Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
29 Июнь 2020, 23:30

“Һин үҙеңдән туғыҙ йәшкә өлкән ҡатын-ҡыҙға өйләнер инеңме? Мәҫәлән, миңә?

Бына шулай башланды беҙҙең ғаилә тормошо.

“Беҙҙең бөтәһе лә башҡаларҙыҡы кеүек булманы, - тип йөрәк серен аса Земфира Байбулдина “Бәйләнештә” селтәрендә. – Бер ниндәй ҙә романтика, йөрәкте, ҡулды тәҡдим итеү ҙә булманы. Ни бары бер һөйләшеү. Бығаса беҙ ике ай ғына таныш инек. Популяр булыуыма ҡарамаҫтан, Рәдиф мине әлегәсә белмәгән. Редакцияла күреп ҡалғас, кем булыуым менән ҡыҙыҡһынған. “Һин уны белмәйһеңме ни? Был бит – Байбулдина, барлыҡ концерттарҙы тиерлек алып барыусы, уны гел генә телевизор экрандары аша күрһәтәләр. 30 йәштә икәнен дә белеп ҡуй”, - тигәндәр.
Әммә был һүҙҙәр Рәдифте туҡтатмаған, һәм ул минең менән танышты. Ике аҙна аралашҡандан һуң баяғы хәл иткес һөйләшеү булды.
- Һин үҙеңдән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙға, мәҫәлән, миңә өйләнер инеңме? – тип һораным.
- Әлбиттә, өйләнер инем. Әгәр ул миңә кейәүгә сығырға риза булһа...
- Мин риза.
Бына шулай башланды беҙҙең ғаилә тормошо.
Әлбиттә, беҙҙең никахҡа шик белдереүселәр,, йәш айырмаһына баҫым яһаусылар күп осраны. Мин бер кемде лә тыңламаным. Йөрәгем менән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүемде һиҙә, аңлай инем.
Һәм бына 15 йыл бергә. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтә, балалар үҫә, ә беҙ тормоштоң йәмен, һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышабыҙ”.

Читайте нас: