- Көтөрмөн, әлбиттә! - ти нескә һәм иркә тауышлыһы. - Ә һин яҙырға
- Тимәк, көтөргә риза? - Һаман бер үк һүҙҙе тылҡый егете.
Йәнә тынып ҡалалар. Шишмә сылтыраған, һандуғас сутылдаған тауыштар ғына ишетелгәндәй. Ҡояш байығас, былбыл һайрамай тигән булалар. Ҡуш йөрәктәр серләшкәндә, ҡалай һайрай икән ул!
…Һау булғас, күҙ асып йомған тиерлек арала бер йылың уҙып та киткән. Шишмә буйында һалдат кейемен һалырға ла өлгөрмәгән егет ултыра. Бер үҙе ултыра. Һандуғас йырын да, шишмә көйөн дә ишетмәй ул. Яңғыҙ-ярымға һандуғастар, бәлки, көндөҙ ҙә һайрамайҙыр. «Бер йыл да вәғәҙәһендә тора алмаған… Ә нисек һуң, ҡара ҡағыҙ алып та, ҡартәсәйем ҡартайҙы һаман көтә? 40 йыл көтә!»
Күрәһең, ул заманда ҡатын-ҡыҙҙарҙы тиккә генә һалдатка тип атамағандарҙыр. Ә һалдат өсөн антын боҙоу - иң ауыр хыянат.