Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
8 Май 2020, 11:25

“Балаң кеше булмаҫ”

Һинең тағы ике блаң бар.

Әсә өсөн донъяла йөрәген ярып сыҡҡан сабыйының уңышынан күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр. “Шатланып уйнауын, ҡысҡырып көлөүен,башҡалар менән бер тиң булып йөрөүен күреү беҙҙең кеүек әсәйҙәргә оло бәхет һәм ҙур еңеү!, – ти был хаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина. – Балаңда ниндәй телефон, ниндәй фирма теккән кейем кейгәне мөһим түгел, ә ҡасандыр ,,Кеше булмаҫ был балаң, юҡҡа йонсойоң, һинең бит тағы ике балаң бар, уларҙы ҡара”, – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, минең уйҙарымды, күңелемде үҙегеҙ һиҙәһегеҙҙер. Әсәйҙәр, рәхмәттән башҡа һеҙгә бер һүҙем дә юҡ! Һеҙҙең эшегеҙгә ҡарап хайран ҡалам! Был байрам өсөн тағы ла бер рәхмәт! Эшегеҙ уң булһын, аңлаған кешеләр күп булһын!
Байрам ойошторған һәр кемгә уңыштар теләйем”.
Фото: Инстаграм
Читайте нас: