Инзилә Радик менән былтыр 12 декабрҙә осраша башлауы тураһында яҙа. "Үҙегеҙҙең кешене һеҙ бөтөнләй көтмәгәндә ғәҙәти көндә ғәҙәти эшегеҙ менән булғанда осратасаҡһығыҙ. Был теләһә ҡайһы ваҡытта, бөгөн йәки иртәнән һуңға булыуы ихтимал. Бер ваҡыт һеҙ уның менән ҡапыл осрашып, бер-берегеҙгә ҡарашып, нимәлер хаҡында һөйләшә башларһығыҙ, икегеҙ ҙә мең йыл элек үк таныш булған кеүек тойолор. Бөттө. Мөғжизә булды. Һеҙҙе бер-берегеҙгә бүләк иттеләр",- тип яҙа йәш кәләш социаль селтәрҙәрҙә.