Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Декабрь 2020, 23:40

Киленем бәпесен ҡалдырып киткән...

Буласаҡ килендең таныштар аша быға тиклем кейәүҙә булыуын ишетһә лә, ҡаршы бер нәмә өндәшмәй әсәй кеше. Йә башҡаса бөтөнләй өйләнмәҫ тип уйлай.

Был апайҙы мин дауаханала осраттым. Ҡыҙҙарыбыҙҙы поликлиникаға алып барғайным. Оло ғына йәштәрҙәге апай беҙҙең ҡыҙҙар тиҫтерендәге малайҙы алып килгән. Ихлас, алсаҡ апай ине ул.
- Ейәнегеҙме? - тип һорағас:
- Эйе, - тип яуапланы ла үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләй башланы.
Нәзифә тип таныштырған апай улы Азатты бер үҙе үҫтергән. Малай алты йәштә саҡта атаһы үлеп ҡалғас, башҡаса тормошҡа сыҡмаған.
- Ваҡыты еткәс, һәр әсәй балаһының ғаилә ҡороп, сабыйҙар үҫтереүен теләй, - тип һүҙен дауам итте апай. - Улым институт бөттө, һәйбәт кенә эшкә урынлашты. Тик ғаилә ҡороуҙы һуҙҙы ла һуҙҙы. Бигерәк баҫалҡы шул. Эштән ҡайта ла бер ҡайҙа сыҡмай. “Улым, өйләнергә ваҡыт, ғүмер бер генә бирелә, йәшлек үтә лә китә”, - тип әйтеп ҡарайым, “ярай, ярай”, - ти ҙә ҡуя.
Теүәл 39 йәштә өйләнә Азат. Паркта бер ҡыҙ менән таныша ла тиҙҙән өйләншеләр ҙә. Буласаҡ килендең таныштар аша быға тиклем кейәүҙә булыуын ишетһә лә, ҡаршы бер нәмә өндәшмәй әсәй кеше. Йә башҡаса бөтөнләй өйләнмәҫ тип уйлай. Ни тиһәң дә, йәше үтә бара. Ә инде бер аҙҙан килененең ауырлы икәнен белгәс, ҡыуанысының сиге булмай. Тиҫтерҙәре кеүек ул да өләсәй буласаҡ ул. Бына сабыйҙың донъяға килер ваҡыты ла етә. Малайҙары тыуғас, улы ла, әсәһе лә үҙҙәрен бәхеттең етенсе ҡатында тоя. Әммә шаҡ ҡатырғыс хәл алда көткән була. Килендәре сабыйынан баш тартҡан да, уны балалар табыу йортонда ҡалдырып, үҙе ҡайҙалыр сығып киткән.
- Был хәбәрҙе ишеткәс, ҡотобоҙ осто, - тип һүҙен дауам итте Нәзифә апай. - Мин әлегәсә аңлай алмайым – нисек инде йөрәк ярып сыҡҡан сабыйыңды ташлап ҡалдырмаҡ кәрәк? Улым менән роддомға йүгерҙек. Документтар йүнләп, үҙебеҙгә алдыҡ. Ни эшләп мин үҙ йөрәгемде ташлап ҡуяйым. Был бит минең күптәнге хыялым, көтөп алған бәхетем. Үҙем йәш сағымда балаларым күп булыр тип уйлағайным. Тик тормошта һин уйлағанса ғына булмай икән. Ирем фажиғәле үлеп ҡалғас, бүтән кешене үҙ итә алманым. Быйыл ейәнем икенсе класты тамамланы. Аллаға шөкөр, һәйбәт уҡый. Әле бына шифаханаға алып барырға уйлайым, шуға комиссия үтә килдек.
- Ә киленегеҙ?
- Уны күргән дә юҡ. Балаһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмай ҙа.
- Ә улығыҙ ҡабаттан өйләндеме һуң?
- Өйләнде. - Был хәбәрҙе әйткәндә апайҙың бөтә йөҙө йылмайҙы. - Аллаға шөкөр, бәхетле, итәғәтле ҡыҙ осраны. Ейәнемде дә үҙ балаһы кеүек ҡабул итте. Күптән түгел генә ҡыҙҙары тыуҙы. Бәхетле була күрһендәр. Әсә кеше өсөн балаларының бәхетен күреүҙән дә оло бәхет бит ул
Шул мәл табип бүлмәһенә Нәзифә апайҙы саҡырҙылар. Уларҙың бәхете өсөн мин дә ҡыуандым.
Читайте нас: