Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
7 Май 2019, 20:57

Кейәүгә яратып сығырғамы, әллә иҫәп буйынсамы?

Мин үҙ-үҙемә ышанмаған, баҫалҡы, оялсан ғына бер ҡыҙыҡай инем. Бының сәбәбен атай-әсәйһеҙ ҡалыуымда күрәм. Икеһе лә йәшләй генә бер-бер артлы үлеп киткәс, әсәйемдең апаһы тәрбиәләп үҫтерҙе мине. Шунан киләлер ул үҙемде гел кәм тойоуым. Шул мәлдәрҙән күңелемдә, юғары белем аласаҡмын, кеше буласаҡмын, тигән сәм йәшәне.

Мөхәббәт йәштәрҙә тиҙәр,
Була ул һәр кемдә лә.
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай,
Ҡартайған көндәрҙә лә...
Һаумы, “Йөрәк сере”! Бына шулай йырҙар тыңлап, инде пенсия йәшенә еттем тигәндә йәшлекте, унда ҡалған иң матур мәлдәрҙе иҫләп, һағынып, йөрәк һыҙып ултырған көн. Балалар үҫеп, тыуған йорттан китеп бөттө, донъя күптән яйға һалынған, ни эшләйһең инде бүтәнсә?
Әле үткәндәремә бағам да, дөрөҫ йәшәнемме мин, тигән һорауҙы бирәм. Уйлап ҡараһаң, тормошомдо бөтөнләй икенсе төрлө ҡорорға, хатта ярты юлда бүтән төрлө юҫыҡҡа үҙгәртеп ебәрергә мөмкинлектәр күп булды бит.
Мин үҙ-үҙемә ышанмаған, баҫалҡы, оялсан ғына бер ҡыҙыҡай инем. Бының сәбәбен атай-әсәйһеҙ ҡалыуымда күрәм. Икеһе лә йәшләй генә бер-бер артлы үлеп киткәс, әсәйемдең апаһы тәрбиәләп үҫтерҙе мине. Шунан киләлер ул үҙемде гел кәм тойоуым. Шул мәлдәрҙән күңелемдә, юғары белем аласаҡмын, кеше буласаҡмын, тигән сәм йәшәне. Һәйбәт уҡыным мин мәктәптә, бөтә фәндәр ҙә тиерлек еңел бирелде. Дуҫлашып йөрөгән егетем менән шул арҡала араларҙы өҙөргә тура килде. Ул Өфөгә килергә теләмәне, ә минең ауылда йәшәгем килмәне. Рауил минән айырмалы рәүештә үткер ине. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ярҙамсыл. Ҡыҙҙар ҙа үҙенә ылығып ҡына бара. Шунан да ҡурҡтым. “Уға кейәүгә сығырмын, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмам, ә ул үҙенә нисек кәрәк, шулай эшләп тик йөрөр. Һулаҡайға сабырға ла күп һорамаҫ. Уға лайыҡ та түгелмен, минең менән күңелһеҙ бит...” тигән уй ояланы башыма ни эшләптер. Ә үҙем уны үлеп яраттым. Ундай тойғоно башҡа бер ваҡытта ла татығаным булманы. Бергә тиң ҡартайып барған, балалар үҫтергән, минең өсөн “өф” итеп торған иремә ҡарата ла... Етмәһә, бишенсе курсты тамамлап киләм, ә ул һаман өйләнешергә тәҡдим дә яһамай. Минең билдәһеҙләктә йөрөгөм килмәне, уҡыуҙы бөткәс тә үҙ оямды ҡорорға хыялландым. Шулай, әкренләп Рауилды оноторға булдым. Үҙебеҙҙең яҡҡа һирәк ҡайттым, ул киләм тиһә лә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, кире бора торҙом. Егеттәр күп ҡараны миңә, араларынан һайлап алып дуҫлаша ала инем ул ваҡытта. Әле йәшәп ятҡан ирем ныҡышыраҡ булып сыҡты. Һәйбәт егет ине ул, иғтибарлы ғаилә башлығы, иң яҡшы атай. Уға ҡарата бер генә насар һүҙ ҙә әйтә алмайым. Әммә... мөхәббәт тигәнең бөтөнләй башҡа икән.
Минең кейәүгә сығам тигән хәбәрем Рауилға аяҙ көндә йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир иткән. Шул кистә үк килеп етте. Иҫәрләнмәҫкә ҡушып ныҡ үтенде, әммә үҙе мине тыңлап Өфөгә килергә һаман ҡаршылашты. “Әсәйемдәр инде оло, уларҙы нисек ташлап китәйем”, – тине. Баҡтиһәң, минең өсөн дә киләсәккә пландар ҡороп бөткән, шуға күрә тәҡдим яһауҙы ла кәрәк тип тапмаған. Йәнәһе, мин ҡайтам да, шунда уҡ туй яһайбыҙ ҙа, йәшәп алабыҙ ҙа китәбеҙ. Уны тыңлаһаң, ысынлап та, бик тә һәйбәт булыр кеүек. Әммә минең хыялдар бөтөнләй икенсе төрлө ине шул... Уның шулай минһеҙ генә киләсәгебеҙҙе хәл итеп ҡуйыуы тағы ла нығыраҡ үпкәләтте. Илашып айырылыштыҡ. Әл дә телефон юҡ, тип ҡыуанғайным шул саҡ. Шылтыратһа, түҙмәҫ, һөйләшер, бәлки, ысынлап та, кире лә уйлап ҡуйыр инем.
Бәләкәй ваҡытта хыялланғандарымдың барыһына ла өлгәштем бөгөнгө көндә. Күп нәмә теләгәнмен, мөхәббәт тураһындағы уй ғына башыма ла инеп сыҡмаған. Тормошомдоң ошо тәңгәле генә ғүмер буйы китек булды. Ятһам да, торһам да, күңелдә гел Рауил ине. Уның беҙҙең туйҙан һуң уҡ күҙ йомоп беренсе осраған ҡыҙға өйләнгәнен ишеткәйнем. Бер-бер артлы ике балалары тыуғанын да, ҡатынының эсергә яратыуын да, донъя тип иҫе китеп бармауын да белеп йөрөнөм. Бик бәхетле йәшәмәгәдәрен аңлаған һайын үҙемде ғәйепле тойҙом.
Һалҡынлығымды ирем дә һиҙгәндер инде, бер ваҡыт араҡы менән дуҫлашып алды. Әрләп тә ҡарайым, юхалап та, бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ул ваҡытта ике бала үҫтерә инек инде. Ҡорған тормошто емерге килмәй барыбер. Айныҡһа ғәфүҙәр үтенеп, башҡаса әйләнеп тә ҡарамаҫҡа анттар бирә лә, аҙаҡ тағы ысҡына. Ә мин шундай мәлдәрҙә уны күрә алмаҫ хәлгә етәм. Һөйләшеү, түшәк уртаҡлашыу түгел, ҡарағы ла, тауышын ишетке лә килмәй. Хоҙайҙың мине һынап ҡарауы булғандыр тип уйлайым, шулай аңҡы-тиңке йөрөгәндә, Рауил менән осрашырға яҙҙы. Бер аҙна буйы көн дә күрешергә тура килде беҙгә. Илаш, үпкәләш, йоҡоһоҙ ҡайнар төндәр – барыһы ла булды. Ни тиклем бәхетһеҙ икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. Яҙмышты төҙәтергә һүҙ ҡуйышып, яҡты хыялдар менән айырылыштыҡ.
Әйтерһең, ирем барыһын да белеп торған, шунан һуң ҡапыл ғына элекке хәленә ҡайтты ла ҡуйҙы. Эсеүен ташланы, балаларын ҡарай, минең өсөн өҙөлөп тора. Ҡатын-ҡыҙға шунан башҡа ни кәрәк инде, яңынан һәүетемсә йәшәп алып киттек. Баҡтиһәң, Рауил ҡайтып айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, уның ҡатыны ла үҙгәргән, ташламауын үтенеп илаған. Ул да балалар хаҡына түҙеп ҡарарға булған. Шулай итеп, беҙ бергә була алманыҡ. Әммә осрашыуҙарыбыҙ йышайҙы. Ике төрлө тормош алып бара башланым.
Балалар үҫеп бөткәс, миндә тағы икеле-микеле уйҙар тыуҙы. Рауил күптән инде бергә йәшәйек тип килә ине. Үҙемде еңеп, яратҡан кешем менән өр-яңынан тормош ҡорорға тип йөрөгәндә, ҡатынының ауырлы икәнен белдек. Йәнә хыялыбыҙ тормошҡа ашманы. Рауилдың үҙенең уйынан ҡайтырға иҫәбе юҡ ине, ярҙам итеп торормон әле, тип уйланы. Әммә күрәләтә тороп минең арҡала бер ғәйепһеҙ сабыйҙың етем ҡалыуына нисек юл ҡуяйым?
Шулай икебеҙ ике яҡта зарығып, тормошобоҙ үтеп тә китте. Үткәндәрҙе иҫләргә генә ҡалды. Барыһы ла бер-береңдең теләгенә ҡолаҡ һалмауҙан ғына башланғайны. Шул ваҡыт беҙгә өсөнсө юлды эҙләп ҡарарға кәрәк булған, бәлки, шунда уңыр инек. Әммә үткән үткән инде, зарланып ултырып эш сығарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа Хоҙай мине мәрхәмәтенән айырманы, шуның өсөн рәхмәтлемен. Был тормошта бер нәмә лә бушҡа түгел, нимә менән дә булһа түләргә тура килә. Бөгөнгөм өсөн, күрәһең, мөхәббәтем менән хисаплашҡанмындыр. Яратам тип, киреһенсә, ауыҙым бешеүе лә бар ине бит. Балаларыма ла, кем белә, етерлек тәрбиә, белем биреп бөтмәҫ инем. Ә былай, нимә эшләһәм дә, юлым гел уң булды.
Бер көн бәләкәс ҡыҙым: “Кейәүгә яратып сығырғамы, әллә иҫәп буйынсамы?” тип һорап ҡуйҙы? Ысынлап та, ҡайһылай яҡшы? Аныҡ ҡына яуап бирә алманым, сөнки үҙемдең башым буталған...
Был һорауға бәлки журнал уҡыусылар яуап бирә алыр? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: мөхәббәтме, иҫәпме?

Айһылыу апайығыҙ.