Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Март 2020, 12:15

Әхирәтем ирем менән...

Туғандары ҡотҡарып ҡала.

- Кешеләрҙең әхирәтем тип хәбәр һөйләгәненә ышанмайым, - тип башланы һүҙен Руфина апай. - Беҙ уның менән бар ауылда үҫтек, гел бергә йөрөнөк. Бер көн килеп уның ғаиләбеҙҙе ҡыйратасағы башыма ла инеп сыҡманы...
Бәләкәйҙән йырсы булырға хыяллана Руфина. Унынсы класты тамамлағас, Өфөгә сәнғәт училищеһына килһә лә, эсенә үтергә, документтарын бирергә ҡыйыулығы етмәй. Иртәгә килермен әле тип йөрөй торғас, имтихан ваҡыттары ла тамамлана. Ҡыҙ заводҡа эшкә урынлаша, шулай ҙа һаман училищеға инергә ҡыйыулығы етмәй, алты йыл да уҙып китә.
Етенсе йылына ҡыҙ тыуған ҡасабаһына ҡайтып китә, мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Бер аҙҙан күрше райондан эшкә килгән егет менән танышып, туй гөрләтәләр. Бер йылдан – улдары, өс йылдан ҡыҙҙары тыуа. Ҡатын ситтән тороп мәҙәниәт училищеһына уҡырға инә.
- Көҙгө сессия башланды, - тип һүҙен дауам итте Руфина. - Стәрлетамаҡҡа киттем. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ кеҫә телефоны юҡ. Беҙ йәшәгән ҡасаба шаҡтай алыҫ булғас, ял көнөндә ҡәйнәмдәргә барып бәрәңге алышырға булдым. Алдан телефондан иремә лә ошо хаҡта хәбәр иттем.
Әммә вокзалда еңел машинала тыуған яғына ҡайтырға йыйынға ағайҙы күреп, планын үҙгәртә ҡатын. ”Ҡайһылай йәтеш булды әле, балаларҙы һағындырҙы, өҫ-башын йыуып килермен”, - тип уйлап, үҙ йортона ҡарай юл тота.
Тауҙар араһындағы ҡасабаға төн уртаһында ғына ҡайтып инә ул. Фатирҙың ишек төбөндә ят ҡатын туфлийын күреп, йөрәге туҡтағандай була. Бәй, был бит әхирәте Суфияның аяҡ кейеме!
- Өйгә ингәс, утты ҡабыҙһам, ни күҙем менән күрәйем – ирем әхирәтем менән йоҡлап ята. Өҫтәлдә буш шешә ултыра...
Ни эшләргә белмәгән ҡатын урамға сығып йүгерә, апайҙарына бара, үҙенә ҡул һалырға ла маташа, тик туғандары ҡотҡарып ҡала.
- Ошонан һуң ирем менән арабыҙ һыуынғандан-һыуынды. Хыянатын кисерә алманым. Бәлки, дөрөҫ тә эшләмәгәнмендер, балаларым хаҡына кисерергә кәрәк булғандыр, әммә йөрәккә бойороу мөмкин түгел икән. Ирем дә тегеләй-былай йөрөнө лә тыуған яғына ҡайтып китте.
- Ә теге әхирәтегеҙ ҡайҙа булды? - тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Руфина апай ауыр һуланы:
- Бер нисә йылдан ире үлтереп, балкондан ырғытҡан.
- Ә ирегеҙ ҡайҙа?
- Тыуған ауылында йәшәй.
- Ғаилә ҡорғандыр инде.
- Эйе, ауылдашына өйләнгән.
- Балалары бармы?
- Юҡ. Күрәһең, бар бәхетеңде емереп, бәхетле булыу мөмкин түгел. Йәштәр кеше бәхетенә һонолоуҙан абай булһын ине.
Фото: jv.ru
Читайте нас: