Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
29 Июнь 2019, 21:48

Мөнәсәбәт хеҙмәттәшлеккә бәрәбәр

Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар килеп тыуһа үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Уйындың яңы ҡағиҙәләрен бала күңеле кеүек таҙа биттән ҡабул итәбеҙме? Бер йылғаға ике мәртәбә инә алабыҙмы? Ғәҙәттә – юҡ, бөтә яңыны иҫке призма аша үткәрәбеҙ.

Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар килеп тыуһа үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Уйындың яңы ҡағиҙәләрен бала күңеле кеүек таҙа биттән ҡабул итәбеҙме? Бер йылғаға ике мәртәбә инә алабыҙмы? Ғәҙәттә – юҡ, бөтә яңыны иҫке призма аша үткәрәбеҙ.


Мәҫәлән, беренсе курсҡа уҡырға килгән студент үҙен нисек тоя? Ул әле ВУЗда уҡыуҙың нимә икәнен дә белмәй, шуға ла таныш булған уҡытыусы-уҡыусы моделен ҡабатлай. Уҡыусы өсөн үҙе яуаплы икәнен, уҡытыусынан ҡурҡырға кәрәкмәгәнен аңлап етмәй әле. Әммә тәүге сессия аҙағына ул яйлап ҡанатын йәйә һәм тәүге күҙаллауҙарына көлөп кенә ҡарай башлай.
Ә ир менән ҡатын тәүгә мөнәсәбәт ҡорғанда хәлдәр нисегерәк була? Улар алдында киң һайлау мөмкинлеге тора. Ләкин улар нимә һайлай? Үҙҙәрен нисек тота? Һайлауҙарының, ҡылған ҡылыҡтарының мәғәнәһен аңлаймы, уның өсөн яуаплылыҡ тоямы?
Юҡ. Иң яҡшы осраҡта йәш пар үҙҙәренең берләшмәһен эксперименттар яланы кеүек ҡабул итә һәм “күҙҙәре бәйле килеш” тигеҙлек булдырырға тырыша. Ләкин быға уларҙың ғаиләлә тәрбиәләнгән күҙаллауҙары аяҡ сала – һәр икеһе мөнәсәбәттәр хаҡындағы фантазияһын тормошҡа ашырырға теләй. Үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороуҙың өйрәнергә кәрәкле яңы уйын икәнен аңлап етмәйҙәр. Шуға ла байтаҡ йылдар парҙар беренсе курс студенты хәлендә була.
Бөгөнгө йәштәр мөнәсәбәттәрҙе рулетка кеүек күрә – дөрөҫ партнер һайлауға ставка ҡуялар ҙа, беренсеһе менән килеп сыҡмаһа, икенсеһен эҙләй башлайҙар.
Шулай итеп, мөнәсәбәттәр үҫешен үҙ ағымына ҡуйырғамы, әллә оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн аңлы тырышлыҡ талап ителәме?

Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙға ҡарашы

Ғаиләлә ниндәй генә мөнәсәбәттәр күҙәтелмәһен, буласаҡ ир өсөн ҡатын-ҡыҙ менән аралашыуҙың тәүге тәжрибәһе – әсәһенә ҡарата мөнәсәбәте. Ир-егеттәр әсәһенә оҡшаш кәләш һайлай, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Тик был күҙәтеүҙәргә тағы бер нәмә өҫтәү кәрәк. Егеттәр йәрҙе әсәһенең тышҡы ҡиәфәтенә, холҡона, ғәҙәттәренә оҡшатып һайламай, ә әсәһенең ҡанаты аҫтында булғанда кисергән хәүефһеҙлекте эҙләй, һаҡлауҙарын, йәлләүҙәрен теләй. Ул башҡаса мөнәсәбәттә булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай.
Бындай хәлде апай/һеңлеһенең булыуы йәки ата-әсәһе араһында өлкәндәрсә ҡоролған яҡшы мөнәсәбәт ҡотҡара ала. Был осраҡта йәш ир башҡаса тәжрибә туплай һәм ҡатын-ҡыҙҙа тик әсә образын ғына күрмәй. Әммә бындай хәлдәр йыш осрамай.
Ир-ат, шулай итеп, үҙе лә һиҙмәйенсә, ҡатын-ҡыҙға әсәлек функцияларын йөкмәтерлек итеп мөнәсәбәт ҡора. Йәғни ирҙе тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек менән тәьмин итер өсөн ҡатын кеше юғарыраҡ позицияла торорға тейеш булып сыға. Быға ир үҙе этәрә – уның өҫтөнә яуаплылыҡ һала, ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын бирә һ.б. Һөҙөмтәлә, ир теләгәненә ирешә – ҡатын етәкселек ролен үҙләштерә. Былар барыһы ла аңламайынса башҡарыла. Баштараҡ иренең буйһоноуы ҡатынға оҡшай, әммә тора-бара үҙе уйнаған әсә роле уны ҡатын-ҡыҙ булыуҙан мәхрүм итеүен аңлай. Ә ир кеше үҙенең ирекһеҙ булыуына төшөнә һәм яратыу урынына ҡурҡыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә башлай.
Бынан һуң мөнәсәбәттәр емерелә. Шул уҡ ваҡытта икеһе лә нимә булғанын аңлай алмайҙар. Шуға ла улар бер-береһен дөрөҫ һайламағанбыҙ тип уйлап айырылыша. Артабан улар яңы пар эҙләй һәм… тарих ҡабатлана.
Күпселек ирҙәр ҡартайғансы ҡатын-ҡыҙ йөҙөндә яратҡан әсәне эҙләй. Был ир-аттың эске үҙаллылығы булмауы хаҡында һөйләй. Ундайҙар бер юлы әсәй ҙә, һөйәркә лә булырҙай ҡатын-ҡыҙҙы ҡайһы ваҡыт ғүмер буйы эҙләй. Әммә ундай мөнәсәбәттең дауамы юҡ – йә емерелә, йә ҡатынды ла, ирҙе лә бәхетһеҙ итә. Бер ҡатындың да ире өсөн әсәй булғыһы килмәй, ә ирҙәр иректе бер ҡасан да әсә йыуатыуына алмаштырмай. Шулай ҙа күптәр мөнәсәбәт шулай булырға тейеш тип, үҙ-үҙҙәрен алдап йәшәргә мәжбүр.
Был мәсьәләне үҙ ағышына ҡуйып, ирҙәр ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәтен сараһыҙҙан бәхетһеҙлеккә этәрә. Һәр бер ҡатында наҙлы әсәне күрергә теләп, көслө зат өлкәнәйеүҙән баш тарта һәм үҙ теләге менән үҙен үҙе иркенән мәхрүм итә.

Ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә ҡарашы

Ирҙәр менән сағыштырғанда, башҡа енес менән мөнәсәбәт ҡороуға гүзәл заттарҙың ҡарашы башҡаса. Улар үҙе менән атаһы араһындағы мөнәсәбәтте “күсермәй”, ә эргә-тирәһендәге ҡатындарҙың донъяға ҡарашына буйһона.
Әгәр уның әсәһе иренә хөрмәт менән бағып, иренең иркенә тыныс ҡарай икән, ҡыҙы ла мөнәсәбәт ҡорғанда тәрән аҡыл менән эш итәсәк һәм иренең елкәһенә менергә ашҡынмаясаҡ. Был, әлбиттә, һирәк күренеш.
Ә күпселек иһә “Ир ҡатын өсөн яратылған” тигән маҡсат менән йәшәй.
Ҡатындарға, бөтә проблемаларҙы ир кешегә йөкмәтеп, үҙҙәрен көсһөҙ итеп күрһәтеү уңайлы. Шул уҡ ваҡытта көслө ир-ат уның теләктәрен тормошҡа ашырырға, ҡарарҙарын хупларға тейеш, һәм барлыҡ эҙемтәләр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға бурыслы.

