Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
8 Июль 2020, 22:45

Бер кемгә лә бирмәйем һине!

Нилектән яңылышып китте икән? Минең бер ҙә генә ғәйебем юҡмы икән? Шулай уҡмы? Кем-кем, ул юҡтан ҡуба торған кеше түгел.

Яҡын кешемдән иремдең икенсе ҡатынға әүрәп йөрөгәнен, бына ошо мәлдә йән киҫәгемдең теге ханымда ҡунаҡта булыуын ишеткәс, шаҡ ҡаттым. Һыуыҡ ут ялманы тәнемде, хатта дерелдәп ултырҙым бер килке.
Шунан башым әйләнеп, күңелем болғанды. Үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанған иремде икенсе бисә ҡуйынында күҙ алдына килтереү менән ашҡаҙаным булған ғына ризығын уҡшытып “сығарҙы”. Яттым һуҙылып. Ауыҙымды асһам, тағы ла ҡоҫоп ебәрермен тип, шымдым. Хәбәр килтергән кеше бүләмәмә килеп ингәс кенә яңғыҙ түгеллегем иҫемә төштө. “Бер һинең генә ирең йөрөмәй, онотма. Бәлки, бөтә ирҙәрҙең дә һөйәркәләре бар икәнен белеү хәлеңде еңеләйтер, тип кенә әйтәм. Бирешмә!” - тине лә сығып китте.
Мәктәптән ҡайтҡан ҡыҙымды ашаттым да кире ауҙым. Мейемде береһенән-береһе зәһәрерәк, хәтәрерәк мең төрлө уй-пландар быраулай башланы. “Тимәк, ул эргәләге ҡалала, һөйәркәһендә! Беҙҙең өсөн ул эштә бит инде. Барырға! Икәүһен дә тоторға! Ике уйнашсыны фашлауымдан тантана итеп, шарҡылдап көлөргә, биттәренә төкөрөп, арттарына тибеп сығып китергә! Ю-ю-ю-юҡ, хәлдән килмәй улай мәсхәрәләнергә... Ай Аллам, ғәрлеге ни тора бит әле! Белмәгән-нитмәгән бисә булһа бер хәл, тьфү, ике ирҙән айырылғанына бармаһа, башҡа кеше бөткәндер! Иртәгә “эштән” ҡайтырға тейеш. Ни йөҙө менән күренер икән? Туҡта, ҡәйнәмә, әсәйемдәргә шылтыратайым, рисауай итәйем әле үҙен! Шуны ғына көткәндәй, әйберҙәрен төйнәп сығып китһә?! О-о-о-й, нисек кенә күтәрер икән быны йөрәгем? Кемгә барырға, кемгә һөйләргә? Булмай! Үҙ даныңды үҙең һатырға өлгөрөрһөң, бер кем белмәҫкә тейеш! Ҡыуам, ана бара юлы! Үҙе аңлатыр туғандарына, ә минең ғәйеп юҡ!!! Аһ! Йөрәгем сәнсә, ир уйлап үлеп ятаһы түгел! Күкрәгем яна ла ул, ирендәр кибә... И-и-и-и, меҫкен, һыу баҫа торған утмы ул? Күнәкләп һемермәйһеңме? Ни эшләргә һуң? Әҙәм алдында ҡайһылай оят, ире ташлап китте, тип көлөрҙәр инде... Ҡайһы ерем оҡшаманы икән туғыҙ йыл бергә йәшәп? Оҡшамағас, нишләп өндәшмәй генә гонаһҡа батып йөрөй икән битемдән көлөп... Үләм икән... Тын алыуҙары ла ҡыйын... Күкрәгем янып бара... Һыу, һыу... Балаҡайым, рәхмәт. Ю-ю-ю-ҡ, бер нәмә лә булманы. Эйе, иртәгә ҡайта. Бешерәм. Ҙур бәлеш, әлбиттә. Иртәгә ҡайта бит, сабыр итәйек саҡ ҡына, йәме.
О-о-о-о, битһеҙ, балаһының өҙәләнеп көткәненә төкөрөп тә бирмәй йөрөгән атай кәрәкме икән? Уф, нисек ер йотмай үҙҙәрен... Ҡыуам. Йүнһеҙ кәнтәйҙән, даны әллә ҡасан сыҡҡан бисаранан ҡалған ирҙе нисек эргәмә һалырмын? Фу, ерәнгес... Мине яратҡан һымаҡ ҡыланамы икән унда? Бышылдаймы икән миңә генә әйткән һүҙҙәрен? Башым ауырта, дарыу... Әллә күберәк эсергә лә йығылырға? Минһеҙ ҡалһа, ҡәҙеремде белер! Аллаҡайым, тәүбә,тәүбә! Ни һөйләйем мин, ауыҙымдан ел алһын, әстәғәфирулла тәүбә! Балам, балам хаҡына кисер мине, Аллам, яңылыш әйттем! Ни эшләргә... ни эшләргә... Бәлеш тағы уға! Шулайтмай ней! Улай ҙа булмай, бала көтә бит. Бәлешен бешерермен, мунсаһын яғырмын, эт күңеле бер һөйәк. Әммә!Инде ҡағылдырмам!!! Бармағы менән дә ҡағылмаясаҡ ул миңә, әҙәм аҡтығы! Һөйәркәһен наҙлар, туймаған нәмә! Йә Алла... Үҙем һуң? Һағынманыммы мин уны? Көтмәнемме? Яратманыммы ни?... Ул бит эшлекле, аҡыллы, уңған... Сығып та китер, индереп тә алырҙар. Ана, ҡатыны бар тип тормаған бит әле, иң әрһеҙе ҡуйынына һикергән, кәнтәй! Ирһеҙ, унһыҙ нисек йәшәрмен? Унан башҡа минең кемем бар? Булырмы? Кәрәкме? Юҡ. Миңә башҡа кемдер кәрәкмәй. Уның һымаҡ мине белгән кеше юҡ, булмаҫ та. Тимәк, ул мине яратмай хәҙер. Шуға... Ҡайһылайтып көлөргә булды минән яҙмыш, ә? Көтмәгән яҡтан килтереп туңҡайта һуҡты. Ни эшләргә? Былай ғына ла ҡалдырып булмай...
Туҡта, туҡта... Ә ни өсөн мин уның менән һөйләшмәйенсә илаулап, теләһә нәмә уйлап ятам әле? Яратышып өйләнештек, матур ғына йәшәй инек. Нилектән яңылышып китте икән? Минең бер ҙә генә ғәйебем юҡмы икән? Шулай уҡмы? Кем-кем, ул юҡтан ҡуба торған кеше түгел. Мин, үәт, исмаһам, дыуамал, телем ни һөйләгәнен ҡолағым ишетмәй китә. Тыныслан әле, үҙең нисек йәшәрһең унһыҙ? Ә бөртөк балағыҙ ике уртала йөрөрмө илаулап? Кемде тағы ла уны яратҡан һымаҡ һөйә алырһың икән? Яңғыҙ йәшәүҙәре кемгә рәхәт икән? Сеү! Ҡайтыр. Аңлатыр.
Таң да атты. Тор. Йыуын. Матур күлдәгеңде эләктер, макияж – үәт! Беҙ ҙә нисауа! Бәлешеңде ҡуй! Яратмаһа – инәлеп тә ҡалдыра алмаҫһың, яратһа – ҡыуһаң да китмәҫ! Кем яңылышмай? Ана, һин яратҡан гөлләмәләрҙе тотоп инеп тә килә. Ҡапыл! Ҡапыл ғына уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңланым. Бер генә мәл, бер генә һөйләм, бер генә яңылышыу кәрәк булған икән! Булһын! Кемдеңдер ҡосағын татып, сит ҡатындың наҙҙарына иҫереп йөрөһә лә – ул минеке! Минеке! Минең йәрем, минең ирем, минең баламдың атаһы! Ул – тик минеке! Яратам, уны ғына һөйәм, уны ғына көтәм, ул тип йән атам, уны һағынам, ул тип зарығам, һарыларға һабышам... Ишетәһегеҙме? Йоғонаһы булмағыҙ! Бер кемгә лә бер ҡасан да бирмәйем мин уны!
Әлегә... “Иҫәр” ҡатын ролен уйнап алайым саҡ ҡына. Ниҙәр һөйләрһең икән, йәнем? Тыңлайым. Үҙең аңлатаһыңмы? Аңлайым. Мин дә яратам. Мин дә һағындым. Кисерәм. Ғәфү итәм мин һине, яратҡан, берҙән-бер ирем, баламдың атаһы!.."
Альмира ИСХАҠОВА.
Читайте нас: