Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
22 Июль 2020, 21:30

"Һине балалар йортонан алғандар"

Атайым менән үҙемдең оҡшашлыҡты тикшереп ҡарайым, бер еребеҙ ҙә тап килмәй кеүек. Ул - һары, ә мин ҡара сәсле.

Мин ғаиәлә берҙән-бер бала булдым. Бәләкәй сағымда бер үҙемә шул тиклем ҡыйын ине. Әсәйемә "бәпес алып ҡайтайыҡ" тип күмпе генә әйтһәм дә, "ярай"ҙан ары китмәне.
Ғәҙәттә, бер бөртөк баланы иркә, боҙоҡ, эгоист итеп һүрәтләйҙәр. Атай-әсәйем артыҡ иркәләтмәне мине - эш боҙһам, атайым уҫал ғына итеп ҡарап "улай ярамай" тип кенә ҡуйыр ине. Шулай үҙемә ҡусты, һеңле көтә-көтә егерме йәшкә лә еттем. Бөгөн нефть университетында белам алам. Аллаға шөкөр, атай-әсәйем ярҙам итеп тора. Фатир алырға тип аҡса ла йыялар, сөнки күп итеп мал-тыуар тоталар. Мин дә уларға ҡулған килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда миңә ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр.
Көндәрҙең береһендә ауылға ҡайтып барғанда юлда ҡул күтәреп торған атайым йәшендәге бер ағайҙы ултырттым. Ағай һалмыш ине. Минең ҡайһы ауылдан, кем улы булыуым менән ҡыҙыҡһынды. Ә бер аҙ барғас:
- Теге балалар йортонан алған улдары булаһыңмы? - тип һорамаһынмы!
- Нисек инде балалар йортонан! Һеҙ мине кем менәндер бутайһығыҙ! - тинем.
Ағай йәнә төпсөнә башланы.
- Атайың Фәррәх булғас, шул инде.
- Булмаҫ!
Һуңынан теге ағай атайым менән әсәйем өйләнешеп, оҙаҡ ҡына сабыйҙар булмауы, аҙаҡ мине балалар йортонан барып алыуҙары хаҡында һөйләне.
Ағайҙың һүҙенә ышанырға теләмәһәм дә, барлыҡ ғаилә тарихын бер епкә теҙә башлағас, ысынлыҡҡа тап килә башлағандай булды. Ысынлап та, мин атай-әсәйем өйләнешеп бер нисә йыл үткәс кенә тыуғанмын. Ғаиләлә туғандарым булмауы ла шикте көсәйтте. Атайым менән үҙемдең оҡшашлыҡты тикшереп ҡарайым, бер еребеҙ ҙә тап килмәй кеүек. Ул - һары, ә мин ҡара сәсле.
Ул көндө нисек кенә тырышһам да, кәйефем булманы. Атай-әсәйем "әллә ауырыһыңмы?" төпсөнһә лә, "башым ауыртып тора" тип кенә яуапланым. Сәс эскәндә шым ғына атайыма, унан әсәйем ҡарайым. Бер ҡараһаң, ҡайһы ерем менән уларға оҡшағанмын да кеүек, бер ҡараһаң, бөтөнләй юҡ...
Ҡабаттан Өфөгә лә кәйефһеҙ генә киттем. Атай-әсәйемдән хәлдең ысын булыу-булмауы хаҡында һорашырға ҡыйманым. Хәйер, үҙемдекеләр булмаһа ла, бер ниндәй үпкәм юҡ. Ана класташым Сафаның үҙ атаһы булыуҙан ни файҙа! Ғүмер буйы эсте, эс тинәһә бөтә балаларын туҙҙырып, ҡыуып сығары торғайны. Өйҙәге итен, мал-тыуарын теләһә кемгә сығарып һата. Ундай ваҡытта Сафалар гел беҙгә йоҡларға килә торғайны. Әсәйем дә йомарт булған - уларҙы ашатып-эсереп йоҡларға һала. Ә минең атайым уның эргәһендә - алтын! Ана бит "Улым йонсоп йөрөмәһен" тип машинаһын да үҙемә биреп ҡуйҙы. Киткәндә күп итеп аҙыҡ-түлек тейәп ебәрәләр.
Шулай ҙа йөрәк тыныс түгел. Ҡайҙалыр мине донъяға тыуҙырған әсәйем, атайым да йөрөйҙөр бит. Уларҙың балалары ла барҙыр. Тимәк, улар минең бер туғандарым була. Шуларҙа уйлайым да шым ғына ысын атай-әсәйемде эҙләп ҡарарғамы икән тим. Һеҙ ни тип кәңәш бирерһегеҙ?
Йәш егеттең һөйләгәнен.
Читайте нас: