Рус ҡыҙына өйләнеүенә ҡаршы төшмәй өлкән Хызыровтар. Килендәренең үҙ милләтенән булмауын өнәп тә бөтөрмәгәндәрҙер, бәлки. Әммә йәш йөрәктәрҙең хәтерен ҡалдырмайҙар. "Маша менән тәүге тапҡыр ауылыбыҙға ҡайтыу һаман иҫтә, — ти Вәхит көлөп.
— Кәләшем аҙбар тулы малды ла, ауыл тормошон да тәүгә күрә. Беҙҙең яҡта шулай бит инде: һыйырҙарҙың исеме Машка, үгеҙҙәрҙеке — Мишка. Атайым килененең хәтере ҡалыр тип, өйҙәгеләргә: «Һыйырға „Машка“ тип өндәшмәгеҙ», — тип киҫәтеп ҡуя. Ә һыйыр икенсе исемгә әйләнеп тә ҡарамай, һауырға ла яҡын килтермәй". Киленгә ипләп кенә ысынбарлыҡты аңлатырға тура килә.