Ә ҡар бөртөктәре өйөрөлөшөп юлыма түшәлә, сәстәремә ҡуна, көрт өҫтөнән емелдәшеп күҙ ҡыҫа. Мин аптырайым. Теге көндә дә тап ошолай ине лә баһа. Ваҡираларҙың шулай ҡабатланыуы мөмкин микән ни? Юҡ. Ул ваҡытта аңлайышһыҙ һүҙҙәрең мейемде игәмәй ине әле. «Мин бит һине ғазаплаясаҡмын, иҫәркәй, ғазаплаясаҡмын…»
Ҡарашыңды иҫләмәйем. Бөтә кешелекте илерткән байрамса кәйефкә арбалған, шыршы тәтәйҙәрендә сағылған меңдәрсә йылмайыуҙарға күҙе ҡамашҡан, көтмәгәндә уйламағанда һинең, һинең иғтибарыңды яулап алыуға сикһеҙ ғорурлыҡтан башы әйләнгән; серле иркәлеге менән сәйер ҡарашыңдан яраланған, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм кешегә лә, үҙеңә лә аяуһыҙ иронияңа сәмләнгән тиле ҡыҙыҡай уны-быны абайларлыҡ булмағандыр шул.
Тауышың һаман тынғы бирмәй ҡолағымда яңғырап тора. Маһайыу, хатта кәмһетеү менән көлөмһөрәй биреп әйттең һин, ләкин, дорфалыҡ менән сорналһа ла, туң күңелде лә иретерлек наҙ ҙа, сикһеҙ йылылыҡ та, үҙеңә саҡырыу ҙа бар ине тауышыңда. Бар ине бит…
Иң илаһи минуттарҙың хакимәһе, ә һинең гүзәл ҡолоң булған сихри мәлемдә әйттең тылсымыңды. Мин ғәмһеҙ инем ул ваҡытта. Бөтә ғәләмгә ғашиҡ инем, бөтә сиргә дауа, гөнаһҡа сауап, теләктәреңә яуап инем. Һинең ауыҙыңдан сыҡҡас, «ғазап» һүҙе лә бәхет нуры һирпеп ялтырай ине шул.
Ваҡиғаларҙы сигенә еткереп, үкенергә урын ҡалдырмайынса, аҙаҡҡы нөктәне үҙем төртөргә өйрәнгәнмен, артымдан бөтә күперҙәрҙе яндырып китергә күнеккәнмен: үткәндәргә ҡайтыу юҡ. Ә һин бөтә йолаларымды боҙҙоң. Тантананың ҡыҙыуындаһөйөндөрөп үҙең бүләк иткән бәхетте ҡосағымдан тартып алдың да, тауҙай билдәһеҙлек йөкмәтеп, юҡҡа сыҡтың.
Тәкәбберлегем, мыжыҡ тиҫкәрелегемде (бәлки, ҡыҙыҡ өсөнгенәлер), юҡ, юҡ, үҙһүҙлелегемде язалайһың һин. Дөрөҫмә? Ә бит, тыуа-тыуғандан май эсендәге бөйөр кеүек кенә йәшәгәс, теләктәрем һәр саҡ гәмәлгә ашып торғас, бығаса тик уңыш ҡына юлдаш булғас, ҡыйынлыҡтың шулай ҡыйын булырын мин ҡайҙан белгән һуң?!
Башы ла, аҙағы ла юҡ әкиәтемдең. Кемдер уның биттәрен йыртҡан… Ә мин, донъяһын онотҡан иҫәр ҡыҙ, урталыҡта. Ғәм белмәгән тәкаббер шаталаҡ - әсир. Ҡыҙыҡтыр, шулаймы?
Тик мин беләм, егерменсе быуаттың аҙағында мөхәббәттән үлмәйҙәр!
Бәрелеп-һуғылып яраларыма дауа эҙләйем. Юҡ, осрашыуҙар түгел, хат та яҙмайым, ҡайҙаһың - ҡыҙыҡһынмайым, һин бит әрһеҙ ҡыҙҙарҙы яратмайһың. Ҡоралымдың иң еңмеше – күҙ йәштәренән дә яҙҙырҙың. Һин уларҙан көләсәкһең.
Терәк эҙләп йондоҙҙарга баҡтым. Улар һинең күҙҙәрең булып йылмая. Бығаса булған-булмаған көйөнөстәрем, ярһыуҙарымды баҫҡан дауылдар ҡосағына ташландым; йүгәнһеҙ хыялдарым уларҙан көслөрәк. Тыңғы эҙләп китаптарға сумдым. Юлы һайын язалар теҙелгән: һорауҙар - керпегең, - йылмайыуың,
хәрефтәр - һинең һүҙҙәреңде яҙа.
Сатнама һыуыҡтарҙан тыныслыҡ алырмын, бәлки. Ә уларҙа һинең ғәмһеҙлегең.
Мин бирешмәм! Быуаттар аҡылын йыйған китаптар әйтте миңә: «Берҙән-бер дауа - ваҡыт. Унан да көслерәк дарыу юҡ». Ә ул дауанын файҙаһы тейһен өсөн тылсымынды еңер мөғжизә кәрек шул. Әкиәтемдә ваҡыт туҡтап ҡалған. Мине лә, ваҡыгты ла бары өмөт менән генә сырмағанһың. Нисек өҙөргә һуң уны?
Уҙған замандарҙың, барлыҡ ҡитғаларҙың бөтә аҡыл эйәләренең дә башы етмәне быға.
«Ваҡыттың көндәше - буйһонмаҫ мөхәббәткә сорналғанһың инде», - тинеләр.
Ҡотолғоһоҙ хәл юҡ, тигәйнегеҙ. Мин дә ҡотолормон, онотормон тинем. Мөмкин булмаған нәмә юҡ.
Сорнаған ҡылдар мине ирештереп серле зеңләйҙәр: «Уның да һине һөйөүе мөмкин бит. Ниңә оноторға?»
Мәрхәмәтһеҙ һин! Албырғатып үҙеңә ҡараттың да бәйләнсек һағыштарҙы һөстөрҙең. Ә үҙең, бәлки, ошо ваҡытта берәй ҡыҙ яурынынан ҡыҫып, миңә әйтмәгән иң матур һүҙҙәреңде һөйләп тораһыңдыр. Үлә яҙып көнләшәм. Көнләшәм дә көләм, көләм һинән, үҙемдән, көнләшеүемдән, бынау мәхәббәт тип аҡылдан шашҡан донъянан көләм. Күҙ алдымда баһам төшмәһен өсөн — көләм. Тәкәбберлегемдең кителгән ситен шулай ямайым. Үҙ-үҙемде һаҡлау тойғоһо тыуҙырған ирония ғына ҡотҡарһа ҡотҡарып торор бер аҙға был яғалашҡан һағыштарҙан.
Һин тәкәббер, мин һинән ҡалышмам.
Һин көслө. Үҙемде еңерлек көстө мин дә табырмын. Уны миңә ғорурлығым, заманымдың һулышы бирер.
Тик аллаларҙы диуана, батшаларҙы ҡол, ҡолдарҙы бөйөк иткән хисте еңерлек көстө мин ҡайҙан алырмын?!