеңдер ата-әсәһе “йәшел йылан” менән дуҫтыр. Уларҙың балаларын бер кем дә яҡламай, улар тураһында бер кем борсолмай. Үҙеңдең кәрәкмәгәнлегеңде белеүҙән дә ҡыйыныраҡ нәмә юҡтыр. Ә урам буйында үҫкән балаларға икеләтә ҡыйын. Әммә улар бирешмәй: үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Йәшәргә урын йүнләү, йән аҫрарлыҡ аҙыҡ, кейем табыу анһат ҡына түгел шул.

Һәр урамдың яҙылған ҡағиҙәләренән башҡа яҙылмағандары ла байтаҡ. Өйҙән сығып киткән баланы урамда ҡалъя әҙерләп көтөп тормайҙар: күптәре насар ҡулдарға эләгә. Наркотик, иҫерткес эсемлектәрҙән, әхлаҡһыҙ тормоштан туйып, өҫкә үрмәләүселәр генә һирәк. Әммә улар юҡ түгел, шуныһы һөйөндөрә.

Мин бер егетте беләм. Айраттың бәләкәй булһа ла үҙ фирмаһы, фатиры, машинаһы бар.

Ул эсергә яратҡан Айнур менән Венераның ғаиләһендә тыуа. Бәләкәй Айраттың ас килеш үкһеп илап йоҡлап китеүҙәре… Малай ете йәшкә ҡәҙәр күршеләр ҡарамағында үҫә. Аҙаҡ уларҙың хәстәре менән Айратты балалар йортона урынлаштыралар. Ата-әсә быны белдеме икән? Ай-һай, юҡтыр. Бәлки, артыҡ тамаҡтан, артыҡ йөктән ҡотолоуҙарына шатланғандарҙыр ғына.

Малай балалар йортонда ун йәшкә тиклем тәрбиәләнә. Ятһа ла, торһа ла яҡындарын бер минутҡа ла башынан сығармай. Уларҙың оҙаҡламай килеп аласағын һөйләп йөрөй. Һаман килмәгәс, хаттар яҙа, яуап хаты булмағас, ваҡыттары юҡ, эшләйҙәрҙер, тип үҙ-үҙен йыуата. Ҡан тарта тиеүҙәре шулдыр. Ниндәй генә булмаһын, бала барыбер ата-әсәһенә тартыла.

Айрат Борис исемле урыҫ малайы менән дуҫлашып китә. Уға гел ата-әсәһен яратыуын, улар янына ҡайтҡыһы килеүен һөйләй. Борис – ата-әсә наҙын күрмәгән бала. Атаһы кеше үлтереп төрмәгә ултырғас, әсәһе аҫылынып үлгән. Шул көндән алып малай балалар йортонда. Шуға күрә Бористың дуҫы һөйләгән татыу, матур ғаиләне күргеһе килә. Уларға барыуын күҙ алдына килтерә. Һөйләшеп ята торғас, бер көн улар ҡасыу планын уйлай. Икенсе көнгә паркка йөрөргә сыҡҡанда ике малай тәрбиәселәрҙең күҙенән юғала.

Айрат дуҫы менән тыуған йорт тупһаһына аяҡ баҫа. Ҡабат ғәзиздәрен күрәсәге малайҙың йөрәген дәртләндерә. Нисәмә йылдар көткән осрашыу... Йөрәге шатлығынан дөп-дөп тибә, әйтерһең дә, күкрәгенән һикереп сығырға уйлай. Быны Борис та һиҙгәндәй, малайҙар бер-береһенә ҡарап йылмайып ҡуя.

Ихатала бер кем юҡ. Айрат дәртле атлап, йүгереп тигәндәй өйгә инә. Дуҫы ла ҡалышмай, артынан эйәрә. Ата-әсәһе әүәлгесә иҫерек, иҙән тулы шешәләр, өйҙә һаҫыҡ еҫ. Бер аҙ сирҡанып баҫып торһа ла, һағыныу хисе көслө була. Айрат өҫтәл янында ултырған әсәһен барып ҡосаҡлай, ә әсә йөрәге күптән улына ҡарата таш... Әсә уны танымай, күҙҙәрен аҡайтып, аңлайышһыҙ һүҙҙәр һөйләп улын этеп ебәрә. Атай кешегә лә “ике донья – бер мөрйә”, хушһыҙ йоҡлап ята. Малай атаһына барып, уны уятырға тырыша. Әммә уныһы нимәлер мығырлап, артына уҡ әйләнеп ята. Айраттың күҙенә йәштәр килеп тығыла. Ошо осрашыуға бағлаған өмөттәр селпәрәмә килә. Оҙаҡ ҡына шулай ултырғас, малай йүгереп сығып китә.

Борис Айратты нисек йыуатырға, ни тип әйтергә лә белмәй. Ғәзиз дуҫын рәнйетеүселәрҙе эстән генә әрләп бара. Ситтән ҡарағанда улар һауанан ҡанаты имгәнеп осоп төшкән ҡошсоҡтарҙы хәтерләтә. Һәр кем үҙ уйына бирелеп юл буйлап атлай. Дуҫы менән урам ҡыҙырып йөрөй торғас, бер белдереү күреп ҡалалар. Машина йыуырға эшкә саҡырыу ҡағыҙы була ул. Оҙаҡ уйлап тормайҙар, шунда юлланалар. Йәшәргә урын, ваҡыт үткәрергә эш һәм ашарға аҙыҡ табыла. Әҙ-мәҙ булһа ла аҡсалата эш хаҡы түләйҙәр. Малайҙар үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. “Ҡапҡанға баҫҡан” Айратҡа өр-яңынан тормош башлауы ауыр була. Егеттәр тырыш, коллектив менән тиҙ уртаҡ тел таба.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ аҡсаларын һиҙә башлағас, малайҙар өлкәндәр менән бер рәттән “яраларын” әсе һыу менән йыуа башлай. Тәүҙә һыра менән мауыҡһалар, аҙаҡ бөтөнләй араҡыға өйрәнеп китәләр. Егеттәрҙе ҡыҙыҡ күреп эсергән ағайҙар эштән ҡыуырға йәлләйҙәр. Әммә түҙемлектең дә сиге бар. Эш биреүсе уларҙы эштән бушатырға мәжбүр була. Бына шунда башлана инде тормоштоң әсе-сөсөһө. Ҡайҙа тура килә, шунда ятып йоҡлау, ас йөрөү.

Бер маҡсатһыҙ юлдан китеп барғанда Водяй ҡушаматлы егет менән танышып алалар. Уның да балалар йортонан ҡасыуы асыҡлана. Танышыу хаҡына ултырып эскәс, дуҫлашып китәләр. Водяй уларҙы тимер юл станцияһында тауар бушатырға саҡыра. Егеттәр эшкә урынлаша. Айрат менән Борис көндәр буйына – тауар, төндәр буйына шешә бушата.

Бер көн туҡталышта һыра алырға торғанда сират арҡаһында егеттәр араһында ғауға ҡуба. Аңдары томаланып, унаулап бер егеткә ырғыйҙар. Һөҙөмтәлә, егетте туҡмағанда милиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, уларҙы милиция участкаһына алып китә. Оҙаҡ тикшереүҙәрҙән һуң Айрат менән Бористы биш йылға иректәренән мәхрүм итәләр. Күмәкләп туҡмаһалар ҙа, бер-береһен яҡлап, Водяйҙың дуҫтары ситтә ҡала. Иптәштәр тағы юл сатында тороп ҡала. Яңы дуҫтарына тулыһынса ышанған егеттәргә быны кисереү ауыр була.

Кеше балаһы азат осҡан ҡошсоҡ. Ни теләһә шуны эшләп, ҡайҙа теләй шунда йөрөп өйрәнгән кешегә ирекһеҙлектән дә ауыр яза юҡтыр. Бына шунда ғына уларҙың башына аң килә. Ҡаты режим уларҙы үҙ урынына ултырта. Хәҙер күпме үкенһәләр ҙә һуң инде. Кәмһетелеүҙәр, туҡмалыуҙар аша үтеп, егеттәр иреккә сыға.

Уларға тағын барыһын да өр-яңынан төҙөргә тура килә. Хәҙер төрмә юлына этәргән “дуҫтарға” мөрәжәғәт итеү юҡ инде. Эш табыуы ла ҡыйынға төшә. Төрмәнән сыҡҡан егеттәргә барыһы ла ҡаршы. Ниһайәт, береһе магазинға – ҡарауылсы, икенсеһе йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Магазиндың аҫҡы ҡатындағы бүлмәлә йәшәйҙәр. Ал-ял белмәй тырышып эшләп, үҙ йөҙҙәрен кире ҡайтаралар. Әкренләп ҡәҙимге тормошҡа баҫып, өҫкә үрмәләй башлайҙар. Икеһенә уртаҡ эш асып ебәрәләр.

Эштәр алға китә. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда бер көн Борис дуҫы ҡайтмай Айраттың. Икенсе көнөнә уның машина аҫтында ҡалыуы билдәле була. Хәҙерге заманда кеше башҡалар ҡайғыһына битараф. Ул төндә һәләкәтте күреүселәр юҡ. Кешенең ғүмерен өҙгән өсөн закон алдында яуап биреүсе табылмай.

Бөтә ауырлыҡ Айрат елкәһенә төшә. Ғүмерендә икенсе мәртәбә ул ҡәҙерле кешеһен юғалта. Айрат дуҫына бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй алға ынтылырға һүҙ бирә.

Кәңәшсеһеҙ, дуҫһыҙ, уны аңлаған берҙән-бер кешеһеҙ, әлбиттә, ауырға тура килә. Әммә дуҫына биргән вәғәҙәһен тотмай булмай. Айрат икеһе өсөн тырышып йәшәй башлай. Бизнестары алға китә, үҙенә фатир, автомобиль ала. Хәҙер осрашып йөрөгән ҡыҙы бар. Йәштәр өйләнешергә ниәтләй. Айратҡа 25 йәш. Шулай йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул күп нәмәне күргән, кисергән. Ауырлыҡтар аша сыҡҡандар ғына үҙеңдән башҡа бер кемгә лә ышанырға ярамағанлығын аңлайҙыр. Айраттың үҙ балаларының бәхетле бала сағы өсөн ал-ял белмәй көрәшәсәге, насар юлға баҫтырмаясағы билдәле.

Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, бәхетһеҙ яҙмыштар бихисап. Береһенә лә бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Бер телем икмәк өсөн дә көрәшергә тура килгән мәлдәр бар. Тик ҡапҡанға баҫҡандан һуң өҫкә үрмәләргә көс тапҡан кешеләр генә һирәк. Шулай ҙа улар бар һәм маҡтауға лайыҡ!..

Рәмзилә ӘЛИМБАЕВА,

БДУ студенты.

Читайте нас: