Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
6 Июнь 2020, 12:38

Ниңә бергә булырға насип итмәне?

Зинур һөйгәненең хыянатын оҙаҡ кисерә алманы, эш, донъя мәшәҡәттәре менән ҡайғыһын баҫты.

Юҡ, онотоп булмай икән ул йән һөйгән йәреңде, күпме генә йылдар уҙһа ла. Йырҙарҙа йырланған, шиғри юлдарҙа һөйләнгән мөхәббәт! Уны, юҡ, тиҙәр, кем ысынлап яратмаған - шул кеше генә әйтәлер быны. Үҙенең ысын мөхәббәте менән ғүмер юлдарынан үтеүселәр- ниндәй бәхетле! Тик...күптәргә бындай бәхет эләкмәй шул. Яратмаған йәрҙәр менән өйрәнелгән ҡалыпта донъя көтөүселәр бихисап. Балалар-эш-йорт араһында йөрөп ғүмерҙәре үтә, ә бит ҡанатландырыусы, һинең һәр көнөңдө салт аяҙ көнгә әйләндереүсе-ул яратҡан йәрең. Уның һәр һүҙе йөрәгеңә дауа, һәр хәрәкәте, һәр ҡағылыуы- мәңге татып туймаҫлыҡ ләззәт...
Ошоларҙы уйлап талғын ғына барған автобустың яйына тирбәлеп килә Нурзилә. Сәстәренә һирәк-һаяҡ сал йүгергән, сибәр йөҙлө урта йәштәрҙәге ҡатын ике тиҫтә йылдан һуң беренсе мөхәббәте менән осрашыуға китеп бара. Ниңә барырға булды һуң әле был осрашыуға? Күпме ваҡыт үткән, күпме һыуҙар аҡҡан. Хәҙер инде үҙған йылдарҙы кире ҡайтарып булмай! Юҡ, бөтәһенә лә асыҡлыҡ индерергә кәрәк, нишләп уларҙың аралары шулай һыуынды? Ниңә бергә булырға насип итмәне? Һөйгәненең күҙҙәренә бер бағып, йылы ҡулдарына ҡағылғыһы килде Нурзиләнең. Килешеп етерме һуң был ҡылығы? Ни тиһәң дә йәш-елкенсәк түгел. Ошо уйҙарының осона сыға алмай килә Нурзилә,ҡайһылай яйы ла сыҡты бит - командировка тап һөйгәне йәшәгән ҡалаға тура килде, күпме йылдар ошо хаҡта хыялланды лабаһа.
Бына автобус таныш булмаған ҡалаға туҡталды. Сит-ят халыҡ, бейек йорттар, төрлө магазиндар теҙелеп киткән, күп һанлы машиналар ағымы ҡайнап торған йәшәү ритмына ишара.
Нурзилә такси яллап, алдан һөйләшкән кафе алдына килеп етте. Шул ваҡыт телефоны шылтыраны:
- Мин хәҙер, көт!
Ҡып-ҡыҙыл раузалар бәйләме тотҡан, ҡара костюм кейгән, зәңгәрһыу күлдәккә тап килгән зауыҡлы галстукта олпат ир туп-тура Нурзилә янына килеп баҫты.
- Һаумы, ҡәҙерлем!- Зинур Нурзиләне еңелсә генә ҡосаҡлап, гөлләмәһен тотторҙо.
Һуңынан улар кафеға инделәр. Зинур йәш саҡтағылай еңел, һәр хәрәкәте , һәр һүҙе килешле, шаяртыуҙары ла урынлы.
- Йә, үҙең тураһында һөйләп ебәр,- тине ул Нурзиләгә.
- Нимә тип әйтәйем, ғүмер буйы район китапханаһында эшләнем...
- Мин- институттан һуң ошо ҡалаға төпләндем, заводта цех начальнигы.Яңғыҙмын, нишләптер мөхәббәт фронтында эштәр бешмәне.
- Мин дә кейәүгә сыҡманым,- тине Нурзилә.
Уларҙың һүҙҙәре туҡтап ҡалды. Хәҙер иң мөһим һөйләшеүгә күсер ваҡыт яҡынлашты: беренсе мөхәббәт уттарҙа яндырҙы ла, яҙмыш еле ялҡын һибеп торған усаҡты һүндереп, икеһен -ике яҡҡа ташланы. Ғазапланып, бер-береһен уйлап үтте ғүмеркәйҙәре. Нурзилә моңһоу ғына Зинурға ҡарап алды, күҙҙәрендә бөтмәҫ үкенес, ғазап ине ҡатындың. Эх, кире ҡайтарып булһа ине шул саҡтарҙы.
...Нурзилә мәктәпте тамамлағас училищеға уҡырға инде. Ҡала тормошона өйрәнеп, иптәш ҡыҙҙары менән матур ғына уҡып йөрөй.
Бөгөн Илһөйәр әхирәтенең тыуған көнө. Ул нефть институтында уҡыған ауылдашын саҡырған.
- Бүлмәләш егет менән киләм, тине. Ҡыҙҙар әҙерләнеп тороғоҙ, моғайын дуҫы берәйегеҙгә күҙ атыр,- тине ул серле генә йылмайып. -
Егеттәр килеп ингәндә ҡыҙҙар биҙәнеп- төҙәнеп, иң матур күлдәктәрен кейеп алғайнылар.
- Һаумыһығыҙ, сибәркәйҙәр!- тине Илһөйәрҙең танышы Зинур. - Таныш булығыҙ минең дуҫым-Әхмәт.
Йәштәр туйғансы һөйләште, күңел асты. Ҡыҙҙар әҙерләгән тәм-том менән сәй эсте.
- Әйҙәгеҙ, урамда йөрөп әйләнәйек,- тине Әхмәт.
Улар күмәкләшеп яҡындағы паркка юлланды. Көндәр ҡышҡа яҡынлаша, сағыу төҫтәрен юғалтҡан япраҡтар һалҡын ел көйөнә өйөрөлә, ағастар яп-яланғас булып ҡалған. Шул ваҡыт ямғыр яуа башланы, кемуҙарҙан йүгерешеп ышыҡланыр урын эҙләнеләр. Зинур менән Нурзилә ҡарағай төбөнә туҡталды.
- Ҡулдарың өшөгән,-тип егет ҡыҙҙың ҡулдарын усына йомдо. Уларҙың ҡараштары осрашты, Нурзилә тиҙ генә күҙҙәрен йәшерҙе, Зинурҙың зәңгәр күҙҙәре өтөп алып бара төҫлө тойолдо.
- Иртәгә яныңа килһәм буламы?
- Дәрестәр сәғәт дүрттәрҙә бөтә, тик миңә китапханала бер аҙ ултырырға кәрәк,- тине ҡыҙ ризалығын белдереп.
Ошо көндән башлап улар араһында ҡайнар хистәр яралды. Нурзилә атлап түгел осоп йөрөнө, һәр көн байрамға ғына түгел, ғазапҡа ла әйләнде, ул һөйгәнен көтөп ала алманы, осрашҡас- әйтер һүҙҙәрен онотто. Зинур уның тап киреһе- әллә ҡайҙан һүҙен таба, шаярта, яйы сыҡҡан һайын ҡыҙҙы шоколад, туңдырма менән һыйлай, уға ни эшләһә лә- килешеп тора! Нурзилә менән Зинур айырылмаҫ йәрҙәргә әйләнде. Илһөйәр әхирәте менән ауылдашының һөйөүенә берсә һоҡланып, берсә көнләшеп ҡараны. Ул үҙе лә Зинурға битараф түгел ине, егеттең уның тыуған көнөнә килергә ихлас риза булыуы, сәскәләр бәйләме бүләк итеүе ҡыҙҙа өмөттәр уятҡайны. Тик ана нисек килеп сыҡты. Илһөйәр Нурзиләгә был тойғоларын белгертмәне, ә эстән генә янды.
Яҙ еткәс, Зинур үҙе теләп әрме хеҙмәтенә барырға булды:
- Ысын егеттәр хәрби хеҙмәт үтергә тейеш,- тине ул. Нурзилә уны күҙ йәштәренә быуылып оҙатып ҡалды.
- Ҡайтҡас та өйләнешербеҙ, мине көт, йәнем!- тине егет ҡайнар бышылдап.
- Көтөрмөн,- тине ҡыҙ.
***
Ике йыл ваҡыт үтеп тә киткән! Нурзиләгә бөгөн икеләтә шатлыҡ: беренсенән ул училищены тамамлап диплом алды, икенсенән Зинурҙың әрменән ҡайтырына бер-нисә генә көн ҡалған!
Илһөйәр дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә йүгереп килеп инде:
- Нурзилә, профком яҡшы уҡыған студенттарға туристик сәйәхәткә юлламалар бүлгән, списокта һинең дә фамилияң тора, үҙем күрҙем,- тине.
Ҡыҙ был хәбәрҙән юғалып ҡалғандай булды, эх, күпме хыялланды ошо хаҡта, сит яҡтарҙы күреп, тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән танышаһы ине! Етмәһә, юллама менән!
- Бара алмам шул, Зинур ҙа ҡайта оҙаҡламай,- тине Нурзилә күңелһеҙ генә. - Күрге килә лә ул...
- Шулай булғас, барып ҡайт! Ҡайсан тағы эләгә әле был бәхет! Зинур ҡайтһа ни, аңлатырмын. Бер- нисә көнгә түҙер әле, кире китмәй бит әрмегә,- тип Илһөйәр тамам күндерҙе әхирәтен.
Бер көн эсендә йыйынып, иртәгәһен бер төркөм егеттәр- ҡыҙҙар ҙур, уңайлы автобустарға ултырып сәйәхәткә юлланды. Илһөйәр ҙә әхирәтен оҙатырға килде.
- Әгәр Зинур ҡайтһа- барыһын да аңлатырһың, үпкәләп ҡуймаһын!- тине Нурзилә автобус тәҙрәһе аша.
- Ярай, бәлки һеҙ әйләнгәнсе ҡайтып өлгөрмәҫ әле,- тине уны йыуатып Илһөйәр.
...Ә был ваҡыт училищеның дөйөм ятағы вахтаһында ап-аҡ гөлләмәләр тотоп хәрби кейемдә Зинур һөйгәнен көтә ине. Ишектән килеп кергән Илһөйәр уны күреп ҡосағына ташланды:
- Ой, ауылдаш, ҡайттыңмы ни? Һағындырҙың...
Улар бүлмәгә инде, Зинур тел осондағы һорауын бирә һалды:
- Нурзилә ҡайтып киттеме әллә?
- Әәә, әйтергә онотоп торам, улар... ни...сәйәхәткә сығып киттеләр.
- Кемдәр... улар? Ниндәй сәйәхәт?
- Һуң...туй сәйәхәте инде,- тип алдашты ҡыҙ аҫтыртын йылмайып.
Егеттең йөҙөн ҡара болот ҡапланымы ни! Ул ни әйтергә белмәне, ниңә һуң хаттарында бер ниҙә яҙманы, әллә ҡурҡтымы, әллә мине борсорға теләмәнеме?
- Ярай, ҡайғырма, ҡыҙҙар бөтмәгән әле донъяла, табылыр,- тине Илһөйәр сәй әҙерләп. Үҙе эстән генә тантана итте," шул кәрәк уға- Нурзиләгә, уның яратып йөрөгән егетен һалдырып алырға бер ҙә намыҫы етте, ниңә мин кемдән кәм, мин дә үҙ бәхетем өсөн көрәшергә тейеш", тип уйланы ул.
Зинур ауылдашының был хәбәренә һаман да ышанманы, юҡ, булмаҫ, Нурзиләһе ундай түгел!
- Ҡыҙҙар шулай инде, яҡшыраҡ егет күрһәләр- ҡулдан ысҡындырырға теләмәйҙәр, - тип яраға тоҙ һипте Илһөйәр. - Ә мин бына һине күптән ярата инем, шуға күрә көттөм дә,- тип егеткә һыйынды...
Икенсе көндө Илһөйәр тиҙ генә документтарын училищенан алып үҙ районына Зинурға эйәреп ҡайтып китте. Ашыҡ-бошоҡ туй яһап, сит ҡалаға күсеп тә киттеләр.
Зинур һөйгәненең хыянатын оҙаҡ кисерә алманы, эш, донъя мәшәҡәттәре менән ҡайғыһын баҫты. Тәүҙә кәләше менән арыу ғына йәшәп алып киттеләр, Зинурҙың тырышлығы менән фатир, еңел машина һатып алдылар. Йәйге отпуск мәлдәрендә ауылға ҡайтып әйләнделәр. Илһөйәр үҙен генә яратҡан ҡатынға әүерелде, Зинурҙың тапҡанын туҙҙырҙы, кәйеф-сафа яратты, ә эшкә бер ҙә елкәһе батманы. Етмәһә, бала табыу тураһында уйларға ла теләмәне,шулай ун биш йыл ғүмер уҙып та киткән. Йүнле-башлы йәшәмәү, бер-береңде аңларға теләмәү тамам ялҡытты Зинурҙы. Бер көндө ул айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты...Шул ваҡыт Илһөйәр туҙынып, үҙенең мәкерле "эше" хаҡында, нисек Нурзиләнән биҙҙереүе, туристик сәйәхәтте туй сәйәхәте тип алдауы тураһында мыҫҡыллы көлөп һөйләп бирҙе лә, әйберҙәрен йыйып өйҙән сығып китте.
Зинур башын тотоп оҙаҡ ултырҙы, йә инде нишләп хәйләкәр,яһил Илһөйәрҙең һүҙҙәренә тәүҙән үк шикләнмәгән, бер сәбәпһеҙ Нурзиләһен хыянатта ғәйепләгән? Икеһе лә мәкер ҡорбаны булғандар.
...Ошоларҙы һөйләне Зинур һөйгәненә. Нурзиләнең йөҙө ағарып киткән, ирендәре ҡыҫылған, күҙҙәренә йәш төйөлгән ине.
- Илһөйәр сығып киткәс, оҙаҡ ваҡыт уның һүҙҙәренән айный алманым, үҙемде тик эш кенә ҡотҡарҙы. Бер-ике йыл үткәс, яҡын ғына дуҫым һине интернеттан эҙләп ҡарарға кәңәш итте. Тапҡас та, яҙырға батырсылыҡ итмәй йөрөнөм әле,- тине Зинур ғәйепле йылмайып.
Улар һуңға тиклем кафела һөйләшеп ултырҙы, Нурзиләне ҡунаҡханаға оҙата сыҡҡанда шыбырлап ямғыр ҡоя ине. Яңғыҙ ғына үҫеп ултырған ҡарағай төбөнә ышыҡланғас, Зинур һөйгәненә:
- Иртәгә яныңа килһәм буламы?- тине. Нурзилә йылмайып баш ҡаҡты.
Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас в