Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
23 Июль 2020, 16:20

Әллә иремдең улы булды инде

Шул көндән бирле әллә ни эшләнем дә ҡуйҙым. Иремә ҡарата ышанысым юғалды, һыуыныуымды тоям.

Ирем менән студент саҡта танышып, ике-өс ай дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. Һомғол, ҡупшы кейенгән, һәр ваҡыт үҙен ҡарап йөрөгән егеткә күп ҡыҙҙар иғтибар итте. Шуға ла уға торомошҡа сығыуыма бик шат инем. Хәҙер инде йәшәй башлауыбыҙға 25 йыл да булды. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Олоһо Мәскәүҙә иң абруйлы уҡыу йортон тамамлап, хәҙер аспиратнтурала белем алыуын дауам итә. Бәләкәйе әле мәктәпкә йөрөй.
Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда бер ваҡиға тыныслығымды урланы. Автобуста киләбеҙ. Эргәмдә ултырған 17 - 18 йәштәрҙәге егеткә иғтибар итә ҡуйҙым. Иремдең йәш сағына оҡшап тора бит. Шул аҡ ҡара сәс, һыҙылып киткән ҡаш, ап-аҡ йөҙлө. Муйын тирәһендә ҡыҙғылт миңен күргәс, йөрәгем туҡтаймы тип торам. Егетте тағы күҙәтәм. Ҡараштары ла иремдеке кеүек. Унан атай-әсәһен һорайыммы икән тип, уҡталып-уҡталып ҡуйғайным да, ни эшләптер тыйылып ҡалдым. Күп тә үтмәй туҡталышта теге егет төшөп ҡалды.
Шул көндән бирле әллә ни эшләнем дә ҡуйҙым. Иремә ҡарата ышанысым юғалды, һыуыныуымды тоям. Үҙенә был хаҡта әйткәйнем:
- Ҡара әле, ни эшләп һорашманың? Улым булғандыр әле, - тип көлдө лә ҡуйҙы.
Бәлки, ул егет иремдең балаһы ла түгелдер... Былай иптәшемдең теләһә кем менән сыуалғаны тойоломай. Кем белә? Ни эшләп шунда егеттән атай-әсәһен һорашманым икән тип үкенәм хәҙер. Бәлки, берәй нәҫел-заты булғандыр. Шул саҡта бөтәһен дә белешһәм, бөгөн үҙемде был тиклем ғазапламаҫ инем. Хәҙер ҡала араһына сыҡҡан һайын ҡарашым менән теге егетте эҙләйем. Осрай ҡалһа, был юлы барыһын да һораясаҡмын.
Сибай ҡалаһында һөйләгән ханымдан яҙып алынды.
Читайте нас в