Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
5 Август 2020, 00:15

Бер бесәй менән урамда ултырған самауыр ғына тороп ҡалды...

Әсәйемә әйт әле, киҫтермәһен, бер апай шулай тине, тим. Юҡ, мине тыңламанылар. Кит, ҡарт бит инде ул, кеше һүҙен тыңлап ни, тип әсәйем барыбер киҫтергән.

«Йөрәк һүҙе» проекты авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә СӘФӘРҒОЛОВА "Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә биргән әңгәмәһендә үҙенең пландары менән уртаҡлаша.
– «Йөрәк һүҙе» быйыл Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ҡатнашырға теләүселәр күп, сараға әҙерлек бара. Икенсенән, ғаиләбеҙ тарихына арналған драма яҙа башланым. Уны «Нигеҙ» тип атаным. Тормошта ҡайһы саҡ иҫ китерлек ваҡиғаларға осрайһың. Мистика тип әйтәйемме... Бер ваҡыт Салауаттан Өфөгә эш буйынса килгәйнем. Аҡ йорттоң милиция посында торғанымда таныш түгел бер ҡатын: «Ауылығыҙҙа атай-әсәйең, шомло тауыш сығара тип, йортоғоҙ янындағы талды киҫергә уйлай икән, киҫмәһендәр, әтеү нигеҙегеҙ ҡорой», – тине. Аптырамаҫлыҡ түгел ине, әлбиттә. Ҡайтһам, ағайым ауылға шул талды киҫергә ҡайтырға йыйына. Әсәйемә әйт әле, киҫтермәһен, бер апай шулай тине, тим. Юҡ, мине тыңламанылар. Кит, ҡарт бит инде ул, кеше һүҙен тыңлап ни, тип әсәйем барыбер киҫтергән. Шунан һуң бер аҙна ла үтмәне, бер төн эсендә йортобоҙ, мал-тыуар янды... Бер бесәй менән урамда ултырған самауыр ғына тороп ҡалды... Ҡырҡ көн эсендә ҡаршыһына йорт һалдырып, Ҡөрьән уҡытып, әсәйемдәрҙе шунда ҡалдырып киттек. Унан һуң өйөбөҙгә нигеҙ һалған көндө тыуған Зөфәр ағайыбыҙҙы юғалттыҡ. Өс йыл һайын ғаиләбеҙҙә кемдер үлә ине. Бер дин әһеле менән кәңәшләшкәс, ете мулла саҡырып, Ҡөрьән уҡытып ҡарағыҙ, тине. Шулай эшләнек, тик мин аварияға эләктем, Аллаға шөкөр, иҫән ҡалдым. Шөкөр, Ҡөрьән уҡытҡас, тормошобоҙ тыныс­ланып ҡалды. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: бер шағирәнең юбилей кисәһендә беҙҙе киҫәткән шул апайҙы тағы осраттым. Ул үҙе яныма килеп: «Мин өйөгөҙ янындағы талды киҫмәгеҙ, тигәйнем дә – тыңламанығыҙ... Ярай ҡалғаны һәйбәт буласаҡ», – тип әйтеп, хәлдәремде һорашып торҙо.

Читайте нас: