Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
14 Декабрь 2020, 00:50

Гөлназ Асаева: ”Башта атай-әсәйем ҡаршы булды”.

Ни өсөн?

Моңло йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Вилдан Шәмсетдинов менән никахлашыуы мәғлүм инде. Күптәрҙе Гөлназдың ата-әсәһе кейәүен нисек ҡаршы алыуы ҡыҙыҡһындыра. “Беҙ ике йылға яҡын осрашып йөрөнөк. Өйләнешеү тураһында уйланып йөрөй инек, – ти был хаҡта йәш кәләш. – Башта атай-әсәйем ҡаршы булды. “Вилдан йәш”, – тинеләр. Уны белмәү сәбәпле, уны етди егет тип уйламанылар. Хәҙер инде башҡаса. “Кейәү, кейәү”, – тип кенә торалар. Минеңсә, ғаиләнең халәте ҡатын-ҡыҙҙан тора. Һәр ир кеше бала кеүек ул. Уны ир итә белергә, маҡтап, ҡанатландырып торорға кәрәк. Барыһы ла яҡшы булыр, Аллаһ бойорһа!
Читайте нас: