Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Июль 2020, 16:40

Доярка балаһы

– Фәләндең балаһына, әллә кемдәй итеп, ҙур китап бирҙерткән булдылар. Әйттем мин уҡытыусығыҙға, отличник булырлыҡ белеме юҡ уның, тип. Бына бит Тыуған илебеҙ тураһында ла һөйләй алмай тораһың. Ишшү уҡытыусы булырға йыйынаһың, доярка балаһы доярка була ул! – тип ағыуын сәсте...

Яҡшыһын да, яманын да алдым.

Һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. “Ауыл ерендә ни, өй ишеге һәр саҡ асыҡ, ҡайһыһы шаяртып торалыр инде”, – тип һөйләнә-һөйләнә килеүсене ҡаршы алырға ашыҡтым. Бейек күтәрмәлә йылмайып баҫып торған мыҡты кәүҙәле ҡараҡай ғына егетте күреп, кем балаһы икәнлеген тойомлай алмаһам да, күптәнге танышымды көтөп алғандай, ихласлап өйгә әйҙүкләнем.
Бала саҡ иҫтәлеге
– Һаумыһығыҙ! Тыуған ауылығыҙҙан мин. Исемем Рәшит, Исламдың улы булам. Өфөгә китеп барыуым. Оҙаҡлап сәй эсеп ултырырға ваҡытым юҡ, такси көтөп тора. Апай, һеҙгә ошо төргәкте тапшырыуымды үтенделәр. “Бала сағының иҫтәлеге бит, саңланып соланда торма­һын, үҙе иҫән сағында ҡулына тапшыр!” – тип ныҡлы иҫкәрттеләр. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең яҡтарға юлығыҙ һыуынды. “Ҡайтып йөрөһөн, кемгә инһә лә, кире ҡаҡмаҫтар, көткән кешем юҡ тип тормаһын”, тине әсәйем, – тип яҡташым әйтер һүҙен ҡабалана-ҡабалана аҙағына еткерҙе.

Шпагат бау менән ҡыҫып бәйләнгән ҡатырға ҡумтаны асам. Йә, Хоҙай! Китаптарым, мәктәп йылдарымда яҡшы өлгәшкәнем, өлгөлө тәртибем, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаным өсөн уҡытыусыларым үҙ ҡулы менән маҡтау һүҙҙәрен яҙып бүләкләгән йоҡа ғына китаптарым! Иҫкереп, һарғайышып бөтһә лә, ҡайһылай ҡәҙерле улар минең өсөн! Хаҡтары ла совет аҡсаһы менән өс тин, биш, ун, ун биш тин... Һәр береһен һаҡ ҡына ҡабат-ҡабат ҡулға алам. Оҙаҡ йылдар кәштәлә саңланып ятһалар ҙа, һәр бите тыуған йорт еҫен һаҡлаған. “Шул китаптарыңа бер туҡтауһыҙ текәлеп, күҙһеҙ ҡалаһың бит, самауырым һыуынып бөтә инде!” – тигән өләсәйемдең шелтәле тауышы ишетелгәндәй була ҡолағыма. Их, ғүмерҙәрҙе әйләндереп, бер сәғәткә булһа ла барып урайһы ине ошо илаһи мәлдәргә...
Альбом ҙурлығындағы ҡаты тышлыҡлы китап иғтибарымды үҙенә тарта. Бөйөк Лениндың портреты аҫтына “Ленин тура­һында хикәйәләр” тигән атама яҙылған. Тышлыҡтың эске мөйөшөнә тәүге уҡытыусым Мәликә апай тигеҙ, матур хәрефтәр менән: “Өсөнсө класты “отлично” билдәләренә генә тамамлағаны өсөн” тип исем-фамилиямды ҡуйған.
Күҙҙәремдән атылып сыҡҡан йәште тыя алмайынса, кинәт кенә бала сағымдың бер күңелһеҙ мәленә әйләндереп ҡайтар­ған ошо йоҡа ғына китапты күкрәгемә ҡыҫам... Ошолай көйөнсә эй йүгерәһе ине алыҫҡа, алыҫтарға – ялбыр сәсле, ялан аяҡлы бала саҡ иленә...
...Мәктәпкә барыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Быйыл йәшең етмәй, тип алманылар. Мин бит уҡый ҙа, һанай ҙа беләм, тип әйтеп тә ҡараным. Өйҙә өләсәйем “Совет Башҡортостаны”, күрше әбей менән бабай “Кызыл таң” гәзиттәрен, “Казан утлары” журналын көн дә тиерлек уҡыуымды һорай. Ҡыҙыҡ тип тапҡан биттәрен тәфсирләтеп ҡабат-ҡабат уҡыталар. “Арыманыңмы?” – тип һорашҡан кеше лә юҡ. Ә минең әкиәттәр уҡығым килә. Әкиәт китаптары тик мәктәптә генә. Ҙур шкаф туп-тулы! Өйҙә берәү ҙә булмағанда һандыҡҡа бикләнеп ҡуйылған мәктәп формамды ала һалып кейеп ҡарайым, соланда йәшерелеп ҡуйған ҡыҙыл төҫтәге портфелгә лә һис тынғы юҡ. Ошолай килеш кескәй көҙгө алдына баҫам да мәктәпкә барыу тураһында эй хыялланам...
“Һеҙ ҙә һауынсы буласаҡһығыҙ”
Етте ул көндәр. Класташтарым күп, уҡытыусы апайыбыҙ йәш кенә. Тырышып уҡыйбыҙ, күмәкләшеп сана шыуабыҙ. Уҡытыусыбыҙ беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә. Концерттарҙа ҡатнашабыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ. Хатта фермаға барып, һауынсылар алдында ла сығыш яһап ҡайттыҡ. “Әсәйҙәрегеҙ һауынсы, һеҙ ҙә һауынсы булырһығыҙ”, – ти директор ағай. Минең дә әсәйем һауынсы. Ю-ю-ю-ҡ, ҙур үҫкәс, бер ҙә генә һыйыр һауғым килмәй. Ҡара таңдан эшкә киткән әсәйем кис арып-талып ҡайта, беҙҙең менән һөйләшерлек тә хәле ҡалмай, башы яҫтыҡҡа тейеү менән йоҡлап та китә.
“Һәйбәт уҡырға кәрәк, уҡыһаң, уҡы­тыусы булырһың, ҡыҙым. Ана, уҡытыусы­лар ыҫпай кейенеп, ирендәрен ҡыҙылға буяп, бейек үксәле туфлиҙа тыҡ-тыҡ баҫып ҡына йөрөй. Әсәңде күр: силос, көйәнтәләп өйрә ташып, йыл әйләнәһенә эрзинкә итектә тубыҡтан тиҙәккә батып ҡайһылай ыҙалана. Уҡыған кешенең ҡәҙере бар. Уҡы, балам, һәнәк-көрәк тотоусыларға ҡарағанда, ҡәләм оҫталарының абруйы ла юғары, көнитмеше лә икенсе”, – ти өләсәйем.
Былай уҡыу еңел генә кеүек тә ул. Уҡытыусыбыҙ ҡасан баҫтырһа ла, теүәл яуап биргән һымаҡмын. Тик бына яҙыуым әллә ни матур түгел. Яҙа торған ҡарам, мәктәпкә килеп еткәнсе туңып, шыйығая, аҙаҡ, яҙа башлағас, дәфтәрҙең бар юлына тарала. Уҡытыусы апайыбыҙ асыуланып дәфтәремә “икеле” билдәләрен дә сәпәп ҡуя. Башҡа предметтарҙан да күберәк “дүртле” билдәләре. Ата-әсәләр йыйылышынан ҡайтҡан өләсәйем мине бер аҙ орошоп ала ла аҙаҡ, үҙ алдына нимәлер һөйләнеп, ғәйепте үҙенә ауҙарғандай, тынып ҡала (уның “халыҡ дошманы” ҡатыны булғаны өсөн туғыҙ йылға яҡын ГУЛАГ-та ыҙа сиккәнен аҙаҡ ҡына белдем).

Бүләгемде бирмәнеләр...
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән ауыл халҡы һабантуйға йыйыла. Мәктәптең эшенә лә ошонда йомғаҡ яһала: һәйбәт өлгәшкән балаларға бар халыҡ алдында Маҡтау ҡағыҙҙары, кескәй бүләктәр – китаптар тапшырыла.
Байрамға килгән Мәликә апайыбыҙҙың һис кенә лә кәйефе юҡ. Балаларҙы линейкаға теҙгәс, минең эргәмә килеп: “Уҡыу йылын тик “бишле” билдәләренә генә тамамланың, маладис! “Отлично”ға уҡыусыларҙың барыһын да “Ленин тураһында хикәйәләр” тигән матур китап менән бүләкләйәсәктәр. Артабан да шулай тырышып уҡы, аҡыллы бул!” – тип арҡамдан һөйөп китте.
Һабантуйҙың тантаналы өлөшө башланды. Яҡшы уҡыусыларҙың барыһын да дәррәү алҡыштар менән тәбрикләнеләр. “Бишле”гә генә өлгәшеүселәрҙән һуң “дүртле”ләре булғандары ла үҙ бүләктәрен алып бөттө. Артабан колхоз рәйесе, сәсеү эштәрен намыҫлы башҡарған тракторсы ағайҙарҙың, ферма һыйырҙарынан күп итеп һөт һауып алған һауынсы апайҙарҙың ҡулдарын ҡыҫып, бүләктәр тапшырҙы. Байрамға йыйылған халыҡ, тантаналы өлөш бөтөүенә ифрат риза булып, әкренләп йылға буйына – ҙур ҡаҙандарҙан тәмле бишбармаҡ еҫе таралған яҡҡа ыңғайланы.
Ә мин... япа-яңғыҙым, баҫҡан урынымда тапанып тороп ҡалдым... Арыуҙанмы, аптырауҙанмы, аяҡтарым тотмайынса, үләнгә сүгәләнем. Директор ағай ҙа, ҡыҙыл буҫтау менән ябылған өҫтәленән әйберҙәрен йыйып, халыҡ артынан ҡалышмаҫҡа самалай.
– Ә-ә-ә! Һин һаман да бындамы ни? Китап көтөп ултыраһыңмы?– тине ул, мине әле генә шәйләгәндәй булып. – Бар икән шул һиңә лә бүләк. Мә, ал! – тип, өҫтәлдә ҡалған әлеге китапты баҫып торған урынынан ҡуҙғалмайынса ғына алдыма ташланы...
Ун йәшлек бала ололар күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан белһен?! Ултырған урынымдан ҡалҡынып, китабыма барып йәбешәм. Биттәре елгә асылып, үләндә аунап ятҡан ҡәҙерле бүләгемде ҡулыма алып, күкрәгемә ҡыҫам.
Дүртенсе класта директор ағай беҙҙе тарих фәненән уҡытты. Беренсе сентябрҙә тантаналы линейканан һуң тәүге дәрескә инде. Беҙ, башланғыс кластарҙа тик апай уҡытыусыға өйрәнгән балалар, шым ғына ағайға текәлгәнбеҙ. Дәреслектәрен “шап” иттереп өҫтәлгә ташлау менән, киҫкен генә өндәшеп, мине таҡтаға саҡырҙы.
“Йә әле, отличница, – тине ул, “отличница” – һүҙенә тәрән баҫым яһап, – Тыуған илебеҙ тураһында һөйләп ебәр. Ниндәй ул Тыуған илебеҙ?”
Көтөлмәгәнлектән аптырап ҡалдым.
– Фәләндең балаһына, әллә кемдәй итеп, ҙур китап бирҙерткән булдылар. Әйттем мин уҡытыусығыҙға, отличник булырлыҡ белеме юҡ уның, тип. Бына бит Тыуған илебеҙ тураһында ла һөйләй алмай тораһың. Ишшү уҡытыусы булырға йыйынаһың, доярка балаһы доярка була ул! – тип ағыуын сәсте...
Өлөшлө баламын
Уны алмаштырған мәктәп директорҙары ифрат белемле, тәртипле, кешелекле шәхестәр булды. Хөрмәтле уҡытыусы­ла­рымдан төплө белем алып, әҙәбиәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата тәрән һөйөү, ихтирам хистәрендә тәрбиәләндем. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмеремде мәктәптә тарихты уҡытыуға бағышланым. Бәләкәйҙән күңелемдә бөрөләнгән ҡәләм тибрәтеү теләге олоғайған һайын көсәйгәндән-көсәйә барып, күңел талабына әүерелде. Эш араһында сыймаҡлаған мәҡәлә­ләрем­дең район, республика гәзиттәре биттә­рендә донъя күреүендә ошо башлан­ғыстың башында тороусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­ларым Зөһрә Низамоваға, Рәсимә Ураҡсинаға мәңге рәхмәт.
Донъяға өлөшлө бала булып тыу­ғанмын, шөкөр. Хәләл көсөм менән тапҡан малыма риза булып, һәр атҡан таңдың тыныслығына һөйөнөп, йорт-илгә, балаларыма, яҡындарыма иҫәнлек-именлек теләп уҙа көндәрем. Өлөшөмә яҙған­дарҙың барыһын да – яҡшыһын да, яманын да алдым тормоштан. Алыуға ҡара­ғанда күберәк башҡаларға бирә белергә кәрәклегенә лә төшөндөрҙө донъя. Бүләктәрҙең, Маҡтау ҡағыҙҙарының да төрлөһө булды: ысын күңелдән тапшы­рылғандары ла, яһалмалыҡ менән уратыл­ғандары ла. Үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарған ябай хеҙмәт кешеһенә бер кәлимә йылы һүҙгә ҡушып тапшырылған ябай ғына ҡағыҙ киҫәге лә – уның хеҙмәтенә ҙур баһа, күңеленә һөйөнөс. Әйтелһен, әйҙә, йөрәктәргә май булып яғылырлыҡ яғымлы һүҙҙәр, тапшырылһын кескәй генә булһа ла бүләктәр. Уларҙан һуң хеҙмәт кешеһенең күңеле тағы ла нығыраҡ нурланып, яҡтырып китһен! Тик... Мәңге наҙға, ҡурсауға, йылы һүҙгә һыуһаған күңелдәребеҙҙе кемдеңдер көнсөллөгө, күңел тарлығы арҡаһында тапшырылмай ҡалған, тапшырылған хәлдә лә, кәмһетелеп аяҡ аҫтына ырғытылған, яһалма һүҙҙәр менән тәләфләнгән бүләктәребеҙ ғүмер буйы йөрәктәребеҙҙе телгеләмәһен.

Бала сағымдың ауыр хәтирәләренә алып ҡайтҡан йоҡа ғына китабымдың саңын һөртөп, китап кәштәһенең иң түренә һөйәп ҡуйҙым. Мине тормошта ауырлыҡ­тарға бирешмәйенсә алға барырға әйҙәгән, сабыр, маҡсатлы булырға өйрәткән иң тәүге, иң ҡиммәтле бүләгем бит ул.
Читайте нас: