– Мин Стәрлебаш районы Үрге Шәкәр ауылында тыуғанмын. Ғаиләбеҙ ишле ине: атайым, әсәйем, 3 ҡыҙ, 5 малай, өләсәйем дә беҙҙең менән йәшәне. Хәтеремдә әсәйем бәләкәй туғанымды тапҡан көндө үк бригадир өйгә килеп, Нажиә, кискә үк токка эшкә сығығыҙ, тигәйне. Беҙ, балалар, күберәк Хәкимә өләсәйем ҡарамағында булдыҡ. Уның әкиәттәрен тыңлап, тәмле аштарын ашап үҫтек.Мин I – IV синыфтарҙа үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә уҡыным да бишенсегә Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбенә килдем. Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына. Гел «бишле»гә уҡыным. Әммә миңә алтын миҙал да, ҡыҙыл аттестат та насип булманы. Тарихы ҡыҙыҡ инде уның. Интернатта әүҙем булдым. Дружина советы рәйесе, комсорг, волейбол командаһы капитаны инем. Стена гәзиттәрен сығара торғайным. Әҙәбиәт түңәрәгенә, бейеүгә йөрөнөм, спорт менән шөғөлләндем. Һәр эште еренә еткереп үтәй, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай инем.
X синыфта 1 сентябрь тантанаһында Кәтибә Кинйәбулатованың «Уҡытыусыма» шиғырын һөйләйем. Ул ваҡытта директор Риф Хәмиҙуллин ине. Ул яныма килде лә: «Күҙйәшева, һине сәнғәт институтына килтерергә ҡуштылар», – тине. Мин сәнғәткә барырға теләмәүем тураһында әйтһәм дә, директор аҡ «Нива»һына ултыртып, институтҡа алып китте. Уҡыу театры тигән зал бар ине. Мине ҡалдырып, үҙе эскә инде. Йәштәр араһында Эльвира Юнысованың да көтөп торғанын хәтерләйем. Шундай матур ҡыҙыҡай, матур итеп кейенгән. Риф Зариф улы эскә саҡырҙы. Инһәм, унда билдәле сәнғәт кешеләре ултыра. Театрға, концертҡа йыш йөрөгәс, уларҙы таныйым. Зәйтүнә Бикбулатова, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Тамара Хоҙайбирҙина, Фәрдүнә Ҡасимова, Илшат Йомағолов... Театрҙың режиссёры Рифҡәт Исрафилов ине. «Актриса булырға теләйһеңме?» – тип һораны ул. «Юҡ», – тим. «Нисек инде, күп ҡыҙҙар актриса булырға хыяллана. Ә кем булаһың?» «Тәфтишсе». «Шиғыр уҡып күрһәт әле». Мин һаман ҡарышам. Һорауҙарға киреһен яуап бирәм, насар уҡыйым, шиғыр белмәйем, тим. Шунда Риф Зариф улы, нисек инде, линейкала һөйләнең бит, шуны һөйлә, ти. Тамара Шәһит ҡыҙы өҫтәл артынан тороп яныма килде лә, бында ҙур кешеләр ултыра бит, оят булыр, бар сәхнәгә сыҡ та шиғыр һөйләп ишеттер, ти. Һөйләнем. Шулай итеп, мине уҡырға алдылар. Мәҙәниәт министрлығы менән һөйләшелгән, театр факультеты менән килешеү төҙөгәндәр икән. Бер үк ваҡытта студент та, уҡыусы ла булып киттем. Шишәмбе, кесаҙна, шәмбе сәнғәт институтына йөрөп уҡырға тейешмен. Бөтә пландар боҙолдо. Әммә бөгөн быға бер ҙә үкенмәйем. Танылған сәнғәт оҫталары Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Лек Вәлиевтәрҙән дәрестәр алыуым менән бәхетлемен.
Уҡып йөрөгәндә режиссёрлыҡ буйынса китергә хәл иттем. Ә алтын миҙалға килгәндә, күп дәрес ҡалдырырға ла тура килде бит, химиянан имтиханды «бишле»гә тапшырһам да, уҡытыусым аттестатҡа «дүртле» ҡуйҙы. «Беҙ дәрестән тыш әллә күпме материалдар менән таныштыҡ, Күҙйәшева уларҙы ҡалдырҙы», – тигән ул. Директор әйтеп тә ҡараны, бар, уҡытыусыңдан үтенеп һорап ҡара, тип, мин үҙ һүҙле бит инде, барманым. Шулай итеп, миҙалдан ҡолаҡ ҡаҡтым. Тик нишләптер синыфташтарым мине бөгөн дә интернатты алтын миҙал менән тамамлаған, тип иҫәпләй.