Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
19 Май 2020, 11:40

Үҙ ирем алтын икән

Айырыуса ял көндәре икәүҙән-икәү ҡалһаҡ тынһыҙ ғына көн үткәрәбеҙ !

Минира БИКӘНӘСОВА
Айһылыу исемле әхирәтем класташтар менән осрашыуға килә алмауына бик үкенде:
- Эштән китә алманым, ебәрмәнеләр, әйҙә, үҙең беҙгә кил, һөйләшеп ултырырбыҙ,- тине ул телефон аша.
...Алыҫ бер районда йәшәгән класташым менән нисәмә йылдан һуң осрашыу бик тулҡынландырғыс булды, һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Айһылыу ире менән иркен йортта йәшәй, балалары башлы-күҙле булып, таралашып бөткән. Ғәзим баҫалҡы, аҙ һүҙле ир, беҙҙе иркенләп һөйләшһендәр, типтер инде, тышҡа сығып китте, ишек алдында эш менән мәшғүл.
- Иреңдән уңғанһың ахыры, бик итәғәтле күренә, күп тә һөйләмәй, - тим Айһылыуға.
- Әйттең инде, тап шул өндәшмәүе маҙама тейә лә ,- тип әхирәтем ире тураһында һөйләп алып китте. Булһа була икән дә шундай кеше- яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ әйтмәҫ! Ышанаһыңмы,юҡмы, көнөнә әйткән һүҙҙәрен бергә йыйһаң, унлап һөйләм сығалыр, биллаһи! Нишләйһең бит маңлайыма яҙылғаны шул булғас-түҙергә тура килә! Бер көн таныштарымдың машинаһына ултырып район үҙәгенә барҙым. Эй, барып еткәнсе һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡайтҡан саҡта ла сутырлашып- сутырлашалар инде, һандуғастар тиерһең, көнләшеп уларға ҡарайым. Бына, исмаһам, ир менән ҡатын! Булғас, шулай булһын ул- ҡайҙан һүҙ табалар, ғәжәп! Ә беҙ...берәй ергә барырға булһа- юл буйына ауыҙға һыу уртлағанмы ни!
Ҡайһы ваҡыт һөйләшке лә килеп китә- ул сағында юрый үҙем һөйләйем,бөткәнме ни хәбәр : ауыл яңылыҡтары, һауа торошо,һ.б. Юҡ, ул тыңламай түгел, тыңлай, тик яуаптары ҡыҫҡа, йә бөтөнләй юҡ! Айырыуса ял көндәре икәүҙән-икәү ҡалһаҡ тынһыҙ ғына көн үткәрәбеҙ !
Шулай бер көндө тәжрибә яһарға булдым- үҙе башламайынса - бер һүҙ әйтмәҫкә! Эй йөрөйбөҙ, эй йөрөйбөҙ- һәр кемебеҙ үҙ эше менән мәшғүл булып, тик ләм-мим!
Һөйләшмәҫ ир менән йәшәргә тамам өйрәндем- утыҙ йыл булып килә, туғандар ҙа иремдең был ҡылығына күнде, тәүҙәрәк:
- Кейәү ниңә бер ҙә һөйләшмәй, әллә үпкәләгәнме,-тип һорап аҙаплана инеләр, хәҙер һорап та тормайҙар, кейәүҙәренең ҡыҫҡа ғына яуаптарына ла ифрат шатланалар.
Ә иремдең туғандары нисек тиһеңме? Уларға донъя,тормош хәлдәрен мин һөйләйем.
Әл дә мин әйтәм эшем бар,һатыусы мин, көнө буйына кешеләр менән аралашып күңелем була, өйҙә барыбер һөйләшәһе түгел ...
Хәтеремдә, ирем менән өйләнешергә йөрөгәндә бер апаһы:
-Килен һиңә алла ярҙам бирһен инде,-тигәйне. Тәүҙәрәк ниңә улай тип әйтә икән тигәйнем- ошо һөйләшмәүенә ишара булғанлығына төшөндөм.
Юҡ, зарлана тип уйлай күрмә , зарланмайым, бөтә яҡлап та ыңғай кеше ул Ғәзим-эсеп-тартып йөрөмәй, эш хаҡын тәләфләмәй, донъя мәшәҡәттәрендә миңә ярҙам итә, тик ҡайһы ваҡыт матур һүҙҙәр ишетәһе килеп китә, юҡҡа мы ни ҡатын-ҡыҙҙы ҡолағы менән ярата , тиҙәр. Әсәйем дә мине йыуатып,"һөйләшкәне-баҡыр булһа,өндәшмәүе-алтын" тип әйткән боронғолар , минең кейәүем дә-алтын!-тигән була.
Ә шулай ҙа күп һөйләшмәгән ирҙең ыңғай яҡтары ла бар ул. Мәҫәлән, артыҡ сөсө телләнеп маҙаға теймәй, әхирәтең менән һөйләшкәндә һүҙгә ҡатышмай,бәхәсләшмәй...
Ниңә ундай һөйләшмәҫ егеткә кейәүгә сыҡтың, -тип һорайһыңдыр. Йәш саҡта күп һөйләгән егеттәрҙе яратмай инем, нишләптер таҫма теллеләрҙе енем һөймәне. Тик был хәтлем үк булыр тип уйламағайным...Шулай йәшәй торғас, хатта үҙем дә өйрәнеп киттем күрәһең, башҡа ҡатындарҙың ирҙәре артыҡ күп һөйләй кеүек тойола башланы.
- Ярай, кәрәген барыбер әйтәлер әле, һөйләшмәһә-һөйләшмәһен, һүгенеп йөрөмәй -шуныһы мөһим ,- тим Айһылыуҙы йыуатып.
- Уныһы шулай ҙа ул, тик...тәбиғәтем менән аралашырға яратҡан кеше булараҡ бик өнәп етмәйем иремдең был холҡон.
- Үҙең дә ике ир-егеттең әсәһе бит, улдарың аталарына оҡшамағанмы? Килендәреңде өндәшмәй яфаламайҙармы?-тип һорайым көлөмһөрәп Айһылыуҙан.
- Миңә оҡшағандар, кәләштәре менән рәхәтләнеп һөйләшәләр, ул яғынан килендәремдең бәхете бар!"- тине Айһылыу ғорурланып.
Шул ваҡыт өйгә Ғәзим килеп инде лә:
- Институтта бергә уҡыған курсташым шылтыратты. Беҙгә килә ята икән, сәйеңде яңырта тор,- тине.
Беҙ әхирәтем менән ҡабаланып өҫтәл әҙерләргә тотондоҡ, ни тиһәңдә биш йыл бергә уҡыған дуҫы күңелендә йылы хәтирә ҡалһын.
Ниһайәт, Айһылыуҙарҙың киң урамына еңел машина килеп туҡтаны. Унан ап-аҡ костюм кейгән урта буйлы йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ҡәнәғәт ҡиәфәтле ир төштө.
- ОҺо,нисәмә йыл үтеп киткән бит күрешмәгәнгә! Бына ҡайҙа йәшәп ятаһығыҙ икән! Табырмын тимә, ер сиге ошо тип торам!- тип шаяртты ҡунаҡ , тирә-яҡты байҡап.
Өйгә ингәс хужаларса йорт эсен уратып сыҡты, Ғәзимгә шунда уҡ, икенсе тапҡыр йорт һалырға уйлаһаң тип, бернисә кәңәшен дә еткерҙе.
Сәй табынына ултырғас, күстәнәс- маҙар алып килмәгәненә ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, юл ыңғайында ғына һуғылыуын аңлатты.
- Мин супермаркеттарҙан әйбер алырға яратмайым- үтә лә ҡыйбатҡа төшә, күмәртәләп һатҡандарынан ғына алам,- тине ул сәйен эсә-эсә.
- Йә, үҙең нисек, ҡайһы төбәктә йәшәп ятаһың,- тине Ғәзим. Ҡатының, балаларың?
- Ҡатыным менән күптән айырылыштыҡ, бер йүнһеҙ бисә булып сыҡты ул. Аҡса туҙҙырырға ғына ярата, ә мин эш хаҡымды үҙем тоттом, бер тинен дә бирмәнем уға. Анһаттыр шул аҡса табыуы, әйҙә, мин әйтәм, эшләп үҙең тап, тинем. Шәфҡәт туташы ине, алған эш хаҡын - ташҡа үлсәйем.
- Һинең уҡыған саҡта бик аҡыллы, тыйнаҡ ҡыҙ менән йөрөгәнеңде иҫләйем!
- Кит, уның менән шундуҡ ташлашҡайныҡ та инде, бигерәк мыжыҡ ине ул- то киноға барайыҡ, то театрға тип маҙаға тейгәс- башҡа янына барманым да ҡуйҙым.
- Ә балаларығыҙ бармы һуң,- тине Айһылыу ҡунаҡҡа сәйер ҡарашын ташлап.
- Балалар юҡ, уныһы һәйбәт, бына хәҙер уларға алимент түләп йонсор инем әле. Былай зато рәхәтләнеп йәшәйем. Бөтә ғүмерен бала тип үткәргәндәрҙе аңламайым мин. Бәләкәй сағынан үҫкәнсегә тиклем улар өсөн йәнен фиҙа ҡылып, аҙаҡ ейәндәр тип иҫтәре китеп йәшәгәндәргә аптырайым. Донъяның рәхәтен дә татып ҡала алмайҙар!
Беҙ аптырашып бер-беребеҙгә ҡараштыҡ, Ғәзим дә дуҫы өсөн уңайһыҙланып ҡуйҙы.
- Ҡайҙа эшләйһегеҙ, моғайын берәй эшҡыуарҙыр?
- Әлбиттә, ауылда араҡы магазины тотам, үтә килемле кәсеп.
Шунан тотондо был маҡтанырға, имеш уның кеүектәр һирәк, артынан мине ал да мине ал тип әллә күпме ҡатын-ҡыҙ тағылып йөрөй, ә ул төкөрөп тә бирмәй, имеш.
- Йортомдо кирбестән һалдым, евро стилендә йыһазланым, берәй барып күрегеҙ,- тине ул.
Ғәзимгә һиңә шулай итергә кәрәк, былай түгел, тегеләй эшләргә ине тип һүҙ һайын өйрәтеп маташты.
- Ғүмер буйы эшләп, ябай инженерҙан ары китмәгәнһең икән, мин һине берәй ҙур ғына хужалыҡтың етәксеһелер инде тип уйлағайным,- тип Ғәзимгә төртөлдө. Бынау заманда был төпкөлдә йәшәүе күңелһеҙҙер, ниңә ҡалаға күсмәйһең? Бына мин исмаһам, йәшәй беләм- йыл һайын сит илгә сәйәхәткә сығып китәм, йә ял йортонда кинәнәм,- тип маҡтаныуын дауам итте.
- Хәтеремдә, һинең бер туған ҡустың да беҙҙең институтҡа уҡырға ингәйне. Уның хәлдәре нисек?- тине Ғәзим.
- Кит, иҫемә төшөрмә шуны! Күптән күргәнем юҡ, аралашмайбыҙ! Унан миңә бер файҙа ла юҡ, ҡатыны бала табыуҙан башҡаны белмәй, уҙған йыл минән аҡса һорап торорға килгән, имеш балаһына операцияға кәрәк- ниңә миндә әндрәй ҡаҙнаһы бармы әллә, магазин тота тигәс тә- бирмәнем. Шунан һуң килмәй башланы, арыу булды.
Беҙ барыбыҙ ҙа ҡунаҡтың тиҙерәк был йорттан ҡайтып киткәнен түҙемһеҙлек менән көтә башланыҡ. Ирҙәр тышҡа сыҡҡан арала, Айһылыу:
- Аллам һаҡлаһын, шул да булдымы ир! Маҡтаныуы тамам ялҡытты, үҙе бигерәк иҫәпсел, ҡатыны белеп киткән инде бынан! Абау, хас та урам ғәйбәтсеһе! Аҙ һүҙле булыуы мең артыҡ икән ул ирҙәрҙең, эше күп- һүҙе аҙ булһын! -тине.
Мин дә әхирәтемде ҡеүәтләп:
- "Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр",-тип тап Ғәзим кеүектәргә әйткәндәрҙер инде,-тинем.
Айһылыу ҡунағын оҙатып кереп килгән иренә табан ашыҡты.
Читайте нас: