Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
2 Август 2020, 16:45

Наилә Сәфәрғолова Волгага ташланған

Был малай спиннингты һелтәгән ыңғай­ға үҙе лә һыуға төштө лә китте.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә СӘФӘРҒОЛОВАны беҙ бигерәк тә «Йөрәк һүҙе» проектының авторы һәм режиссёры булараҡ яҡшы беләбеҙ. "Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә биргән әңгәмәһендә ул бала сағы, мәктәп йылдары хаҡында былай ти.
– Мин I – IV синыфтарҙа үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә уҡыным да бишенсегә Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбенә килдем. Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына. Гел «бишле»гә уҡыным. Әммә миңә алтын миҙал да, ҡыҙыл аттестат та насип булманы. Тарихы ҡыҙыҡ инде уның. Интернатта әүҙем булдым. Дружина советы рәйесе, комсорг, волейбол командаһы капитаны инем. Стена гәзиттәрен сығара торғайным. Әҙәбиәт түңәрәгенә, бейеүгә йөрөнөм, спорт менән шөғөлләндем. Һәр эште еренә еткереп үтәй, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай инем.
– Һеҙ уҡыусы сағығыҙҙан бик ныҡышмал, үҙ һүҙле, көслө кеше булғанһығыҙ икән...
– Бик әүҙем инем, һәр сарала ҡатнаштым. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда алтынсыларҙы тәрбиәселәре Клара Вәли ҡыҙы Улья­новскиға сәйәхәткә алып барғайны. Ул синыфташым Зәйҙә менән икебеҙҙе ярҙамсылары итеп алды. Волга буйлап теплоходта йөрөргә тейеш инек. Клара Вәли ҡыҙы бер малайҙың ҡулын тотторҙо ла, бына ошо баланы ғына ныҡлап ҡарап тор әле, ҡал­ғандары былай ҙа тыңлар ул, тип билет алырға китте. Малай шунда уҡ спиннинг менән балыҡ тотоп торған бер бабайға иғтибарын йүнәлтте. Һорап алайыҡ әле, бер генә тапҡыр ырғытып ҡарағым килә, ти. Ярай, тинем дә һорап алдыҡ. Шунда ни булғанын бел­һәгеҙ икән! Был малай спиннингты һелтәгән ыңғай­ға үҙе лә һыуға төштө лә китте. Тәрән урын, сит илдән дә турис­тар бар ине. Баштан йәшендәй әллә ниндәй уйҙар үтте. Күп уйлап тормай, артынан Волгаға ырғыным. Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе, сума-сума малайҙы елкәһенән тотоп сығарғайным. Сәйәхәт ҡайғыһы бөттө, ауырып яттым. Апрель ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, интернатта линейка башланыр алдынан ҡараһам, теге малайҙың әсәһе инеп килә. Буйға бәләкәй инем, алда торам. Уны күреп ҡалыу менән, егеттәр артына ҡастым. «Күҙйәшева бармы?» – тип һорайҙар. Әрләрҙәр, тип уйлайым. Батып барыусы баланы ҡотҡарған өсөн Маҡтау ҡағыҙы бирергә булғандар икән.
Читайте нас: