Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
7 Июнь 2020, 13:45

Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирә

- Шундай ғаиләләр осрай. Ир менән ҡатын бөтөнләй бер-береһен аңламай. Ошо сәбәпле йыш ҡына ыҙғыш тыуа. Бер-береңә ҡарата үпкә тойғоһо барлыҡҡа килә. Хатта бер-береһен күрә алмау хәленә етәләр. Әммә улар айырылышмай, бергә йәшәүен дауам итә. Ошондай ауыр мөнәсәбәттәрҙе нисек хәл итергә?

- Шундай ғаиләләр осрай. Ир менән ҡатын бөтөнләй бер-береһен аңламай. Ошо сәбәпле йыш ҡына ыҙғыш тыуа. Бер-береңә ҡарата үпкә тойғоһо барлыҡҡа килә. Хатта бер-береһен күрә алмау хәленә етәләр. Әммә улар айырылышмай, бергә йәшәүен дауам итә. Ошондай ауыр мөнәсәбәттәрҙе нисек хәл итергә?
– Эйе. Бындай хәлдәр йыш осрай. Һәм ғаилә тормошонда ғына түгел. Хеҙмәттәштәр, бизнеспартнерҙар, туғандар араһындағы мөнәсәбәттә лә күҙәтелә ошондайыраҡ күренештәр. Йәки кеше үҙ ихтыярынан тыш кем менәндер аралашырға мәжбүр була һәм оҙайлы ваҡыт негатив тойғолар аҫтында йәшәй. Бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә? Иң тәүҙә шуға иғтибар итергә кәрәк. Ваҡыт үтеү менән мөнәсәбәттәр үҙгәрәме? Динамика ниндәй: түбән төшәме әллә өҫкә күтәреләме? Әгәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәреш юҡ икән, ундай мөнәсәбәттәрҙе өҙөү яҡшы. Бер кимәлдә ҡалһа ла шул уҡ хәл. Ә ыңғай үҙгәрештәр бар икән, мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға була әле. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡорбан итә, мин барыһына ла түҙергә тейеш, яҙмышыма буйһонмай хәлем юҡ, ваҡыты еткәс барыһы ла үҙенән-үҙе яйланыр әле, тип иллюзияға ышанып йәшәй бирә. Ә ғүмер үтә. Ваҡыт үтеү менән ыңғай үҙгәрештәр юҡ икән, айырылышыу кәрәктер, тим мин. Тик был мөнәсәбәттәрҙең һеҙҙе нимәгәлер өйрәтә алыуы хаҡында ла оноторға ярамай. Мөнәсәбәттәр яйланһын өсөн, бәлки, холҡоғоҙҙағы ниндәйҙер сифатты ғына алып ташларға кәрәктер. Әгәр ҙә кемдер һеҙгә ҡарата аламалыҡ эшләй икән, иғтибарҙы үҙегеҙгә йүнәлтегеҙ. Был хәл мине нимәгә өйрәтә. Был ваҡиғанан мин ниндәй һабаҡ ала алам? Ана шуны аңлап, хатағыҙҙы төҙәтһәгеҙ, йәки тормошҡа, кешеләргә булған мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртһәгеҙ, барыһы ла үҙенәнүҙе хәл ителеүе ихтимал. Килеп тыуған мәсьәләнең һеҙгә нимәгә бирелеүен аңлау артабанғы яҙмышығыҙға булышлыҡ итә ала. Бында инде ике вариант барлыҡҡа килә: Һеҙ был кеше менән ҡалаһығыҙ, әммә мөнәсәбәттәрҙе башҡаса ҡораһығыҙ, йәки араларҙы бөтөнләй өҙәһегеҙ. Тағы ла шуны әйтер инем. Мине кемдер бәхетле итер, тип көтмәгеҙ. Бәхетегеҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ һис нигә ҡарамай бәхетле булырға теләһә, мөнәсәбәттәр ҙә яҡшыра. Шуға ла үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ. Бәхет сығанағына әүерелегеҙ.
Читайте нас в