Мөнәсәбәт хеҙмәттәшлеккә бәрәбәр

Мөнәсәбәттәр – кеше ғүмеренең иң мөһим өлкәләренең береһе. Әммә уға өйрәнергә кәрәклеген күптәр башына ла индермәй. Был йәһәттән тәжрибә йәштәштәрең менән аралашыу ваҡытында һәм һине уратып алған кешеләр миҫалында үҙенән-үҙе туплана тип һанала. Ләкин бының һөҙөмтәһе маҡтанырлыҡ түгел.
Тәүге уңышһыҙлыҡтан һуң үҙеңдең хаталарыңды аңлап, тотошоңдо үҙгәртһәң ярай ҙа, ғәҙәттә бит улай килеп сыҡмай – ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа ҡартайғансы бер түңәрәктән сыға алмай. Үҙенең ҡылыҡ-фиғелдәренә иғтибар итеп, хаталарын төҙәтер урынға улар “тап килгән” икенсе кешене эҙләй башлай.
Ҡатындар ирҙәрҙе аңламай, шулай ҙа ирҙәрҙең уларҙы аңлауын теләй һәм мөнәсәбәт ҡороуға шул етә тип уйлай. Ир-егеттең теләктәре уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Үҙ сиратында ирҙәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙы аңламай, шуға ла уларҙың манипуляцияһына бирелә. Тап ошо буйһоноусанлығы өсөн ҡатынының уны күрә алмауын төшөнөп етмәй. Йәғни ҡатын-ҡыҙҙы бәхетһеҙ итә, ә мөнәсәбәттәргә сик ҡуйыла. Ул бала кеүек ҡылана: әсәһе яратһын өсөн тыңлашырға кәрәк.
Мөнәсәбәттәр ҡәнәғәтлек өсөн генә ҡоролған һайын, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Күңел асыу күңел асырға тейеш, унда аңлы тырышлыҡҡа урын юҡ. Ә еңел генә бәхеткә ирешеп булмай, мөнәсәбәттәр үҙ өҫтөңдә эшләүҙе талап итә.
Бының өсөн ирҙәргә маҡсатлы рәүештә гүзәл заттарҙа ҡаршы енес йән эйәһен – тап ҡатын-ҡыҙҙы күрергә өйрәнергә кәрәк.
Әгәр уға ошо йүнәлештә асылырға мөмкинлек бирелһә, ҡатын-ҡыҙ иргә яҡшы дуҫ, ярҙамсы, илһамландырыусы була ала. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй, ҡатынына һалыныуҙан туҡтап, үҙаллылығын раҫлау ҙа етә.
Ә гүзәл заттарға, үҙ сиратында, ғорурлыҡтарын ҡулға алып, ирҙәрҙе үҙҙәренең теләктәрен бойомға ашырыусы итеп түгел, ә үҙ аллы кеше итеп ҡабул итергә өйрәнеү фарыз.
Әгәр ир-егеткә ирек биреп, хоҡуҡтарын хөрмәт иткәндә, ул, яуап итеп, ҡатын-ҡыҙҙың бар теләктәрен тормошҡа ашырасаҡ. Аҡыллы ҡатын ир кешегә өлкәнәйергә ярҙам итә икән, үҙе күҙ алдына ла килтермәгән мөнәсәбәттәргә эйә буласаҡ. Бының өсөн уға әсә лә, “баш” та түгел, ә тап ҡатын-ҡыҙ – ирҙең юлдашы булырға өйрәнеү зарур. Юғиһә, үҙенең принцын ғүмер буйы көтөүе ихтимал.
Беҙҙең янда тик үҙебеҙгә лайыҡлы кеше була. Күберәккә лайыҡлымын тип уйлағандар, үҙ-үҙен алдай. Мөнәсәбәттәр бер-береңде үҫтереү өсөн ерлек, ике йәндең дә тарҡалыуына килтергән соҡор ҙа була ала. Һеҙгә һайларға.

Ләйлә ЗАКИРОВА әҙерләне.

Читайте нас: