Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Май 2020, 12:25

Әлиә Исҡужинаның хәләл ефете ниндәй булырға тейеш?

Талаптарың бик юғары һымаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина сәнғәт юлына яңы аяҡ баҫһа ла, эстрада, классик йырҙарҙы ла берҙәй оҫталыҡ менән башҡарыуы менән тамашасыларҙың яратҡан йырсыһына әүерелде. Баймаҡ районы Темәс ауылы ҡыҙының күңел төбөндәге йөрәк серҙәрен менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Әлиә, буласаҡ тормош иптәшеңде нисегерәк күҙ алдына килтерәһең?
- Әлбиттә, бар яҡлап та ышаныслы булырға тейеш. Тормошомдо аңлауы, мине хөрмәт итеүе, маҡсатлы, эшһөйәр, хәстәрлекле булыуы мөһим. Йәнә балаларымдың атаһы эсмәҫкә, тартмаҫҡа тейеш .
- Талаптарың бик юғары һымаҡ. Ә ундай егет булмаһа?
- Булыр тигән өмөттә ҡалам!
- Күрәһең, үҙең шундай ғаиләлә үҫкәнһеңдер...
- Эйе, беҙҙең ғаиләлә иҫерткес эсемлектәргә урын юҡ. Байрам табындары һут, сәй менән үтә. Мин шундай мөхиттә үҫкәс, алама ғәҙәттәре булған кешене аңлай алмайым, буласаҡ ғаиләм дә тап шундай булырға тейеш тигән ҡараштамын. Тағы беҙҙә дингә ихтирам ҙур. Өләсәйем беҙҙең менән йәшәгәс, уның һәр ваҡыт намаҙ уҡыуын күреп үҫтем, бергә мәсеткә йөрөй торғайным. Үҙем намаҙ уҡымаһам да, дингә ышанам, бына унынсы йыл ураҙа тотам
Читайте нас: