Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
29 Ғинуар 2021, 17:05

Бибисара Азаматованың ата-әсәһе тураһында һөйләгәндәре

"Һуғыш башланғанда әсәйемә ун дүрт йәш булған, шул үҫмер бала үгеҙ егеп, Магниттан тракторҙарға яғыулыҡ ташыған. Юлда туҡтап, үгеҙҙәренә һалам һалып, шул һаламды өйөп яндырып, көлөндә картуф өтөп ашап, серем итеп йөрөгәндәр. Бер саҡ хатта бүреләр ҙә ҡамаған ҡыҙҙарҙы. Әлеге һаламды яға-яға ҡайтып еткәндәр..."

Әсәйемдең ауыр һәм бәхетһеҙ яҙмышын бәйән итейем. Бәлки, был ғәҙәти тормош ҡыналыр, әммә ҡатын-ҡыҙ бәхетен беҙ ир бәхете, ғаилә бәхете аша баһалап өйрәнгәнбеҙ бит инде. Ундай бәхет яҙмаған уға. Һуғыштан һуң да көслө ир-егеттәр сатан-сулаҡ ҡына ҡайтҡас, ҡыҙҙар һаман да сплав, урман ҡырҡыу, ер һөрөп-урыуҙа йөрөгән. Әсәйем дә йәшләй генә ирҙәр эшенә егелә, унан һауынсы булып китә. Ҡырҡ туғыҙынсы йылда мин тыуам. Атайым Сибай яғынан килгән уполномоченный була. Ул үҙенең ғаиләле булыуын йәшерә. Аҙаҡ йыш ҡына мине күрергә тип килә, тик өләсәйем бәләкәс баланы урман араһына алып барып йәшерә лә ҡуя икән. Шул хәлде хатта хәтерләйем дә әле. Элек малайҙарҙы бабаға ултыртҡанда, шул баба менән ҡурҡыталар ине. Ә мине "Мостафа" менән ҡурҡыттылар. Өләсәй "Бала йыйыусы Мостафа килгән" тип, ағаслыҡҡа алып барып, ҡулыма шәкәр киҫәге тоттора ла, ҡалдырып китә. Сепрәктәр, таштар бирә, шәкәрҙе ялап, сепрәк-сапраҡты уйнатып, "Мостафа"нан йәшенеп ултырам. Беҙгә килгән кешенең атайым икәнен кем генә белгән инде? Оҙаҡ йылдарҙан һуң, әсәйемде ерләгәндә генә беренсе тапҡыр күрҙем атайҙы...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА, "Киске Өфө"
Читайте нас: