Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
17 Июнь 2019, 20:45

Һөйөү ҡөҙрәте

Бала табыу йортоноң илаһи тынлығын, яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың йырҙай яңғыраған илау-мышнауҙарын боҙоп мәхшәр ҡупты. Ҡатындарҙың тулғаҡ ғазап-ләззәтенән әле арынғандары ла, инде хәл инеп, тормош иптәше килер алдынан бер туҡтауһыҙ көҙгөгә ҡаранғандары ла коридорға сығып, шәфҡәт туташтарының ни һөйләшкәнен яҙа-йоҙа ишетеп, шуларҙы бер-береһенә еткерергә ашыҡты.


Бала табыу йортоноң илаһи тынлығын, яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың йырҙай яңғыраған илау-мышнауҙарын боҙоп мәхшәр ҡупты. Ҡатындарҙың тулғаҡ ғазап-ләззәтенән әле арынғандары ла, инде хәл инеп, тормош иптәше килер алдынан бер туҡтауһыҙ көҙгөгә ҡаранғандары ла коридорға сығып, шәфҡәт туташтарының ни һөйләшкәнен яҙа-йоҙа ишетеп, шуларҙы бер-береһенә еткерергә ашыҡты.

- Уй, Аллаҡайым, ниңә ундай ҡатындарға бала табырға рөхсәт итәләр икән? Йүнһеҙ, аҙғын инде!

- Ҡатын тип, ун туғыҙы саҡ тулған, йәш кенә, ябыҡ ҡына ҡыҙыҡай ти бит…

- Бала тапҡас, ҡыҙ булып ҡалған тиһеңме әллә?

- Хәҙер уның ауырыуы бар дауаханаға таралһа, бәпестәребеҙгә, беҙгә йоҡһа… Үләбеҙме инде?

- Әйҙәгеҙ, Әхтәмычҡа барайыҡ, ул ҡатынды дауахананан ҡыуып сығарыуҙарын талап итәйек!

- Эйе шул, беҙ үҙебеҙ өсөн дә, бәләкәстәребеҙ өсөн дә яуаплы бит…

- Ә мине иптәшем икенсе дауаханаға күсерәм тине…

- Минекеләр ҙә алып ҡайтырбыҙ тинеләр…

Коридорҙа геүләшкән. тауышланған әсәләргә, ауырлы ҡатындар ҙа килеп ҡушылды. Башҡа ваҡытта уҫал санитарҙар буласаҡ әсәләрҙе «инфекция индерәгеҙ» тип бала тапҡандарҙың янына яҡын да юлатмайҙар ине. Бөгөн был ишекте улар ҡурҡмайынса тибеп тигәндәй асып килеп инде. Ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә тағы ла нығыраҡ геүләшергә тотондо.

- Һеҙ ниңә һаман бында? Ҡайтып китмәй!

- Юлда бәпәйләргәме?

- Юҡ инде, бер аҙғын ҡатын өсөн һаулығыбыҙҙы, бәпәйҙәребеҙҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясаҡбыҙ. Үҙе сығып китһен дауахананан!

Ҡатындарҙың ярһыуы һуңғы сиккә етеүен аңлаған шәфҡәт туташы бүлек мөдире артынан йүгерҙе. Дауаханала ВИЧ-инфекциялы ҡатындың бала тапҡаны өсөн хакимиәтетәкселегенән әрләнгән баш табип үҙе лә бында икән.

- Дамир Әхтәмыч, унда ҡатындар янъял ҡуптара. Тегене ҡыуып сығарһындар, тиҙәр.

Баш табип бүлек мөдиренә яман итеп ҡарап:

- Бар, тынысландыр!.. Яңы йыл премияһына бүлегегеҙ менән өмөт итмәһәгеҙ ҙә була! — тип сығып китте.

Сал сәсле, мыҡты кәүҙәле Дамир Әхтәм улы күренеү менән барыһы ла шымып ҡалды. Бәләкәй ҡалала уны барыһы ла белә, ихтирам итә. Ҡатындар ир гинекологты тылсымсы тип кенә йөрөтә. «Ҡулы шул тиклем еңел, бар ауыртыныуҙарың онотолоп ҡала»,- тиҙәр уның хаҡында.

«Барыһын да пыран-заран килтерәм» тигән уй менән килгән бүлек мөдире, үҙенә төбәлгән ялбарыулы ҡараштарҙы күреп, туҡтап ҡалды. Бала тип ҡоштоң ҡошо тоҙаҡҡа эләгә, тип әйтер ине өләсәһе, ә уның ҡаршыһында әле генә әсәлек бәхетен татыған һәм шул ләззәтле мәлде зарығып көткән ҡатындар. Тоҡомон һаҡлаған инә йыртҡыстай, хәүеф тыуҙырған затты, өҙгөсләп ташламаҫтар тимә.

- Ҡыҙҙар, һеҙ аңлы, замана кешеләре лә баһа. Телевизор ҡарайһығыҙ, гәзит-журнал уҡыйһығыҙ. Үҙегеҙ томана һуҡыр, аңғыра әҙәмдәркеүек ҡыланаһығыҙ. Эйе, кисә бала тапҡан ҡатын ВИЧ-инфекциялы. Әммә уның ауырыуы киҙеү кеүек таралмай. Ул енси юл менән һәм ҡан аша күсә. Ул ҡатын һеҙҙең янығыҙҙа ятҡан хәлдә лә, үҙегеҙгә лә, бәпестәрегеҙгә лә ҡурҡыныс янамаҫ ине. Ә беҙ уны айырым палатаға урынлаштырҙыҡ. Тынысланығыҙ, һеҙгә борсолорға урын юҡ.

Шул саҡ янында әсәһенең йылыһын тоймаған сабыйҙың асыулы ауазы яңғыраны. Уға тағы бер илау тауышы ҡушылды. Ҡатындар теләр-теләмәҫ кенә таралыша башланы. Шәфҡәт туташы Дамир Әхтәм улын ашығыс рәүештә операция бүлегенә саҡыртыуҙарын әйтте. Әле генә геүләп торған коридор бушап ҡалды. Палаталарҙан әсәләрҙең бәпестәренә бөтмәҫ наҙ менән өндәшеүҙәре, сәйнүккә һыу ҡойған тауыш ҡына ишетелеп ҡала.

Әлиә улының мышнап йоҡлап ятыуын күреп, ҡабат коридорға сыҡты. Теге ҡатынды урынлаштырған палатаға йүнәлде. Коридорҙың был остағы яҡтыһын һүндереп ҡуйғандар. Палатаның ишек тотҡаһына шул ағартҡысҡа манылған сепрәк уралған, уныһы һаҫыҡ еҫ таратып тып та тып килеп иҙәнгә тама. Әлиә һаҡ ҡына ишекте асты. Тәҙрә төбөндә ябыҡ ҡына, буйға бәләкәй ҡыҙ баҫып тора. Эйе-эйе, бала ғына әле, кем уны әсә тип әйтһен. Бәпес карауаты буш.

- Сәләм. Ә бәпәйең ҡайҙа?

Ҡыҙ йәш тулы ҡарашын Әлиәгә төбәне.

- Уны миңә бирмәйҙәр. Имеҙергә ярамай, ВИЧ-тың уға күсеүе мөмкин. Ә бәлки, ҡыҙым да инфекциялы булып тыуғандыр. Анализдарҙан күренә инде. Уны ла шулай ишектең эсенән дә, тышынан да һаҫыҡ сепрәктәр менән уралған палатаға бикләнеләрме икән? Йә, Хоҙай, балам булмаһа күптән сығып ҡасыр инем. Урманда, йыртҡыстар араһында йәшәһәң дә, улар күпкә мәрхәмәтлерәктер ул.

Әлиә нимәлер әйтергә тип ауыҙын асырға ла өлгөрмәне, ярһып шәфҡәт туташы килеп инде.

-Хәҙер үк сығыпит! Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?

Әлиә палатанан сыҡҡас, уның ерәнеп кенә ишекте ябыуын, унан резина бирсәткәләрен сисеп ташлап, икенсеһен кейеүен күрҙе.

Ҡатынды ауыр уйҙар солғап алды. Бахыр бала, ситлеккә ябылғанмы ни. Ә бит уның янында сынаяҡ та, ризыҡ та күренмәне. Шулай асҡа мас булып ятамы икән? Әлиә был ҡаласыҡҡа ҡунаҡҡа килгәйне. Сабыйҙары донъяға килергә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалғас, Фәрғәтенең туғандарын килеп күрергә булғайнылар. Таныш түгел ерҙә бала табырға ҡурҡһа ла, аҡ халатлыларҙың итәғәтле, үҙҙәренең эшен яратып башҡарыуҙарын күреп, тынысланды. Ҡатындарҙың эскерһеҙлеген күреп, шат тауыштар ғына яңғырап тороуын ишетеп, улының нәҡ ошо ҡалала донъяға килеүенә шатланды. Дауахананан сығырға ла күп ҡалманы инде. Тиҙҙән Фәрғәте, улы менән Өфөгә юлланырҙар. Икәүләшеп оло мөхәббәт менән ҡорған ояларына ҡайтырҙар. Бала бүлмәһен бәхәсләшә-бәхәсләшә әҙерләгәйнеләр, журналда төшөрөлгән төрлө дизайнлы һүрәттәрҙән кәм булманы. Әлиә төшөндә Фәрғәт менән икәүләп ҡороп ҡуйған карауатты йыш күрә. Әкиәттәге сымылдыҡтай матур, уйынсыҡтар эленгән карауатҡа мулланан өшкөртөп алынған бетеүҙе, ен-шайтанды ҡурҡытырға тип бысаҡ та һалып ҡуйҙылар. Ә бөгөнгө ваҡиға уның тынысланған күңелен ярһытты.

Әлиә шул саҡ Дамир Әхтәм улын күреп, табип янына нисек барып етеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙен палатанан ҡыуып сығарған шәфҡәт туташы ла бында икән.

- Һеҙ беҙҙе аңлы булырға саҡырҙығыҙ, ВИЧ-инфекцияһының таралыу юлдарын аңлаттығыҙ. Ә ниңә үҙегеҙ ул бахырҡайҙы ситлектә тотаһығыҙ, балаһының яҙмышы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәйһегеҙ? Уның эргәһендә йылы аш түгел, крандан һыу бороп эсергә стаканы ла юҡ. Палаталағы хлорка, белизна еҫенән тын алып та булмай.

Операциянан арып сыҡҡан табип ҡатындың ярһыуы баҫылғанын көттө. Шәфҡәт туташы иһә:

-Бәлки, һеҙҙең ҡалала ундайҙар аҙым һайындыр, ә беҙҙә тәүге тапҡыр! Ҡамасауламағыҙ табипҡа, барығыҙ палатаға, - тине.

Дамир Әхтәм улы кеше алдында хеҙмәткәрҙәренең абруйын төшөрөргә теләмәйенсә, Әлиәгә:

- Барығыҙ бәпәйегеҙгә, борсолмағыҙ. Мин хәҙер ул ҡатынды барып ҡарармын,-т ине.

Табип сирле ҡатын ятҡан палатаға йүнәлде. Һәм ишек тотҡаһын күреп, өнһөҙ ҡалды. Артынан килеп еткән санитаркаларға бер ҡарашы етте, улары шунда уҡ сепрәк, биҙрәләренә тотондо. Оҙайлы йылдар дауаханала эшләгән Нәсимә апай ғына бүлек мөдире ишетерлек итеп һөйләнергә батырсылыҡ итте:

- Аңламаҫһың быларҙы. Береһе палатаға яҡын бармағыҙ ти икенсеһе дизенфекция кәрәк ти, өсөнсөһө…

Дамир Әхтәм улының тауышы асыулы яңғыраны;

- Был һаҫыҡ сепрәктәрҙе алып ташлағыҙ. Башҡа палаталарҙы ҡасан, нимә менән йыйыштыраһығыҙ, шулай йыуасаҡһығыҙ. Ваҡытында ашарға алып килергә онотмағыҙ

Табип нисек һүҙ башларға белмәй туҡтап ҡалды. Йәш әсә беренсе булып телгә килде:

- Рәхмәт һеҙгә… Минең баламдың хәле нисек икән?

- Беҙ иң тәүҙә һеҙҙе ҡарарға тейешбеҙ. Ә бәпәйегеҙ имен-һау. Тейешле анализдар эшләнгәс, алып килерҙәр. Һеҙгә имеҙергә ярамағанлығын яҡшы аңлайһығыҙҙыр. Шуға күрә имеҙлек шешәләр кәрәк буласаҡ. Туғандарығыҙ килһә, әйтергә онотмағыҙ.

- Миңә бер кем дә килмәйәсәк.

- Ярай, улайһа имеҙлектәрҙе бында ла табырбыҙ.

Табип Ләләне ҡарағандан һуң, медперсоналды йыйып алды. Барыһына ла ныҡ ҡына эләкте. Унан Дамир Әхтәм улы өлкән шәфҡәт туташынан алып санитаркаларға тиклем ВИЧ-инфекция, СПИД тураһында имтихан аласағын белдерҙе. «Гиппократ анты биргәс, һеҙ дошманығыҙға ла ярҙам итергә бурыслы. Ә ул дошман түгел, йәш әсә. Уның ВИЧ-инфекциялы булыуы ла сер булып ҡалырға тейеш ине. Тимәк, баш табиптың беҙҙең премияны ҡырҡыуы - ғәҙел ҡарар», - тине һүҙен йомғаҡлап.

Барыһын да күреп-ишетеп йөрөгән ҡатындар ҙа тыныслана башланы. Әлиә, бәпәйе йоҡлағас, тағы ла Ләлә янына йүнәлде. Иптәше алып килгән тәмлекәстәрҙе уға илтеп бирҙе. Йәш әсә тәүҙә тартынһа ла, һуңғараҡ асылып һөйләшә башланы, Күстәнәстән ауыҙ итте.

Ләлә ошо ҡалала тыуып-үҫкән икән. Педагогия колледжында уҡып йөрөгән. Ҡыҙ бала Чечен ғәрәсәтен күреп ҡайтҡан егеткә ғашиҡ була. Йәштәр осраша башлай. Бер йыл үткәс, өйләнешергә булалар. Тик ҡыҙҙың ата-әсәһе саҡ ун һигеҙе тулған ҡыҙын кейәүгә биреүҙән баш тарта. Ләлә уларҙан ҡасып сығып китә һәм Самат менән күрше ҡалала йәшәй башлай. «Беҙ шул тиклем бәхетле инек. Ҡала ситендә арзан хаҡҡа өй табып алдыҡ та, яңы тормош башланыҡ. Самат йыш ҡына командировкала (ул йөк машиналарын һаҡлап оҙатып йөрөнө), ә мин уны өҙөлөп көтә инем. Ул да бүләктәрен тейәп, атлығып килеп инә торғайны…»

Саматтың сираттағы командировкала аварияға эләгеп һәләк булыуын ишеткәс, Ләлә аҡылынан шаша яҙа. Һөйгәненең эсергә яратҡан туғандары килеп, уны өйҙән ҡыуа, барлы-юҡлы йыһазға талаша. Тик үҙенең ауырлы икәнлеген белгән йәш ҡатын уларға ҡаршы торорлоҡ көс таба. Саматтың иҫерек атаһы битенә төкөргәс, ул балта алып барыһын да йорттан ҡыуып сығара. Төнөн иптәшенең ағаһы өйҙәренә ут төртөргә маташыуын күргән Ләлә уға барып йәбешергә лә ҡурҡмай. Уныһы: «Ҡайҙа Саматтың чеченскийҙары, аҡса ҡайҙа тим?!» - тип Ләләне быуа башлай.

«Ҡулыма килеп эләккән нәмә менән башына һуҡтым. Тәүҙә үлтергәнмендер, тип ҡурҡҡайным. Тере булып сыҡты. Шунан һуң өйөбөҙгә яҡын килергә ҡурҡтылар. «Миңә йә йортҡа берәй нәмә булһа, милицияға һеҙҙең өҫтән ғариза яҙып ҡуйғанмын», - тип иҫкәрттем. Шундай ауыр саҡта ла атай-әсәйем минең өйҙән ҡасып китеүемде ғәфү итмәне, ни тиклем көтһәм дә, килмәнеләр…»

Ләлә артабан ниндәй яҙмыш һынауҙарын үтәсәген белһә, моғайын, иренең аҡылдан яҙған туғандарына ҡаршы тора алмаҫ ине. Хәйер, тал сыбығындай ҡыҙҙа ир-аттарҙы көнләштерерлек ихтыяр көсө була. Ләлә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барып, ауырлы булараҡ, теркәлеүгә алына, тейешле анализдарын тапшыра. «Мине дауаханаға ваҡытынан алда саҡыртып алдылар. Инфекция бүлегенә барырға ҡушҡастар, баҙап ҡалдым. Әле тыумаған да сабыйыма ниҙер булғандыр, тип уйланым. Сабыр, аҡыллы инфекционист мөмкин тиклем йомшаҡ итеп, миндә ВИЧ-инфекция табылыуын аңлатты…»

Ләлә өсөн тормош туҡтап ҡалғандай була. Табип уның кем менән енси бәйләнештә булыуын асыҡлай башлай. Йәш ҡатын иртә ғүмере өҙөлгән ире тураһында һөйләп бирә. Шулай уҡ мәрхүм Саматының аҙғын булмауын һәм Чечен һуғышында ҡаты яраланып, хәрби госпиталдә уға ҡан ҡойоуҙарын, ВИЧ-инфекцияһын шунда йоҡтороу ихтималлығын әйтә. Табиптар, Ләләгә аборт эшләтергә кәрәк, тигән ҡарар сығара.. «Яратҡан кешемдең - Саматымдың дауамын нисек үлтерәйем? Сабыйымдың сәләмәт булыуын Хоҙай Тәғәләнән көн-төн ялбарып, өмөттәр менән йәшәнем. Бәпәй табырға ваҡытым еткәс, тыуған ҡалама килдем. Шул тиклем әсәйемде һағындым, бәлки, ғәфү итер, тип уйланым. Ә ул: «Һин беҙҙең өсөн үлдең!» - тине. Күрәһең, ниндәй ауырыуға дусар булғанымды еткергәндәрҙер».

Әлиә күҙ йәштәрен тыя алманы. Ҡайҙан көс ала был ҡыҙ йәшәргә?! Хоҙай яратҡан бәндәһенә генә һынауҙарҙы күп ебәрә, тигәндәре ысынмы икән әллә? Ҡатын палатаһына ҡайтҡас, улының рәхәтләнеп имеүенә һоҡланып ҡарап хәтирәләргә бирелде.

Бынан өс йыл элек ул да үҙен ВИЧ-инфекциялылар рәтенә индергәйне бит. Әлиә үткәндәрҙе хәтерләп, үҙенең булдыҡһыҙлығы, ҡурҡаҡлығы өсөн нәфрәтләнде. Өнһөҙ генә оҡшатып йөрөгән Вадимдың көтмәгәндә осрашырға саҡырыуын мөғжизә итеп ҡабул итте. Егет яңғыҙ йәшәгән Әлиәгә теләгән ваҡытында ғына килде. Төн уртаһында бер көтөү йәштәрҙе тейәп килергә лә тартынманы. Унан үҙен тулы хужа кеүек тоя башланы. Әлиәне: «Ярай әле һинең юлыңда мин осраным, юҡһа кемгә кәрәк инең һин, һыйыр?!» - тип мыҫҡыл итте.

Ҡыҙ барыһына ла түҙҙе, эштән арып ҡайтһа ла, Вадимдың өҫтөн йыуҙы, ашарға бешерҙе. Егет уның һайын шашты, төнөн эсергә таптырҙы, Әлиәнең аҡсаһына башҡалар менән типтерҙе. Ә Яңы йыл төнөндә Вадим, бер кемдән дә тартынмай, йоҡо бүлмәһендә бер һылыуҡай менән инеп бикләнде. Уның был ҡылығына бергә килгән дуҫтары ла, нимә әйтергә белмәй, аптыранды. Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлде Әлиә әҙерләүен, фатирҙың дауныҡы икәнен белә ине улар. Ҡыҙ өндәшмәй генә кейенеп, урамға сығып китте. Ҡышҡы һыуыҡ уны тынысландырҙы, күп нәмәгә яңы ҡараш ташларға ярҙам итте. Яратмай бит ул Вадимды, яратмай. Яңғыҙлыҡтан ҡурҡып, күҙен йомоп йәбешеп ята. Егеттең дә үҙен яратмауын, ә фатир, аҡса өсөн генә килеп йөрөүен аңлай. Барыһын да яҡшы белһә лә, был уйҙы күңеленән ҡыуҙы, ниндәйҙер мөхәббәт уйлап табып маташты. Өшөүҙән ҡалтырана башлаһа ла, Әлиә туҡталышҡа барып ултырҙы. Бар ғаләм сихри Яңы йыл төнөн ҡаршылап ҡыуана, ә уның йәшәгеһе лә килмәй. Ошонда ғына ултырып туңырға ла үлергә, тигән уй мейеһенә инеп ояланы. Бына тағы бер төркөм йәштәр янынан көлөшә-көлөшә йүгереп үтеп китте. Туҡта, берәүһе айырылып, уға табан йүнәлде түгелме?

Һөйләшергә түгел, күтәрелеп ҡарарға ла теләмәгән Әлиәне Фәрғәт нисек бергә ҡунаҡҡа алып китә алғандыр, уныһы үҙе бер мөғжизә. Тәүҙә асыла алмай ултырған ҡыҙ барыһы менән бергә уйнаны, шаярҙы, бейене. Унан Фәрғәт менән икәүләп ҡала буйлап гиҙҙеләр. Әлиә, бар ҡайғы-хәсрәтенән арынырға теләгәндәй, егеткә Вадим тураһында һөйләп бирҙе. Йәш аралаш: «Мин шул тиклем йәмһеҙ булмаһам, күпкә бәхетлерәк йәшәр инем», - тип бышылданы. Фәрғәттең: «Ниңә бушты һөйләйһең? Мин ошоға тиклем һинең кеүек матур ҡыҙҙы осратҡаным юҡ ине», - тигән һүҙҙәренә ҡыҙ ышанманы.

Эйе, Фәрғәткә Әлиәнең туңған йөрәген иретеүе, үҙ-үҙенә ышаныс уятыуы еңелдән булманы. Бар ғазаптары кисәге көндә ҡалды тигәндә, юлында тағы ла Вадим осраны. Ябығып, йонсоп киткән егетте ул көскә таныны. «Ғәфү ит мине, Әлиә, барыһы өсөн дә ғәфү ит. Минең ВИЧ-инфекциялы булыуым асыҡланды. Күрәһең, һин дә…»

Әлиә артабан нимә булғанын да хәтерләмәй. Үҙенә ҡул һалырға маташҡан ҡыҙҙы Фәрғәт ҡотҡарып ҡалды. «Нимә булһа ла мин һине ташламайым», -тип белдерҙе. Әлиә ВИЧ-инфекция, СПИД тураһында бар мәғлүмәтте уҡып, ятлап бөттө. Һәр көнөн ҡәһәрле ауырыуҙан дарыу табыуҙарын өмөтләнеп көттө. Ә нисәмә тапҡыр ул машина аҫтына ташланырға, көслө ағыу табып үлергә хыялланды. Фәрғәт барыһын да күңеле менән һиҙә ине. Бер көн күҙҙәренә ҡарап: «Әлиәм, әгәр һин был донъяла йәшәмәһәң, ерҙә минең өсөн дә урын ҡалмаясаҡ»,-тине.

Ҡыҙ һөйгәне өсөн үҙен ҡулға алырға тейеш икәнлеген, ә иң мөһиме, хәҙерге ваҡытта һирәк кешеләргә килгән ысын, саф мөхәббәттең янында булыуын аңланы. Фәрғәт ни тиклем өгөтләһә лә, дауаханаға барырға ашыҡманы. Барыһы ла бармаҡ менән төртөп күрһәтер, белеп ҡалып, эштән ҡыуырҙар, тип ҡурҡты. Шулай ҙа бер көн батырсылығын йыйып, анализдар тапшырҙы. Әлиә ниңәлер үҙен рәшәткәле «Ашығыс ярҙам» алып китәсәк, тип ҡурҡып көтә башланы. Тик уға бер кем дә килмәне. Тейешле көндө дауаханала «анализдарығыҙ һәйбәт» тигәс, ышанмай, оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Унан парктағы эскәмйәгә ултырып һығылып иланы. Тынысланғас, икенсе дауаханаға барып йәнә анализдар тапшырҙы. Әлиә уларҙың әҙер булыпкөтөп аҡылынан шаша яҙҙы. Был юлы ла унда ВИЧ-инфекция табылманы. Фәрғәт менән икеһенең дә бәхетенең сиге булманы. Шулай ҙа Әлиә ауырға ҡалғас, тикшереү анализдарын шикләнеп тапшырҙы, әҙер булғанын ҡурҡып көтөп алды. Кемдең рәхмәт-фатихаһы төшкәндер, фәрештәләре уны был бәләнән һаҡлап ҡала алды.

«Ә мин бит Ләләнән күпкә көсһөҙөрәк, сабырһыҙыраҡ. Әгәр Яңы йыл төнөндә тормош юлымда Фәрғәтем осрамаһа, тереләр рәтендә булмаҫ инем, моғайын. Миңә мөхәббәт килеүе, ә уға һөйгәнен юғалтыуы көс-ҡөҙрәт биргән булып сыға түгелме?..»

Ҡояшлы, матур көндө Ләләне бала табыу йортонан сығарҙылар. Ул ап-аҡ юрғанға төрөлгән ҡыҙына бөтмәҫ наҙ, һөйөү менән ҡараны. Сабыйының сәләмәт булыуы алдындағы бар ҡаршылыҡтарҙы, кәртәләрҙе юҡҡа сығарғандай тойолдо. «Беҙ хәҙер яңғыҙ түгел, ҡыҙым», -тип бышылданы ул, машина менән килеп туҡтаған Фәрғәт һәм бәпес ҡосаҡлаған Әлиәгә йылмайып.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: