– Дөрөҫөн әйткәндә, «Йөрәк һүҙе» тәүҙә бер тапҡыр ғына үткәреләсәк акция булып күҙ алдына баҫҡайны. Кешеләрҙең йөрәген әрнеткән әйтер һүҙҙәре бар, уларҙы ишетер түрәләр бар сағында был мәҙәни сара йәшәр. Тәүҙә был проекттың исемен оҡшатмаусылар ҙа булғайны. Йөрәк һүҙе буламы ни ул, ҡолаҡҡа ятмай, тинеләр. Икенсе исемдәр ҙә тәҡдим иттеләр. Әммә «Йөрәк һүҙе» булып ҡалды. Ике шиғыр уҡыған кешегә машина бирәләрме ул, тигәндәр ҙә булды. Тел бөтөр сиккә еткән, бәҫе төшкән саҡта туған теленең ҡәҙерен белгән кешене ҡәҙерләй белергә кәрәк. Был шиғриәт бәйгеһе генә түгел, «Йөрәк һүҙе» ул – халыҡ трибунаһы! Тамашасы рухланып, икенсе һулыш менән килеп сыға был саранан. Ә финалдан һуң шылтыратыусылар, үҙ фекерҙәрен әйтеүселәр ифрат күп була. Улар илай ҙа, һоҡлана ла, рәхмәттәрен дә әйтә. Шул минең арыуҙарымды баҫа, бөтә булған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Ошо эшемде күтәреп алған милләттәштәремә рәхмәттәремде еткерәһем килә. Әйтеп бөтөргөһөҙ ярҙамы өсөн Хөкүмәтебеҙҙең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Ошо ижади емешемде тормошҡа ашырырға ярҙам иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовҡа һәм тоғро дуҫтарыма рәхмәт.