Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
7 Май 2020, 22:15

Әсәй, һин шундай йәмһеҙ булғанһың…

Ул ваҡытта атайыңа туғыҙ ғына йәш булған.

Йондоҙобоҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина Инстаграм селтәрендә үҙенең тормошо, мажаралары хаҡында асыҡтан-асыҡ яҙа. Бына ул 17 йәштә төшкән фотоһын ҡуйған һәм ҡыҙы Камилланың ғәжәп һүҙен яҙған. “Әсәй, был һинме? Һин бөтөнләй икенсе, юҡ, был һин түгел… Һин шундай йәмһеҙ булғанһың икән, ул ваҡытта атай һине күрһә, моғайын,өйләнмәҫ ине”. “Эй, ҡыҙым, ул ваҡытта, 1992 йылда, атайыңа туғыҙ ғына йәш булған”, - тигәс, “Эйе-е-е, аптырарлыҡ, ул саҡта һин бөтөнләй супер ҡатын”, - тип яуапланы ҡыҙым.
Был яҙмаға тамашасылар бихисап фекерҙәрен ҡалдырған. Билдәле журналист Рәмзиә Кәримова: “Һин һәр ваҡыт сибәр, мөләйем, яғымлы булдыңсы, йәшлек үҙенсә матур, элекке фотоларҙан сафлыҡ, дәрт бөркөлөп тора, ә хәҙергеләренән үҙенә ышанған зауыҡлы, гүзәл ханым ҡарай”, - тигән.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: