Һәр кемдең өйләнеү тарихы үҙенсә. Ә бына атаҡлы кәмит оҫтаһы Юнир Салауатов үҙенең кәләш алыуы хаҡында былай тип һөйләй.
– Башҡалар кәләш алыу өсөн аҡса юҡ, кейем юҡ, йәшәргә урын юҡ, тип мыжый. Ә мин был турала уйлап та бирмәнем. Разия исемле һылыу менән йүнләп танышып өлгөрҙөммө-юҡмы, әйҙә, Бөрйәнде күрһәтәм әле, тип ҡунаҡҡа алып ҡайтып да киттем. Ҡайтҡас, ауыл Советында, беҙ өйләнешәбеҙ, тип документтарҙы ҡалдырҙым. Иртәгәһенә туғандарға ҡунаҡҡа китеп барышлай, Разияға, әйҙә сельсоветҡа һуғылып сығайыҡ, тигән булдым. Унда беҙҙең алға никах таныҡлығын һалып, ҡул ҡуйырға кәрәклеген әйткәс, буласаҡ кәләшемдең күҙе туҫтаҡтай булды, илап ебәрҙе. "Минең әле ике апайым кейәүгә сыҡмаған, әҙәмдән оят", – тине ауыҙын бәлшәйтеп. Ә мин ҡоро ғына:
– Ике апайыңа ла өйләнә алмайым шул, ҡағыҙға ҡул ҡуй, – тинем.