Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
22 Ноябрь 2020, 18:00

"Беҙ айырылышабыҙ!"

Йәш ғаиләне байлыҡ та, бала ла бәйләй алманы.

Рәзимә менән Нәзирҙең айырылышыуына тәүҙә дуҫтары ышанырға теләмәне. Халыҡ әйтмешләй, икеһе лә хәллә ғаиләнән ине. Туйҙа фатирын да, машинаһын да бүләк иттеләр. Бер йылдан һуң ҡыҙҙары донъяға тыуҙы. Әммә мин-минлектәре хаттан ашҡан, икеһе лә тәкәббер йәш ғаиләне байлыҡ та, бала ла бәйләй алманы. Йәштәр айырылышырға мәжбүр булды.

Әйткәндәй, бөгөнгө парҙар араһында был ғәҙәти күренешкә әүерелә барған кеүек. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 10 315 ғаилә тарҡалған, 14 853 пар өйләнешкән.

Йәнә шуныһы мөһим – Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. 1926 йылдан башлап ҡағыҙҙа яҙылған барлыҡ гражданлыҡ хәле акттары һанлы форматҡа күсерелә. Артабан ҡағыҙ бланктарҙың ҡайһы бер төрҙәренән бөтөнләй баш тартырға йыйыналар. Ләкин сарала тантаналыҡты һаҡлау өсөн никах теркәү тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡты тапшырыу дауам итә.
Читайте нас: