Ирем менән яратышып өйләнештек. Икебеҙ ҙә бер ауылдан булғас, атай-әсәһен дә, туғандарын да яҡшы беләбеҙ. Әсәйем:
- Ҡыҙым, Алла бойорһа, кәм-хур булмаҫһың, нәҫеле һәйбәт, эшсәндәр, матур ғына йәшәгеҙ, - тип, фатихаһын бирҙе.
Ысынлап та, ирем дә уңған булып сыҡты. Юғары уҡыу йортон тамамлаған, һәр ваҡыт етәксе урындарҙа эшләне. Иркен йорт һалып сыҡтыҡ, бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы. Әммә ҡыҙ баланың бәхете иренең эшсәнлегендә лә, донъя малында ла түгеллеген һуңғараҡ ҡына аңланым.
Бер мәл иремдең бер ҡыҙ менән сыуала башлауын еткерҙеләр. Быға тәүҙә ышанманым да. Ғаиләбеҙҙе бутарға тырышыуҙары тип ҡабул иттем. Ирем ҡалаға хужалыҡ эштәре менән китеп, ике, өс көн ҡунып ҡайта башлағас, үҙенән был хаҡта һорағас,
- Дөрөҫ, мин уны ла яратам, - тип теге ҡыҙҙың исемен әйтте. - Тиҙҙән беҙҙең балабыҙ буласаҡ. - Мин икегеҙ менән дә йәшәйәсәкмен.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, гүйә, донъяның аҫты-өҫтө килгәндәй тойолдо. Әммә илап та, туҙынып та бер ни ҡылыр хәлем юҡ. Сығып китер инең, өс бала менән ҡайҙа барып баш төртәһең. Үҙебеҙҙең йортта ғаиләһе менән ҡустым йәшәй. Бер аҙҙан иремдең көндәшем менән никах уҡытыуын да ишеттем. Ә йәмле яҙ көнөндә ҡыҙҙары тыуҙы. Өс йылдан малайҙары донъяға килде. Башҡа төшкән хәсрәтте яҙып та, аңлатырлыҡ та түгел. Кеше алдында оят. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышам. Ҡайһы саҡ үҙемә ҡул һалайыммы икән тигән уй ҙа килә башҡа. Балаларым хаҡына барыһына ла түҙәм, сөнки ирем аҡсаһын да, малын да таба.
Берәүҙең берәүе генә булып йәшәһәң ине донъяла. Ҡыҙҙар ғаиләле ирҙәргә ҡыҙыҡмаһын ине.