– Һаумы, ҡустым! Хәлдәрең нисек? Исемкәйҙәрең кем була? – тип һүҙ башланы ул.
– Бер көйө... доктор ағай. Исемем минең ... Ғәлим.
– Бына һиңә мә! Аҙаштар икәнбеҙ. Йә, ҡайһы ерең ауырта?
– Һул яҡ түшем... Электән инде... йөрәк тиҙәр.
Ғәлим Сәлимовичҡа был зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле малай ҡайҙалыр осраған кеүек – йөҙө лә бик таныш һәм яҡын тойолдо. Әммә палатанан сыҡҡас, был сәйер тойғо башҡа мәшәҡәттәр аҫтында юғалды. Хирургия бүлеге врачтары менән булған ҡыҫҡа ғына фекер алышыуҙан һуң Исламов егерменсе палаталағы аҙашының йөрәк ауырыуы менән яфаланыуын, сирленең һуңғы ышанысы – операция икәнен аңланы.
– Малай йәлке, әле тормошто ла күрмәгән бит, тине коллегаһы Мәүлетов.
– Үҙе шундай зирәк һәм яғымлы. Бик насар уның йөрәге, тик мөғжизәгә генә ышанырға ҡала. Бәлки, атайһыҙ үҫеүе лә йөрәгенә яра биргәндер. Әсәһе лә бик арыған. Шуға күрә мин уны ҡунаҡханаға ебәрҙем. Бөгөн кискә операцияға.
Кәңәшмәлә был яуаплы операцияны Исламовҡа тәҡдим иттеләр. Бөтә дауаханала “еңел ҡуллы” тип һаналған хирург һис һүҙһеҙ риза булды. Киске етеләр тирәһендә ауырыуҙы операцияға әҙерләгән ваҡытта Мәүлетов килеп инде.
– Ғәлим Сәлимович, Ташбулатовтың әсәһе килгән, һеҙҙе күрергә теләй. Бәлки, уның менән һөйләшерһегеҙ, – тине.
– Ни өсөн, Рәшит Сабирович? Операцияға уның ризалығын алғанһығыҙҙыр, моғайын?
– Эйе, әсәһе менән был турала һөйләштек. Ул риза.
– Шулай булғас... Йүнле әсә булһа, баланы ошондай хәлгә еткереп, һуңлатып алып килмәҫ ине. Ярай, әйҙә, киттек – Ғәлимдең һуңғы яуабы шул булды.
Операция ғәҙәттәгесә үтте. Иртәгәһенә Ғәлим эшкә килгәс, шәфҡәт туташтарынан ауырыуҙың хәлен һорашып, палатаға йүнәлде.
– Шунан, бөркөт, хәлдәр нисек? – тине хирург аҙашы янына ултырып.
– Рәхмәт, доктор ағай... Мин, тимәк, йәшәйәсәкмен... Бына әсәйем ҡыуанасаҡ инде... – тип өҙөк-өҙөк яуап бирҙе ауырыу.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Ғәлим Сәлимовичҡа сирленең ҡараштары һәм ирен ситенә ҡунып ҡалған йылмайыуы тағы ла таныш һәм яҡын тойолдо. “Ҡайҙа күрҙем һуң мин уны? Әллә ҡартая башланым инде”, – тигән уй табип мейеһен киҫеп үтте. Был уйҙарынан арынып, ул яңынан һүҙгә кереште:
– Ярай, аҙаш, бик борсолма. Юҡ-бар тураһында уйланма, һиңә улай ярамай. Хәҙер инде бөтәһе лә үҙеңдән тора. Тиҙҙән әсәйеңә инергә рөхсәт итермен.
Шул көндө төш уҙғас, Ғәлим Сәлимович ординатор бүлмәһендә ултырғанда шәфҡәт туташы йүгереп килеп инде лә:
– Әйҙәгеҙ әле, Ташбулатовтың хәле киҫкенләшә, – тип ҡабаландырҙы. Өс врач күпме генә тырышмаһындар: үҫмер йөрәге берсә типте, берсә туҡтаны, унан бөтөнләй типмәҫ булды. Хәҙер инде уларға был ауыр хәбәрҙе баланың әсәһенә еткереү бурысы ғына ҡалғайны.
Ошо ваҡытта бәхетле әсә, операцияның уңышлы үтеүенә шатланып һәм улының һис шикһеҙ йәшәйәсәгенә өмөт итеп, ике гөлләмә менән инергә рөхсәт биреүҙәрен көтә ине. Уларҙың береһен операция яһаған хирургка бүләк итергә ине уның уйы. Тиҙҙән уға Исламовҡа инергә ҡуштылар.
Ғәлим Сәлимович, малайҙың үлемендә үҙен ғәйепле һанап, әсәнең күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәй, өҫтәлдәге ҡағыҙҙар менән булышты. Тулҡынланыуын баҫырға тырышып, әсәгә ҡарамайынса, һүҙ башланы:
– Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек, ләкин улығыҙ... улығыҙ әле генә йән бирҙе. Бик һуңлатып алып килгәнһегеҙ...
Ҡот осҡғос хәбәрҙән һуң әсә, гөлләмәләр менән йөҙөн ҡаплап, үкһеп иларға тотондо. Бер аҙҙан ҡапыл ниҙер иҫенә төшкәндән туҡтап ҡалды.
– Эх, хөрмәтле, Ғәлим Сәлимович, үҙ улыңды ла үлемдән ҡотҡара алманың... Бына Һеҙгә тип алып килгән, улың да, үҙең дә яратҡан ялан сәскәләре... Атаһын да белмәй китеп барҙы балаҡайым... – тип сәскәләрҙе өҫтәлгә ташлап сығып китте. Ғәлим Сәлимовичтың башына сүкеш менән һуҡҡандай тәьҫир итте был һүҙҙәр. Кинәт күҙ алдары ҡараңғыланды, уйҙары йәшен тиҙлегендәй, алыҫ йәшлектең бәхетле минуттарына һәм ғүмерлеккә үкенеү ҡалдырған ваҡиғаға алып ҡайтты.
* * *
Зөлфиә менән Ғәлим йәйге йәмле кистәрҙең береһендә, Ағиҙелдең бейек ярында мәңгелеккә ҡатып ҡалған Салауат батырҙың таш һыны янында танышҡайны. Медицина институты гармунсыһы Ғәлим Исламов ауыл хужалығы институтының оҫта бейеүсеһе Зөлфиә Ташбулатоваға тәү күреүҙән үк ғашиҡ булды. Шул ваҡыттан һуң улар буш ваҡыттарын бергә үткәрҙе. Осрашыу минуттарын һағынып көтөп алды.
Уларҙың мөхәббәтенә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡуя ине күптәр. Бына улар уҡыу йылының үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Диплом алыу ваҡиғаһын йәштәр гөрләп үткән туй менән билдәләне. Балалар йортонда тәрбиәләнгән Ғәлим Исламовҡа институттан һуң ҡайҙа ебәрһәләр ҙә барыбер ине.
Шуға күрә ул Зөлфиәнең тыуған яҡтарына ебәреүҙе һораны. Йәштәрҙең теләктәре тормошҡа ашты: Зөлфиә – “Ленинсы” колхозына зоотехник, ә Ғәлим участка дауаханаһына терапевт булып тәғәйендәнделәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл халҡының ихтирамын яулап өлгөргән белгестәргә колхоз бына тигән фатир бирҙе. Йәштәрҙең киләсәктә ғүмер буйы гел бергә һәм бәхетле буласаҡтары көн кеүек асыҡ һымаҡ тойола ине...
Ләкин һис көтмәгән бәлә, уларҙың тормошона һуғылып, бар булған өмөт-хыялдарын селпәрәмә ватып китте. Ғәлим ул көндө райондың үҙәк дауаханаһында кәңәшмәлә булып, юл сатына машина көтөргә сыҡты. Кәйефе лә бик шәптән түгел ине егеттең. Йәш белгестең райондың баш табибына ҡарата сығышы башҡаларҙа таяныс тапманы. Хатта ҡайһы берәүҙәр ике йөҙлөләнеп, ярамһаҡланып, Ғәлимдең үҙен ул-был етешһеҙлектәрҙә ғәйепләне.
Ә инде кәңәшмә бөткәс, баш врач уны алып ҡалып: “Һин, маңҡа малай... килмешәк! Әгәр минең менән булашһаң, мөгөҙөңдө һындырырмын! Райондан ҡыуҙыртам!” – тип янап ҡалды.
Ауыр тойғоларға сумып ултырған Ғәлим, янына килеп туҡтаған һөт машинаһын да шәйләмәне. Шоферҙың саҡырыуына һиҫкәнеп, уйҙарынан уянды. Машина йөрөтөүсе, Фәнис исемле егет, бик телсән һәм мәҙәк кеше булып сыҡты. Юл буйы төрлө әкәмәт хәлдәр һөйләп, туҡтауһыҙ көлдөрттө лә көлдөрттө. Бер аҙ барғас оло юлдан боролоп, ҡайынлыҡ араһынан аҡҡан шишмә янында машинаһын туҡтатты.
– Эй, пассажир, әйҙә һикер! – тине ул йылмайып. Тәбиғәт ҡосағында бер һөйләшеп ултырайыҡ әле. Бәлки, ауырып китһәм, һиңә мөрәжәғәт итергә тура килер. Шуға аванс түләп ҡуяйым, тип мәрәкәләп, кабиналағы һөйәнгес артынан ике шешә алып, юлдашын шишмә янына саҡырҙы.
Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултыра торғас, Ғәлимдең күңелендәге ауыр тойғолар араҡы шауҡымынан тарала төштө. Кәйефе күтәрелгәс, ул йырлап та алды. Шешәләр бушағас, Фәнис уларҙы ситкә алып ташланы ла хәйләкәр генә йылмайып һүҙ башланы:
– Әйҙә, дуҫ, мин һине йәйләүгә бисәләр янына алып барайым. Мин берәүҙе беләм. Бик шәп бисә, малай. Инәлеп тә, мәшәҡәтләнеп тә тормайһың – бирә лә ҡуя. Үҙенең буйы, һыны тиһеңме! Алма! Юҡ, алма түгел, персик! Үкенмәҫһең, әй. Йә, оҙаҡ уйланма, сәфәр сығабыҙмы? Ҡурҡма, һеҙҙең колхоздыҡына түгел, күршеләргә һөжүм яһайбыҙ.
Ғәлим бер аҙ уңайһыҙланып ултыра торғас:
“Ярай, күрәйек әле был яҡтың “персик”тарын”, – тип риза булды. Өйҙә лә уны көтөүсе юҡ ине. Зөлфиә отпускаға сыҡҡас, бер туған апаһы: “Мин Ленинградҡа китәм. Йәйләүҙәге һыйырҙарымды сит кешегә ҡалдырып китергә йәлләйем. Мин ҡайтҡансы, ун көнгә генә һауып тор инде”, – тип үҙе йәшәгән ауылға алып ҡайтып киткәйне.
Ярайһы ғына арыған һәм араҡыға ла бирешкән Ғәлим “Юрғалыҡ” итәгендәге йәйләүгә еткәнсе йоҡлап барҙы. Ҡараңғылыҡта, һауынсылар йәшәгән өйҙәрҙең уттары күренгәс, Фәнис юлдашын һелкетеп уятты.
— Ғәлим, Ғәлим! Уян әле, тыңла. Хәҙер былай эшләйбеҙ. Мин ул “персик”ты бында ебәрәм, үҙем әхирәте менән бүлмәлә ҡалырмын. Һин машина йөрөтә беләһеңме? Яҡшы. Өҫкәрәк, кеше йөрөмәгәнерәк урынға барып ултыр. Сөнки уның ире бар, уңайһыҙланыр. Ярай, мин киттем, — тине лә йәйләүгә табан йүгерҙе.
Бөтөнләй айнығып та, уянып та етмәгән Ғәлим, уның һүҙҙәренең айышына төшөнһә лә, рулде ҡосаҡлап йоҡлай бирҙе. Уянып киткәнендә уны кемдер ҡосаҡлап, ҡайнар ирендәре менән яңаҡтарын көйҙөрә һәм ҡолаҡҡа шыбырҙай ине.
– Бик һағындым үҙеңде... Әллә эскәнһең инде? Иҫерекһең бит, әйҙә, бүлмәгә инеп ятайыҡ.
Был тауыш Ғәлимгә бик таныш тойолдо. Кабинаның утын яндырғас, янында ултырған ҡатындың, үҙенең Зөлфиәһе икәненә төшөнөп, кинәт айнығып китте:
– Ә-ә, бына ниндәй уйнаш икәнһең! – тип ҡатынының яңағына усы менән һуҡты ла, машинанан һикереп төшөп, юл буйлап йүгерҙе. Үкһеп-үкһеп илаған Зөлфиә менән урман юлынан йән-фарман йүгергән Ғәлимдең аралары алыҫлашҡандан-алыҫлашты. Был икәүҙең керһеҙ мөхәббәтен, бар булған хыял-өмөттәрен төн ҡараңғылығы йотто.
Ошо ваҡиғанан һуң әллә күпме йылдар үтте, әллә күпме һыуҙар аҡты. Яҙмыш Ғәлимде башта Себерҙә, унан Курган, Глазов ҡалаларында йөрөтөп, бынан өс йыл элек Өфө ҡалаһына алып ҡайтты. Шул дәүер эсендә ул бик дәрәжәле хирургтарҙың береһенә әйләнде. Тик шәхси тормошонда ғына үҙгәреш булманы. Улай-былай ғына йәш елкенсәктәр менән шаярғыланы, әммә өйләнмәне. Зөлфиә менән булған хәл гүзәл затҡа ҡарата йөрәгендә мәңгелек ҡырыҫлыҡ ҡалдырҙы.
...Ауыр уйҙарынан арынып, иҫенә килгәс, Зөлфиәһен эҙләп, Ғәлим такси менән баш ҡаланың булған ҡунаҡханаларын йөрөп сыҡты. Ләкин ҡатын һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Унан һуң дауаханаға кире әйләнеп ҡайтты ла, бер аҙнаға ял һорап, аҫҡы ҡатта урынлашҡан моргка төштө. Ғәлим мәйеттәр араһынан улын табып алып, уның һалҡын маңлайын, яңаҡтарын һыйпай-һыйпай, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Дауахананың иң тәжрибәле һәм хөрмәтле хирургы Исламовтың мәйет янында бик оҙаҡ үкһеп-үкһеп илауына коллегалары хайран ҡалды. Әлегә тиклем уның менән бындай хәл булғаны юҡ ине.
Ҡайһылары, эшләгән операцияһының шулай үлем менән бөтөүенә әрнейҙер тип уйланы. Ләкин атаның үҙ балаһына “улым” тип өндәшеп, улынан “атай” һүҙен ишетеп тә өлгөрә алмағанына һәм уның менән мәңгелеккә хушлашып йәш түгеүе берәүҙең дә башына килмәне. Күпмелер ултырғас, шәфҡәт туташы уға ҡалын ғына конверт тоттороп китте. Тышында Зөлфиәнең яҙыуы ине. Ғәлим уны ҡалтыранған ҡулдары менән йыртҡылап асты ла ҡомһоҙланып уҡый башланы: “Һаумы, Ғәлим! Үпкәләмә, Ғәлим Сәлимович, тип әйтергә нисектер тел әйләнмәй. Ниҙәр генә яҙайым икән?.. Ҡара менән түгел, күҙ йәштәре менән яҙылған юлдарҙы һин аңлап етерһеңме?
Теге ҡәһәрле төндә беҙ бер-беребеҙҙе төрлөсә аңлап осрашҡанбыҙ. Мин Фәнистең беҙгә ҡарата ҡылған этлегенең мәғәнәһен йылдар үткәс кенә аңланым. Ул аварияға юлығып, дауаханала ятҡанда, мине янына саҡырып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе, ғәфү үтенде. Ғәфү иттем инде, нишләйһең... Һуңғы һулышын бирергә ятҡан кешенең үтенесен үҙе яуыз булһа ла, нисек кире ҡағаһың инде. Ул беҙҙең ҡайтанан ҡушылыуыбыҙға өмөт итеп, һиңә хат яҙып та ҡуйған (уныһын конвертҡа һалам, уҡырһың). Икенсе көнө Фәнис донъя ҡуйҙы.
Һин ташлап киткәндә, мин йөрәк аҫтында бала йөрөтә инем инде. Тик һиңә әйтеп, ҡыуандырып өлгөрә алманым. Бала табыу йортонан Ғәлимебеҙҙе алып ҡайтҡанда, Себерҙән айырылыу ҡағыҙын һорап яҙған хатың көтә ине. Кире адресы урынында “Талап ителгәнгә тиклем” яҙыуы торғас, үҙ хәлебеҙҙе яҙмайынса, тиҙ генә документ юллап, һиңә ебәрә һалдым. Судта, балабыҙ юҡ, тип алданым, һин өйләнә ҡалһаң, юлыңда кәртә булмайым тип уйланым.
Улың үҫә биргәс, йөрәгендә ауырыу таптылар. Йөклө сағымда кисергән ҡайғыларым балаҡайыма төшкәндер, ахырыһы. Ҡайҙарға ғына алып йөрөмәнем мин уны! Ҙурая башлағас, ҡайһы саҡ урамдан илап ҡайтып һине таптырыр ине.
– Әсәй, мине “тыума” тип үсекләйҙәр... Ҡасан ҡайта һуң атайым? Әллә һин мине алдайың ғынамы? – тип үпкәләй торғайны. Ә мин, һине алыҫта, сит илдә, тиҙҙән ҡайтып етер, тип йыуатыр инем. Һуңға табан ул мине ундай һорауҙар менән йөҙәтмәне. