"Әсәйем Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Өйҙә һәр ваҡыт әҙерләнә, бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерә, - тип һөйләй был хаҡта йырсы. - “Әсәй, һин 7 йәштән алып пенсияға сыҡҡансы китап-дәфтәрҙәрең менән ялҡманыңмы? Ә мин уҡытыусы булмаясаҡмын”, - ти торғайным. Минең өсөн уҡытыусынан да ауыр һөнәр юҡ ине кеүек. Бөгөн иһә үҙем профессиональ йырсы булғас, һөнәремдең ни тиклем ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын әйтә алам. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәр стрестарҙан тора. Сәхнәгә сыҡҡан һайын үҙеңдең һөнәри кимәлеңде тамашасыға иҫбат итәһең. Сығышың саҡ ҡына һин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, үҙеңә генә түгел, бөтәһенә лә насар тәьҫир итә. Һәр ваҡыт тышҡы ҡиәфәтең менән күркәм булырға тейешһең. Йырсы һөнәре лә спортсы кеүек ул, һәр ваҡыт профессиональ формала булырға кәрәк. Үҙ өҫтөңдә даими шөғөлләнеп тормаһаң, артта ҡалыуыңды көт тә тор. Һауа торошоноң үҙгәреүе лә, берәй ерең ауыртһа, кәйефең булмаһа ла, тауышҡа насар тәьҫир итә. Ә тауыш – ул иң ҡатмарлы инструмент. Ни өсөн? Мәҫәлән, фортепьяно, баян, скрипка кеүек уйын ҡоралдарын күҙ алдында көйгә килтерергә була. Ә йырсының тауышын көйләү үтә сетерекле, ҡатмарлы шөғөл, һәр бер кешегә шәхсән алым кәрәк. Бары үҙеңде тойомлауың, көндәлек уның өҫтөндә эшләү менән генә тауышыңды тейешле кимәлгә еткерергә мөмкин. Йырсы булыу туҡланыу йәһәтенән дә күп ризыҡтан алыҫ тороуҙы талап итә. Шунһыҙ тауышыңа зарар килеүе бар. Мәҫәлән, мин һуңғы тапҡыр ҡасан көнбағыш ашағанымды иҫләмәйем. Артыҡ эҫе, һыуыҡ, әсе ризыҡтар ҙа ярамай. Йырлар алдынан шәрбәттән, сәтләүектән тыйылып торам. Туңдырманы бик яратһам да, үҙемә йәйге ялда ғына тәмләргә рөхсәт бирәм. Әлбиттә, концерттар алдынан йоҡо туйырға тейеш".