Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
19 Сентябрь 2020, 15:50

Беренсе “лайк”тан ғашиҡ булдым...

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, замана технологияларының йылдам үҫеше йөрәк эшенә лә килеп ҡыҫылды.

Һөйөү төрлөсә килә. Берәүҙәр йылдар буйына янында йөрөгән кешеһенә ҡапыл ярата башлай. Икенселәре бер ым-хәрәкәттән һуң да башын юғалтырға мөмкин. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тиҙәр, ундай осраҡта. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, замана технологияларының йылдам үҫеше йөрәк эшенә лә килеп ҡыҫылды. Хәҙер илерткес йылмайыуға, бүтәндәрҙә булмаған, танһыҡ еҫкә, әсир итерлек наҙлы ҡараштарға йөрәктең талпынып-ярһып тибеүенән башланған мөхәббәт тарихтары ҡайҙалыр, икенсе заманда ғына тороп ҡалған кеүек. Виртуаль донъяла ғына танышабыҙ ҙа, фотолар аша ғына бер-беребеҙҙе оҡшатыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Тик ҡайҙа урынлашҡанын берәү ҙә белмәгән, әммә һағыныуҙан һарғайыр, һағыштарҙан сәсәп тонсоғор хәлгә еткән саҡтарҙа бар булмышыңды көслө ауыртыуҙар менән солғап алған күңел тигән нәмә лә бар бит әле. Интернеттағы икенсе яртың юғалһа, уны секунд эсендә дуҫтар исемлегенән юйып, хатта ҡара исемлеккә лә керетеп ҡуйып була. Ә бына йөрәккә һалынған һөйөү яраларының уңалыуын йылдар буйы көтөргә тура килгән осраҡтар ҙа бар.
Күрше йорт янында урынлашҡан балалар майҙансығында йәш әсәләр күптән үҙ-ара танышып бөткән. Бер мәл ҡыҙҙарыбыҙ уйнағанда, Әлиә исемле ҡатын менән яҡындағы эскәмйәгә арҡаларҙы терәнек. Ҡаршыла ике йәш егет телефондарына текәлеп ултыра. “Былар ҙа осрашыуға ҡыҙҙар саҡырып, эҙләп ултыралар ахырыһы”, - тип уйсан ғына көлөмһөрәп ҡуйғандан һуң, виртуаль донъяға ҡоролған мөхәббәт тарихын бәйән итте.
“Мәктәпте тамамлаған йылды үҙемдән ике йәшкә өлкән егет менән осраша башланым, - тип һүҙен башланы танышым йөрәк серҙәре менән бүлешеп. – Шулай тура килде, ул уҡыған ергә балдарым етмәй, мин икенсе ҡалаға уҡырға индем. Әммә уның өсөн йөҙәр саҡрымдар бер ни ҙә түгел ине. Ауырыйыммы, телефондан һөйләшкәндә тауышым бойоғораҡ сығамы, “һә” тигәнсе килә лә етә. Өйгә эштәремдә лә ярҙамлаша, минең өсөн инглиз теленән тәржемә лә эшләй. Байрамдарҙа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Тик бар яҡтан камил ғына кеше булмай, тиҙәр бит. Бының бер кәмселлеге – матур һүҙҙәр һөйләй белмәүендә ине. Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, күпселек осраҡта ҡолаҡ менән яратыуыбыҙ, бер кемгә лә сер түгел. Һуңғы курста уҡығанда көткән принц, ниһайәт, мине эҙләп тапты.
Социаль селтәрҙә уртаҡ дуҫтарыбыҙ ҙа, таныштарыбыҙ ҙа булмаһа ла, ҡайҙан күреп ҡалғандыр, бер мәл минең фотоларға лайктар яуҙыра башланы. Күп тә үтмәне комплименттар менән смс-хаттар сиратҡа теҙелде. Бер нисә көндән күптәнге таныштар һымаҡ телефон аша аралаша башлаған инек. Себерҙә вахта ысулы менән эшләй икән. Ҡайтырға бер ай самаһы ваҡыты ҡалған ине. “Аэропорттан тура һиңә киләм,” – тип вәғәҙәләр бирә.
Матур-матур һүҙҙәр теҙелеп яҙылған смс-хаттарына ҡыуанып уянам да, бәхетле йылмайып йоҡлап китәм. Бүлмәләш ҡыҙҙар, өйҙә яҡындарым да был һаләтемде күрмәй ҡалманылар. “Кем шул хәтлем һине шатландыра ул?” – тип аптырайҙар. Теге шым егетем иһә икенсе планға күсте. Шылтыратыуҙарына ла илке-һалҡы ғына яуап бирәм, осрашыуҙарҙан да ҡасып ҡалам.
Ниһайәт, дүрт күҙ менән көткән көндәр ҙә яҡынлашты. Тик ул ҡайтыу менән дә, унан һуң бер нисә аҙна уҙғас та килмәне. Виртуаль сәләмдәре лә һирәгәйҙе. Бары тик ҡырҡ биш көнлөк ялы үтеп барғанда ғына миңә ваҡыт тапты. Виртауль донъяла көнө-төнө “бүләк” иткән сәскәнең еҫе-ҡоҫо ла юҡ ине. Аҡ ҡар юрғанына уранып йоҡоға талған аллеяны бер нисә тапҡыр арҡырыһына-буйына юҡ-бар һүҙҙәр һөйләшеп йөрөнөк тә, һалҡын ғына хушлаштыҡ. Йәнем көйөп етәкләтмәнем дә.
Тик эшкә китеү менән барыһы ла ҡабаттан башланды. Мине оҡшатыуы, хатта ярата башлауы янымда саҡта әйтергә ҡыймауы тураһында һөйләгәндән һуң, үҙемде күктең етенсе ҡатында итеп тойҙом. Сөнки тәмле-татлы һүҙҙәре менән күңелемде иретһә, киң йылмайыу, үҙен ышаныслы тотоуы менән йөрәгемде яулап алған ине инде.
Түҙемһеҙләнеп көтөүем был юлы ла минең файҙаға булманы. Вахтаһы тамамланыу менән ул мине тағы ла иҫенән сығарҙы.
Был юлы уны көтөп, ҡул ҡаушырып ҡына ултырманым. Күрше бүлмәләге ҡыҙ, мин беренселә уҡығанда, сығарылыш курс студенты -уның ауылдашы булып сыҡты. Һораша, белешә башлағас, шуныһы асыҡланды. Минең кеүектәре быуа быуырлыҡ, имеш. Баҡһаң, эштә ваҡытта кистәрен нимә эшләргә белмәй бәрелеп-һуғылғанда интернетта ҡыҙҙарға “һунарға” сыға икән. Аҙаҡ береһенән икенсеһенә барып, йөрөп ялдарын үткәрә, ти. Ҡосаҡтары ҡайнар, елбәҙәгерәктәре янында бер нисә ҡуна ла ҡала. Шунлыҡтан теге юлы сират миңә һуңлаған икән...
Онлайнда ғашиҡ булып, ғазаптарын ысынбарлыҡта татырға шулай тура килде миңә. Ярай ҙа күңел яраларын имләргә теге шым егетем ярҙам итте. Ҡыҫыр бәхеткә ҡарағанда, яныңда өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡосаҡлап йыуатыусың булыуы оло бхет икәнлеген шунда ғына аңлай алдым...”
Сулпан ВИЛДАНОВА.
Читайте нас: