Улдары берәү булһа ла, балалары күп Хызыровтарҙың. Сөнки икеһе лә йәш быуынды йыр-музыка сәнғәтенә өйрәтә. Вәхит Ғәлибай улы 18 йыл инде сәнғәт училищеһында вокал дәрестәре алып бара. Бынан тыш, М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының музыка факультеты доценты ла, филармония йырсыһы ла. «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас» республика конкурстары еңеүселәре Рөстәм Шаһыбалов, Руслан Сәйфетдиновтар һәм исемдәре халыҡ араһында билдәлелек яулаған Искәндәр Ғәзизов, Илүс Ғилманшин, Рөстәм Ғәлиевтарҙы оло сәхнәләргә сығарыуҙа күп көс һалған остаз да ул — Вәхит Хызыров. Өмөтлө йәш йырсылар Илдар Рәхимғолов менән Радмир Хәсәнов та Вәхит Ғәлибай улының студенттары.
«Вокал дәрестәрен биргән кеше үҙе лә йырларға тейеш, — тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы. — Ә беҙҙә сәхнәгә аяҡ баҫып та ҡарамаған кешеләр ҙә уҡыта. Шәкертең бит һиңә ышанырға, йырсы булараҡ та хөрмәт итергә тейеш. Уҡыусыларыңды тамашасынан ҡурҡмаҫҡа, сәхнәгә залдағы йыр- моң һөйөүселәргә ҡарата оло һөйөү менән сығырға өйрәтергә кәрәк. Был өлкәлә өлгө булмаһаң, һиңә уҡыусың нисек ышанһын?! Үҙеңдең дә уҡыусыңа ышаныуың, уның мөмкинлектәрен күреп, үҫтерә белеүең мотлаҡ.
Был йәһәттән мин ғүмер буйы остазым Миләүшә Ғәлиевна Мортазинаға рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт эшләп уҡыйым, төндәрен ҡатыныма бала ҡарашам. Йоҡом туймай килгән саҡтарҙа ла, хатта аҙаҡҡы курста имтихандарға бер аҙна ҡалғас, һуҡыр эсәккә операция яһатып, тейешле кимәлдә, бар мөмкинлегемә йырлай алмағанда ла миңә ышанды, өмөтөмдө һүндермәне. „Ты обязательно выстрелишь!“ ти ине. Институтты тамамлар алдынан мине Калининградта үтәсәк Халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләй башланы. Остазымдың ышанысы ла, Башҡортостан йырсылары исеменән ҡатнашыуым да, сығышым уңышлы килеп сыҡһа, киләсәк ижади тормошомда айырым роль уйна- ясағын һәйбәт аңлауым да рухи көс бирҙе миңә. Етди әҙерләнеп сыҡтым юлға. Һөҙөмтәлә махсус призға лайыҡ булып, дипломант булып ҡайттым.
Ысынлап та, был уңышым төрлө илдәрҙә, юғары сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн юл асты. Донъяның йөҙҙән артыҡ ҡалаһында Башҡор тостан йырсыһы булып ҡатнаштым.
Миләүшә Ғәлиевна әле лә дәрестәр бирә. Кем уға эләгә, шул бәхетле», — ти йырсы.
«Миләүшә Ғәлиевна Вәхиттең һәләтен генә түгел, иҫ киткес тырышлығын да күргәндер, — тип һүҙгә ҡушыла Мария Анатольевна, — Вәхит бер ваҡытта ла дәрескә һуңламаны, дәрес ҡалдырманы, имтихандарға бөтә күңелен һалып әҙерләнде, һәр көн яңы программа өҫтөндә эшләне. 5-6 әйбер урынына дәүләт имтихандарына 30-50 әҫәр әҙерләп килә тор ғайны. Әле лә шулай: ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ысын фанатик ул. Шуға ла ике уҡыу йортонда уҡытырға ла, филармонияла эшләргә лә, яңы йырҙар өйрәнергә лә, төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙә сығыш яһарға ла өлгөрә».