Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
26 Сентябрь 2020, 16:10

ГҮЗӘЛ ҠАЙҘА БУЛҒАН?

2006 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион проектында яҡташыбыҙ Гүзәл Шаһисолтанова (Мөхәмәтйәнова) оло йәштәгеләрҙең үҙ заманында яратып йырлаған “Ел ҡапҡа” йыры менән күптәрҙең күңелен яулағайны. Әле булһа уның башҡарыуындағы был йыр радиотелевидение тулҡындарында йыш ҡына яңғырап тора, ата-әсәләрен, яҡындарын тыуған көндәре, юбилейҙары менән ҡотлағандар араһында ошо йырклипҡа өҫтөнлөк иткәндәр байтаҡ. “Гәлсәр”ҙән һуң Гүзәлдең сәхнәлә күренмәй башлауына һәм “Ел ҡапҡа”ны башҡарған оҙон сәсле ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы әле һаман күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Социаль селтәрҙәрҙә лә уның артабанғы яҙмышы тураһында белергә теләгәндәр бар. Ҡайҙа булған һуң, Гүзәл? Ошо һорауға яуап табыу йәһәтенән, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ:► Гүзәл, һүҙҙе биографияғыҙҙан башлайыҡ...- Мин хозур тәбиғәтле, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Йөйәк ауылы ҡыҙы. Нәфил Миңлеғәле улы һәм Гөлъямал Ураҙгилде ҡыҙының матур ғаиләһендә тәүге бала булып тыуғанмын. Ғаиләлә ике бала үҫтек, Ғәзиз исемле ҡустым бар. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт техник университетының “Экология” бүлеген тамамланым. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйем. Тормош иптәшем Зенфир менән туғыҙ йәшлек Иҙел һәм дүрт йәшлек Йәсмин исемле балалар тәрбиәләйбеҙ. Беҙ спорт яратыусы ғаилә - спорт залдарына, фитнес-клубтарға күнекмәләргә, тренировкаларға даими йөрөйбөҙ. Әлегә быларҙы бер нигә ҡарамай өйҙә лә ихлас дауам итәбеҙ.► Тыуған яҡтар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?- Әлбиттә. Таулы төбәгемдән яҙмыш ситкә илтеүенә хәҙер инде 14-15 йыл үтеп тә киткән. Яйы сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Бергә уйнап үҫкән дуҫтар, бала саҡ эҙҙәрем ҡалған урманҡырҙар һағындыра. Йәй айҙарында ғаиләбеҙ менән Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ. Ә ундай ерҙәр районыбыҙҙа аҙым һайын тиерлек.► Йырларға бала саҡтан уҡ яраттығыҙмы?- Эйе. VI класта уҡып йөрөгәндә мәктәптә вокал түңәрәгенә йырсылар етешмәүе тураһында ишеттем. Мин ул саҡта бейеү буйынса шөғөлләнә инем. Үҙемде йыр өлкәһендә лә һынап ҡарарға булдым һәм тәүге сығышымда уҡ яңғыҙ йырлағаным иҫтә. Бала саҡта сәхнәлә сығыш яһау еңел бирелде, ҡыйыуыраҡ та инем; уңайһыҙланыу, оялыу, ҡурҡыу тойғолары ла булманы.► Заманында барыһының да яратып ҡараған һәм телевизион-шоуға әйләнгән “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә ҡатнашып китеүегеҙ нисегерәк булды?- Ҙур кимәлдәге телевизон проектта ҡатнашырға йөрьәт иткәнемдә миңә ни бары 16 йәш, мәктәптә генә уҡып йөрөгән саҡ ине. Күп уйлап тормай, бығаса репертуарымда булған һәм яратып башҡарған “Ел ҡапҡа” йырын яҙҙырып ебәрҙем. Конкурс аша үтеүем тураһында хәбәр иткәстәр, шатланып ҡабул иттем. Шул уҡ ваҡытта алда торған сығыштар, оло сәхнә менән бәйле борсолоуҙар ҙа булды.► “Гәлсәр”ҙән һуң ниндәй хәтирәләр ҡалды һәм был проектта ҡатнашыу Һеҙгә нимә бирҙе?- Әлбиттә, яҡты, йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Республика район-ҡалалары буйлап бер йыл буйы гастролдәрҙә йөрөгән осорҙа сәхнә тормошоноң бөтөнләй минеке түгел икәнлеген аңланым. Ул мине киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауға этәрҙе һәм үҙ юлымдың сәхнәнән тыш тарафта булыуын күрһәтте. Бының өсөн рәхмәтлемен генә.► Ә шулай ҙа, ижадты бөтөнләй ташлап ҡуймағанһығыҙ, һуңғы осорҙа яңы йырҙар өҫтөндә эшләүегеҙ күҙәтелә.- Йыр минең өсөн хобби ғына булып ҡалды. Йылына кәмендә ике яңы йыр яҙҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Клип төшөрөү ҙә яҡын планға алынған. Йырҙарымды студияла ғына яҙҙырам, сәхнәләге ише киң аудиторияны үҙ итмәйем.► Гүзәл, күптәрҙе Һеҙҙең оҙон сәстәрегеҙ хайран итәлер. Уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ һәм уларҙың оҙонлоғо күпме?- Сәсемдең оҙонлоғо метрҙан ашыу. Бер аҙ ҡыҫҡартырға өндәүселәр ҙә, уларҙы нисек тәрбиәләүем тураһында ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Миңә уларҙы йөрөтөүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Тәрбиәләүгә килгәндә - онотҡанда бер генә маскалар эшләп алам, салондар хеҙмәте менән ҡулланғаным да, буяғаным да юҡ. Барыһы ла тәбиғәттән бирелгән.►“Ел ҡапҡа”ны йырлаған Гүзәл ҡайҙа булған, тигәндәргә ни тип яуап бирер инегеҙ?- Гүзәл тулыһынса үҙен ғаилә тормошона бағышлаған, ә шулай ҙа ижадтан ситләшмәгән, тип.► Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!Рәсимә Сәлихова.

2006 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион проектында яҡташыбыҙ Гүзәл Шаһисолтанова (Мөхәмәтйәнова) оло йәштәгеләрҙең үҙ заманында яратып йырлаған “Ел ҡапҡа” йыры менән күптәрҙең күңелен яулағайны. Әле булһа уның башҡарыуындағы был йыр радиотелевидение тулҡындарында йыш ҡына яңғырап тора, ата-әсәләрен, яҡындарын тыуған көндәре, юбилейҙары менән ҡотлағандар араһында ошо йырклипҡа өҫтөнлөк иткәндәр байтаҡ. “Гәлсәр”ҙән һуң Гүзәлдең сәхнәлә күренмәй башлауына һәм “Ел ҡапҡа”ны башҡарған оҙон сәсле ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы әле һаман күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Социаль селтәрҙәрҙә лә уның артабанғы яҙмышы тураһында белергә теләгәндәр бар. Ҡайҙа булған һуң, Гүзәл? Ошо һорауға яуап табыу йәһәтенән, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ:
► Гүзәл, һүҙҙе биографияғыҙҙан башлайыҡ...
- Мин хозур тәбиғәтле, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Йөйәк ауылы ҡыҙы. Нәфил Миңлеғәле улы һәм Гөлъямал Ураҙгилде ҡыҙының матур ғаиләһендә тәүге бала булып тыуғанмын. Ғаиләлә ике бала үҫтек, Ғәзиз исемле ҡустым бар. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт техник университетының “Экология” бүлеген тамамланым. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйем. Тормош иптәшем Зенфир менән туғыҙ йәшлек Иҙел һәм дүрт йәшлек Йәсмин исемле балалар тәрбиәләйбеҙ. Беҙ спорт яратыусы ғаилә - спорт залдарына, фитнес-клубтарға күнекмәләргә, тренировкаларға даими йөрөйбөҙ. Әлегә быларҙы бер нигә ҡарамай өйҙә лә ихлас дауам итәбеҙ.
► Тыуған яҡтар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
- Әлбиттә. Таулы төбәгемдән яҙмыш ситкә илтеүенә хәҙер инде 14-15 йыл үтеп тә киткән. Яйы сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Бергә уйнап үҫкән дуҫтар, бала саҡ эҙҙәрем ҡалған урманҡырҙар һағындыра. Йәй айҙарында ғаиләбеҙ менән Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ. Ә ундай ерҙәр районыбыҙҙа аҙым һайын тиерлек.
► Йырларға бала саҡтан уҡ яраттығыҙмы?
- Эйе. VI класта уҡып йөрөгәндә мәктәптә вокал түңәрәгенә йырсылар етешмәүе тураһында ишеттем. Мин ул саҡта бейеү буйынса шөғөлләнә инем. Үҙемде йыр өлкәһендә лә һынап ҡарарға булдым һәм тәүге сығышымда уҡ яңғыҙ йырлағаным иҫтә. Бала саҡта сәхнәлә сығыш яһау еңел бирелде, ҡыйыуыраҡ та инем; уңайһыҙланыу, оялыу, ҡурҡыу тойғолары ла булманы.
► Заманында барыһының да яратып ҡараған һәм телевизион-шоуға әйләнгән “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә ҡатнашып китеүегеҙ нисегерәк булды?
- Ҙур кимәлдәге телевизон проектта ҡатнашырға йөрьәт иткәнемдә миңә ни бары 16 йәш, мәктәптә генә уҡып йөрөгән саҡ ине. Күп уйлап тормай, бығаса репертуарымда булған һәм яратып башҡарған “Ел ҡапҡа” йырын яҙҙырып ебәрҙем. Конкурс аша үтеүем тураһында хәбәр иткәстәр, шатланып ҡабул иттем. Шул уҡ ваҡытта алда торған сығыштар, оло сәхнә менән бәйле борсолоуҙар ҙа булды.
► “Гәлсәр”ҙән һуң ниндәй хәтирәләр ҡалды һәм был проектта ҡатнашыу Һеҙгә нимә бирҙе?
- Әлбиттә, яҡты, йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Республика район-ҡалалары буйлап бер йыл буйы гастролдәрҙә йөрөгән осорҙа сәхнә тормошоноң бөтөнләй минеке түгел икәнлеген аңланым. Ул мине киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауға этәрҙе һәм үҙ юлымдың сәхнәнән тыш тарафта булыуын күрһәтте. Бының өсөн рәхмәтлемен генә.
► Ә шулай ҙа, ижадты бөтөнләй ташлап ҡуймағанһығыҙ, һуңғы осорҙа яңы йырҙар өҫтөндә эшләүегеҙ күҙәтелә.
- Йыр минең өсөн хобби ғына булып ҡалды. Йылына кәмендә ике яңы йыр яҙҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Клип төшөрөү ҙә яҡын планға алынған. Йырҙарымды студияла ғына яҙҙырам, сәхнәләге ише киң аудиторияны үҙ итмәйем.
► Гүзәл, күптәрҙе Һеҙҙең оҙон сәстәрегеҙ хайран итәлер. Уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ һәм уларҙың оҙонлоғо күпме?
- Сәсемдең оҙонлоғо метрҙан ашыу. Бер аҙ ҡыҫҡартырға өндәүселәр ҙә, уларҙы нисек тәрбиәләүем тураһында ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Миңә уларҙы йөрөтөүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Тәрбиәләүгә килгәндә - онотҡанда бер генә маскалар эшләп алам, салондар хеҙмәте менән ҡулланғаным да, буяғаным да юҡ. Барыһы ла тәбиғәттән бирелгән.
►“Ел ҡапҡа”ны йырлаған Гүзәл ҡайҙа булған, тигәндәргә ни тип яуап бирер инегеҙ?
- Гүзәл тулыһынса үҙен ғаилә тормошона бағышлаған, ә шулай ҙа ижадтан ситләшмәгән, тип.
► Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Рәсимә Сәлихова.
Читайте нас: