Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
9 Декабрь 2019, 08:46

Көнсөлдәр бутаны араны

Хәтерләйем, мәктәп йылдарында уҡ Илгиз менән матур итеп дуҫлаша башланыҡ. Уның кистәрен әсәйемдәрҙән ҡурҡа-ҡурҡа килеп һыҙғырыуы, атайымдан тышҡа сығарыуын үтенеүем, айлы төндә һөйгәнемә атлығыу, тө­нө буйы етәкләшеп урам гиҙеү, серләшеү...

Хәтерләйем, мәктәп йылдарында уҡ Илгиз менән матур итеп дуҫлаша башланыҡ. Уның кистәрен әсәйемдәрҙән ҡурҡа-ҡурҡа килеп һыҙғырыуы, атайымдан тышҡа сығарыуын үтенеүем, айлы төндә һөйгәнемә атлығыу, тө­нө буйы етәкләшеп урам гиҙеү, серләшеү... Былар бары үткәндә генә тороп ҡалды. Кеше һүҙе бутаны беҙҙең араны...
Бергә ҡалаға китеп, минең уҡырға инеүем, уның эшкә урынлашыуы, унан гөрләтеп туй үткәреү, мәңге бергә булыу... Киләсәккә бар­лыҡ хыялдарым селпәрәмә килде.
Илгиз матур, аҡыллы егет булғас, уны яра­тып йөрөгәндәр ҙә күп ине. Юғары синыф­тарҙа уҡыған сағымда класташ ҡыҙҙар ми­нең менән йүнләп һөйләшмәҫ булды. Күпме генә уртаҡ тел табырға тырышһам да, минут һайын аяҡ салдылар, үҙҙәре генә шыбырлашып көлөштөләр, миңә ҡырын ҡаранылар. Дуҫтар килә, китә, ә дошмандар туплана, ти­һәләр ҙә синыфташ ҡыҙҙарымда бер ниндәй ҙә дошманлыҡ күрергә теләмәнем. Әммә улар һәр ваҡыт Илгиз менән мине айырырға ты­рышты. Тәнәфестә китаптарым араһына ял­ған хат һалһындармы, һөйгәнем тураһында алдап хәбәрҙәр һөйләһендәрме. Үҫмер сағым булғанғамы, әллә кеше көнсөллөгө шул тик­лем көслө булғанғамы - беҙҙе айырҙылар.
Бер көндө иртәнсәк ҡапҡаға хат ҡыҫ­тырып киткәндәр: "Гөлназ, Илгиз һине яратмай, һине оҙатҡас, көн дә миңә килә. Таш­ларға йәлләй. Үҙең артынан йөрөйһөң бит. Клубта уға үҙең барып һарылмаһаң, яныңа килеп тә урамаясаҡ. Балаһың шул әле, аңламайһың..."
Аптырап киттем, ышанманым, шулай ҙа тикшереп ҡарарға булдым. Бөгөн янына бар­майым әле, нимә эшләр икән? Эх, шул уҡ төн­дө һөйгәнемә лә ошондай уҡ йөкмәткеле хат биреп киткәндәрен, Илгиздең дә хәлде тик­шерергә теләгәнен ҡайҙан ғына беләйем?..
Кискеһен сыҡтым. Һәр ваҡыттағыса ул дуҫтары менән тора. Ҡосағына атлығырға әҙермен, әммә түҙәм, үҙе килһен, тием эстән генә. Егетем дә миңә ҡарай, әммә килмәй. Шул саҡ йәшен тиҙлегендә башымдан: "Тимәк, ысын!" тигән уй йүгерҙе. Күҙ йәштәрем­де күрһәтмәҫкә тырышып, башымды юғары күтәреп, эскә үттем. Синыфташтар янына барып баҫтым да, һөйләшеп торабыҙ. Һөйгә­нем клубҡа инде, әммә мине күрмәгәнгә һа­лышты, төкөй яҙып эргәмдән үтеп китте.
Мин тышҡа йүгерҙем. Йә, Хоҙай, ысын... Ысын... Минең күҙемде астылар. Илгиз ми­нең менән уйнаған ғына. Тимәк, яратмай. Йәшәгем килмәй... Бер кемде лә күрергә телә­мәйем, ә мин бит яратам уны, ярата инем...
Урам буйлап хәҙер яйлап ҡына атлайым. Өйгә ҡайтҡым килмәй.
Был ваҡытта ҡыҙҙар һөйгәнемдең ҡайғы­һын уртаҡлашып, арыу ғына һыйлағандар. Минең турала нахаҡ һүҙҙәр һөйләп, тамам ышандырғандар. Егетем араларынан бер еңел холоҡлоһон ггәкләп, урамда йөрөп килергә тип сыҡҡан мәлдәрендә мин ran булдым. Күҙҙәремдән йәш аға. Күрмәмешкә һалышам, башым эйелгән. Был тирәнән йәһәтерәк китергә кәрәк. Үҙ күҙҙәрем менән миңә хыянат иткәнен күрҙем...
Ошонан һуң бер ай ваҡыт үтте. Икебеҙ ҙә яңғыҙбыҙ. Һуңға габан бының көнләшеүселәрҙең эше икәнен аңланыҡ, әммә гртабан мөхәббәтем өсөн көрәшергә көсөм етмәне. Шулай айырылыштыҡ.
Ваҡыт үтте. Хәҙер уҡыусы түгелмен инде. Ҙурайҙым, донъяға үҙ ҡарашым бар. Илгиз дә хәрби хеҙмәттә йөрөп кайтты. Осрашҡанда аралашмаҫҡа тырышабыҙ, үткәндәрҙе сәтерләге килмәй. Ул ауылда, мин ҡалала булғас, һирәк күре­нәбеҙ ҙә. Икебеҙҙең дә үҙ йәребеҙ бар. Әммә үҫмер саҡта ебеп төшөүемә генә йәнем көйә.
Журнал уҡыусы бөтә йәштәргә лә минең хатамды ҡабатламағыҙ, мөхәббәтегеҙҙе юғалтып ҡуймағыҙ, тип әйткем килә.
ГӨЛНАЗ.
Читайте нас: