Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
7 Ноябрь 2020, 23:15

МИҘГЕЛ ГЕНӘ БЫЛ ҒҮМЕР

Иртәгәһе көндән Лена өсөн рәхәт тормош башланды, иртән эшкә водителе илтеп ҡуйһа, кис Сергей Иванович үҙе ҡаршы алды.

Сәскә магазины янына ҙур ғына машина килеп туҡтаны, унан олпат кәүҙәле ике ир кешенең төшөп магазин яғына атлауын күргән Лена аяҡ өҫтө баҫты. Килеп ингән ирҙәр йөҙгә тәккәбер, уҫал ғына күренһәләрҙә бөтәһе менән дә алсаҡ һаулыҡ һорашып, тура Лена ҡаршыһына килеп баҫтылар.-Һылыу, миңә матур ғына бер гөлләмә кәрәк, артыҡ ныҡ ҡупшы ла, үтә ябай ҙа кәрәкмәй, уртаса ғына булһын, тип өндәште ирҙәрҙең береһе. Тәүҙә әҙерәк ҡаушап ҡалһа ла Лена, аҙаҡ үҙен ҡулға алып, әҙер гөлләмәләрҙең төрлөһөн тәҡдим итә башланы, юҡ был оҡшамай, юҡ был түгел тип костюмдағы уҫал ағай гөлләмәләргә риза түгеллеген белдерҙе. Лена аҡ рауза сәскәләренән үҙенә оҡшағанса ябай ғына гөлләмә йыйып тотторғас,-вот, ошо кәрәк ине миңә, бына бит ниндәй матур букет эшләй беләһегеҙ, тине. Тәүҙә бер гөлләмә һорап килһә, хәҙер икәү кәрәк тей башланы. Ленаның һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышҡандай һәр аҙымын ҡыҙыҡһынып текләп торған ҡараштар аҫтында уңайһыҙланып ҡына Лена сәскәләрҙән гөлләмә йыйҙы -Бына икенсе гөлләмә лә әҙер, рәхим итегеҙ, тип уҫал ҡарашлы ағайға һондо сәскәләрҙе Лена. Тейешле хаҡын һорап та тормай, икеләтә күберәк аҡса түләп,- сдача кәрәкмәй, был сәскәләр үҙеңә һылыу, бел, һин был сәскәләрҙән матурыраҡ,тип үҙе йыйған гөлләмәне үҙенә бүләк итеп тә киттеләр.Ир егеттәр тарафынан маҡтау һүҙҙәре ишетеп өйрәнмәгән Лена бер аҙ юғалып ҡалды,аһ, иҫем китеп торамсы, бында бит аҡса күпкә артыҡ,тип, усына йомарлап тотоп аҡсаны улар артынан йүгереп сыҡҡанда бейек ҡара машина урынынан ҡуҙгалып та киткән ине.
Әллә аҡ рауза гөлләмәһе ысынлап матур килеп сыҡты инде, әллә теге костюмдағы уҫал ағайҙың аяғы еңел булды, үҙенә бүләк ителгән сәскәләрҙе, тағы шундай уҡ өс гөлләмә эшләп һатты, икенсе төрлө сәскәләрҙә арыу ғына һатылды. Эш көнө бөтөүгә Лена көндәгесә арып талып түгел, киреһенсә яҡшы кәйеф менән ҡанатланып йыйынды ҡайтырға. Магазинға кереп сығайым, өйҙә мине көткән һеңлеләремә лә байрам кәйефе ойоштороп торт алайым,тип йүгерә атлай ҡаршылығы магазинға ыңғайланы.
Лена өсөнсө класста уҡығанда береһенән береһе бәләкәй өс ҡыҙын, сәскәләй һылыу ҡатынын ҡалдырып, фажиғәле рәүештә атайҙары донъя ҡуйҙы. Ҡыҙҙар бәләкәйерәк булып артыҡ аңлап етмәһә лә, әсәйҙәре ныҡ биреште шул, һаулығы ҡаҡшаны. Өй тирәһендәге бөтә ыуаҡ эш Лена елкәһенә төштө. Ауыл ерендә утын бесән килтерһә лә тип,атаһының был донъянан китеүенә өс йыл үткәс әсәһе бер ирҙе индереп йәшәп ҡараны ла ул, уныһы эсеүҙән бушаманы, ҡыҙара бүртенгән йөҙө менән бер үҙе бер өҫтәл булып төкөрөгөн сәсә сәсә шапылдап ашап ултырыуы,үҙ атайҙарының рүмкә тотоп эсеп ултырғанын күрмәгән ҡыҙҙарға был хәл бигерәк ерәнес күренде.Тора бара ҡыҙҙарға екеренеп ҡысҡырып, әсәһенә һүҙ ташлау ғына түгел ҡул күтәрер булып китте , иң ахыры ҡыуып сығарҙылар. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә бөткән Лена, әсәһенең өгөтләүенә ҡарамаҫтан бер ҡайҙа ла артабан уҡырға барманы. Ауырыған әсәһе өҫтөнә ике һеңлеһен ташлап китергә ҡыйманы ул.
Сәскә магазинына эшкә урынлашты, төҫкә башҡа һылыу, етеҙ, кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел табып аралашып барған ҡыҙҙы магазин хужалары ҡуш ҡуллап эшкә алдылар, ярҙам итергә, аҡса яғынан кәмһетмәҫкә тырыштылар.
Инде бер аҙна теге ағай сәскә магазинына йөрөй, көн дә бер гөлләмәне һатып алып үҙенә бүләк итә, артыҡ хәбәр ҡушып үҙе һөйләшеп тә бармай. Көндәге ваҡытта күренмәһә Лена көтә, күҙҙәре менән уны, килер юлдан уның бейек ҡара машинаһын эҙләй башлай, үҙе лә һиҙмәҫтән ғашиҡ булды шикелле...
Бөгөн эш сәғәте бөтөп ҡайтырға сыҡҡанда, уҫал ҡарашлы ағайҙың ҡара бейек машинаһын күреп туҡтап ҡалды, был ни хәл, килә лә китә ине, көтөп ултырғаны булманы бит... Шул арала ыҫпай ғына ҡара костюмдағы олпат кәүҙәле ир машинан төшөп уға ҡарай атланы,,-Әйҙә танышайыҡ, ҡурҡма бер нимәнән дә, өйөңә илтеп ҡуям, тип машина ишегенә үрелде. Уның тауышы Ленаға бойороҡ һымаҡ ишетелде,-әйҙәгеҙ һуң, мин “Лена” булам, тип ҡыйыуһыҙ ғына машинаға кереп ҡунаҡланы.
Был таныш түгел танышына Лена үҙ тормошон һөйләне лә һөйләне, ир кеше уны бүлдермәй тыңланы, Үҙен Сергей Иванович тип таныштырыуҙан артыҡ был ағай артыҡ бер нимә һөйләп барманы, ҡайҙа эшләүен, ғаилә тормошо тураһында ла өндәшмәне.
Иртәгәһе көндән Лена өсөн рәхәт тормош башланды, иртән эшкә водителе илтеп ҡуйһа, кис Сергей Иванович үҙе ҡаршы алды.Ҙур урында турә булып эшләгән Сергей Иванович Ленаны ҡиммәтле бүләктәргә күмде, хатта райцентрҙан ике бүлмәле фатирға тиклем бүләк итте. Һәр бармағын алтын йөҙөктәр,уңәсен ҡатлы ҡатлы алтын сынйырҙар уратты Ленаның, ул Сергей Ивановичтың һөйәркәһенә әйләнде. Ҙур түрәләр йыйылған банкеттарҙа ла, ял итергә лә һәр ваҡыт үҙе менән алып йөрөнө Сергей Иванович, Ленаның ауырыу әсәһенә санаторийҙарға путевкалар, һеңлеләренә матур кейемдәр бер ҡыйынлыҡһыҙ килеп кенә торҙо, уларға тик бер хаҡ, Лена... Ят өлкән ирҙән ул үҙенә ҡурсалау тапты, үҙ үҙенә ышанысын арттырҙы. Әллә етеш тормошҡа мохтажлыҡ, әллә ата наҙына мәхрүмлек сәбәп булдымы уның ошо көнгә ҡалыуы, билдәһеҙ.
Сергей Ивановичтың ҡатыны, Ленанан бер нисә йәшкә генә кесе ҡыҙы барлығы асыҡланды. Ҡатыны рухи яҡтан көслө, сибәр, аҡыллы ҡатын булып сыҡты. Йәш кенә килеш кейәүгә сығып, Сергейҙың ҡул күтәреүе сәбәпле тыуасаҡ сабыйын юғалтып, башҡаса бала таба алмауын, үҙ ара һөйләшеп, кемдеңдер ҡалдырып киткән яңы тыуған ҡыҙ балаһын үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алыуҙарын, Сергейҙың эсергә яратыуын, һаман ғаиләнән ситкә йөрөүен түкмәй сәсмәй һөйләне ул Ленаға.
– Һин әле йәш, табырһың үҙеңә тиң тормош иптәше, үҙ ҡулдарың менән үҙ киләсәгеңде боҙма, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен, тип иҫкәртте. Ләкин һуң ине...
Шул һөйләшеүҙән һуң, Лена Сергей Ивановичҡа уның ҡатыны менән осрашыуын белдерҙе. Сергейҙың Ленаны ҡалдырыуын үтенде. Башлаған һөйләшеү ярты юлда өҙөлдө, Лена әйтер һүҙен әйтеп бөтә алманы, Сергейҙың ҡаты йоҙороғонан күҙенә осҡондар күренеп, аңын юғалтты. Иҫенә килгәндә ул дауаханала ине. – Бөтәһенә лә һин ҡолап аңымды юғалттым, бер нимә лә иҫләмәйем тип әйтәһең, әгәр күп һөйләп артыҡ һүҙ ысҡындырһаң тереләй күмәм, теге донъяға барырға путевка ла кәрәкмәй, ике бүлмәле фатирың да, тип киҫәтте. Лена больницанан сыҡҡанда фатирҙа яңы заманса мебель, өҫтәлдә аҡ роза сәскәләре менән алтын биҙәүестәр ҡаршы алды, тик улар хәҙер Ленаға элекке кеүек балаларса ҡыуаныс килтермәй ине.
Йәберләп ҡул күтәреүҙәр дауам итте, Сергей һәр ваҡыт бер язаһыҙ ҡалды, сөнки уны хөкөмгә тарттырыусы юҡ, ул үҙенә үҙе хужа, кемгә кәрәк хөкөмдө үҙе сығара ала. Ҡурҡышынан ташлап сығып та китә алманы Лена, ҡасып ҡайҙа бара? Сергей Иванович уны барыбер табып "аҡылға" ултыртыр ине. Ленаға хәҙер фатир ҙа, алтын көмөштәр, зауыҡлы кейемдәр ҙә кәрәкмәй, тик тыныслыҡ теләй күңеле. Әсәһе менән һеңлеләренә үҙ хәлен белдереп ярҙам һорап өндәшмәне, бары яҡын әхирәте генә белде уның ысын хәлен, тик ярҙам итә алманы. Лена ла Сергейҙың ҡатыны кеүек тыумаған сабыйын юғалтты. Сәскәләй һылыу ҡыҙ, кеше танымаҫлыҡ булып ябыҡты, серҙәрен бер кемгә һөйләй алмай эстән көйҙө, һөйләшмәҫ бер ҡоро кәүҙәгә ҡалды. Етмәһә һуңғы тапҡыр Сергейҙың ҡаты ҡулынан тағы дауаханаға эләккәндә яман шеш таптылар, был хәбәр Ленаны бөтөнләй шаңҡытһа, Сергейҙың артыҡ иҫе китмәне, ҡасан булһа ла бер үлергә, бөгөнмө әллә иртәгәме, айырма нимәлә тип кенә яуапланы.
Оҙаҡ эсеүҙән айныға алмай дауахана юлында Сергей үҙе беренсе китте был доньянан. Ҡасан булһа ла бер үлергә... Әйткән һүҙҙәре иҫенә төштөмө үлер алдынан, йәшәгән тормошона, ҡылған гонаһтарына баһа биреп өлгөрҙөмө, билдәһеҙ... Әммә ҡатыны менән ҡыҙынан да, ошо көнгә төшкән Ленанан дә ғәфү үтенеп өлгөрмәне...
Ленаға Андрей үҙ һөйөүөн белдереп, кейәүгә сығырға тәҡдим иткәс, “минең үткән тормошомдо беләһең, үткәнемде иҫкә алып йәберләмәҫһеңме мине? Миңә күпме генә ғүмер ҡалған белмәйем, мин бөгөн бар, иртәгә юҡ. Минең ауырыу һыҙланыуҙарымды түҙергә ризаһыңмы? Ауыр саҡта яңғыҙ ҡалдырып ташламаҫһыңмы? Алда мине нимә көтә, билдәһеҙ. Ҡалған ғүмеремде тыныс йәшәргә теләйем”, - тип яуапланы. Андрей: “Һин йәшәргә тейеш, һин әле йәшәйһең, беҙ йәшәйбеҙ! Һинең менән бергә ауырырға, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә, һуңғы һулышыма тиклем ташламаҫҡа һине һүҙ бирәм, минеке бул, бергә булайыҡ”,тип вәғәҙә итте, һүҙендә торҙо егет, ташламаны.
Улар яҡын дуҫтарын ғына йыйып загсҡа яҙылып, бәләкәй генә мәжлес ойошторҙолар. Хәҙер инде бөтәһе лә үҙ урынында кеүек, йәшә лә йәшә генә ҡулға ҡул тотоношоп...
Андрейҙың һөйөүе уға йәшәргә көс, дәрт бирҙе. Тырнаҡ оҫтаһына уҡып, өйҙә генә эш башланы, килгән киткән йәш ҡыҙҙарға үҙ башынан үткән хәлдәрҙе фәһем итеп аҡыллы кәңәштәрен бирергә тырышты, бер ҡасан да үҙен йәлләтеп ауырыуын һөйләп ултырманы, теше-тырнағы менән йәбешеп йәшәргә ынтылды. Ул Андрей менән йәшәп өлгөргән биш кенә йыл ғүмерен, ғүмеремдең сәскә атҡан мәле,тей торғайны....
Сәскәләр ҙә һулый, шиңә. Ленаның да ғүмер юлы көндән көн ҡыҫҡара,шиңә барҙы. Яман сир менән улар икәүләп көрәшһәләр ҙә еңә алманылар, сентябрҙең ямғырлы һуңғы төнөндә ул яҡты донъя менән хушлашты. Андрей өсөн барыр юлын яҡтыртып торған ҡояшы һүнде, йәме юғалды.
Тышта туҡтауһыҙ шыбыр-шыбыр ямғыр яуа, тәҙрә быялаларынан ямғыр тамсылары түгел күҙ йәштәре ағып түгелә һымаҡ... Әйтерһең, бөтә донъя Лена менән илап хушлаша ине...
АЙ ҠЫҘЫ.
Читайте нас в