Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Июль 2020, 15:50

Йәшлек иҫәрлеге менән тормошомдо боҙҙом

Йорт хужаһы кискә табан ғына бер үҙе ҡайтып керә. Аҙаҡтан теге ҡатындың ҡыҙҙы ошо иргә ҡатынлыҡҡа ҡалдырып (бәлки, һатыптыр ҙа), үҙе ҡасып ҡайтып киткәне билдәле була.

Төркмәнстандың Иран сигенә яҡын тимер юл вокзалында поезд көтөп ултырабыҙ. Саҡ атлай башлаған ҡыҙыбыҙ ҡулдан ысҡынып беҙҙән ситкә китә лә бара. Уны йә үҙем, йә әсәһе ҡысҡырыбыраҡ яныбыҙға саҡырабыҙ. Ҡатын менән иркенләп туған телебеҙҙә аралашабыҙ.
Шул саҡ яныбыҙға шәп-шәп атлап оло йәштәрҙәге бер ҡатын (әбей тиһәң дә була) килеп: “Балалар, һеҙ ҡайһы яҡтан?” – тип башҡортса һорау бирҙе. Танышып киттек. Ул Дәүләкән районындағы бер ауылда тыуып үҫеүе, йәштән үк атай-әсәйһеҙ ҡалыуы тураһында һөйләне. Үҫә төшкәс, бер спекулянт ҡатын “әйбер күтәрешергә” тип быны Төркмәнстанға алып китә. Килеп еткәс, бер буйҙаҡ ир йәшәгән фатирға урынлашалар. Һуңынан өсәүләшеп магазиндарға йөрөп төрлө әйбер йыялар. Ә бер көндө ҡыҙҙы өйҙә ҡалдырып, икеһе лә “әйбергә” тип сығып китә. Йорт хужаһы кискә табан ғына бер үҙе ҡайтып керә. Аҙаҡтан теге ҡатындың ҡыҙҙы ошо иргә ҡатынлыҡҡа ҡалдырып (бәлки, һатыптыр ҙа), үҙе ҡасып ҡайтып киткәне билдәле була.
– Өс көн, өс төн бер нәмә лә ашаманым, иланым да иланым, ә теге ир мине төрлөсә йыуата, өҫтәлгә мул ризыҡтар ҡуя. Ҡасып ҡына ҡайтып китер инем, юлды белмәйем, ҡулымда аҡса ла юҡ, – тип үҙенең тормош юлын һөйләне. – Нишләйһең, тора-бара яҙмышыма күндем инде, ике ҡыҙ үҫтерҙем. Аталары бер йыл элек кенә үлде... Уфф! Әлдә осранығыҙ әле, үҙ телемдә рәхәтләнеп һөйләштем, тыуған яғыма ҡайтып килгәндәй булдым, – тип үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр осратҡан милләттәштәрен туғанылай күреп, бәләкәс ҡыҙыбыҙҙы күтәреп яратып, күҙ йәштәрен түгеп оҙатып ҡалды апайыбыҙ. Беҙҙең дә тамаҡтарыбыҙға төйөр тығылып, саҡ түҙеп торҙоҡ.
Икенсе юлы Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһендәге бер ауылда ҡунаҡта ултырабыҙ. Тышта эҫе, тәҙрә асыҡ. Шул саҡ беҙҙең янға кереп, таныш булмаған оло ғына ағай: “Бында кем башҡортса йырлай ул?” – тип һораны. Үҙемдең йырлағанымды әйткәс, “Энем, тағы берҙе йырлағыҙ әле, үҙебеҙҙең моңдо бик һағындым”, тип үтенде. Оло кешенең һүҙен йыҡмай йәнә йырланым.
Артабан ағай кеше йорт хужаһынан әҙерәк беҙҙең менән ултырырға рөхсәт һорап, тиҙ генә магазинға барып күстәнәстәр алып килде лә: “Эшкә китеп бара инем, бөгөнгә бармайым да ҡуям”, – тине. Ағай Күмертау районынан (ул саҡта шулай атала ине) булыуы, әрменән рус ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтыуы, ә уныһы егеттең ауылын да, туғандарын да хушһынмайынса, ағайҙы өгөтләп, юхалап ситкә сығып китергә күндереүе һәм әлеге ергә килеп урынлашыуҙарын аңлатты.
“Беренсе отпускыға ғына икәүләп ҡайттыҡ, ә башҡаса беҙҙең яҡҡа аяғын да баҫманы, “у вас для меня ничего нету”, тине лә ҡуйҙы. Бер генә малай тапты, уныһы ла минеңсә һөйләшергә теләмәне. Артабан ауылыма гел яңғыҙым ҡайтҡас, туғандар ҙа һалҡын ҡаршы ала башланы. Үҙемә лә ғаиләһеҙ йөрөүҙең ҡыҙығы юҡ ине. Бына шулай, ҡатыным да, улым да бар, ләкин улар миңә рухташ түгел, күңелем менән һәр ваҡыт яңғыҙлыҡтамын. Үҙ телемдә аралаша алмай, үҙ йыр-моңдарымды тыңлауҙан мәхрүм булып, тыуған яғымды һағынып йәшәй торғас, ҡартайып та кителде. Йәшлек иҫәрлеге менән үҙ тормошомдо үҙем боҙҙом”, – тип сәсен йолҡорҙай булып иланы ла иланы ағайыбыҙ. Рәхмәттәр әйтеп ҡайтырға сыҡҡанында ла йөҙөнән күҙ йәштәре тәгәрәй ине.
Өсөнсө ваҡиға Белоруссияла булды. Партия системаһында пропагандист булып уңышлы ғына эшләүемде иҫәпкә алып, КПСС-тың район комитеты Брест ҡалаһына туристик юллама менән бүләкләне. Унда беҙ, райондан утыҙ өс кеше, Брест крепосы Польша менән сиктәш аҡҡан Буг йылғаһы һәм уның аша һалынған күпер, РСДРП-ның йәшерен I съезы үткән йорт, Ковенжри ҡалаһындағы Суворовтың йорт-музейы, “Хатынь” мемориаль комплексы һәм башҡа бик күп тарихи урындар менән танышып йөрөнөк.
Биш йондоҙло ҡунаҡхананың етенсе ҡатында йәшәйбеҙ, беренсе ҡаттағы ресторанда туҡланабыҙ. Беҙҙең башҡортса һөйләшеп йөрөгәнде ишетептер инде, яныбыҙға бер егет килеп татарса сәләм бирҙе. Татарстандан икән. Белоруссияла хеҙмәт иткәндә белорус ҡыҙына өйләнә һәм кәләше яғында йәшәргә ҡала. Йәшәгән ҡунаҡханабыҙҙа хужалыҡ эштәренә етәкселек итә ине. Беҙҙе үҙенең яҡын кешеләреләй күреп, йорт адресын биреп, “тағы юл төшһә, үҙемә килегеҙ”, – тип оҙатып ҡалды. Бына ниндәй икән ул туған телебеҙҙең көсө!
Шулай ҙа теге осраған тәүге ике милләттәшемә “зар-интизар булып ситтә йәшәгәнсе, ниңә тыуған яғығыҙға ҡайтып ҡына китмәйһегеҙ?” тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. “Инде ҡартайғас, ҡайтыуҙан бер мәғәнә лә ҡалманы инде. Беҙҙе белгән ололар үлеп бөтөп бара, ә йәштәр танымай, тыуған ауылым өсөн хәҙер сит кешебеҙ” тигәнерәк яуап алдыҡ. Йырҙа ла бит:
…Сит илдәрҙә күп йөрөһәң,
Үҙ туғаның ят була, –
тип юҡҡа ғына йырламайҙарҙыр.
Хоҙай тарафынан бер генә бирелгән ғүмерҙе үҙ туғандарың менән бергә кисереүгә ни етә? “Туғанлыҡтан биҙмә, нәҫелең ҡорор”, тиелә бит халыҡ мәҡәлендә лә.

Рәсүл БАСИРОВ,
мәғариф ветераны.
Читайте нас в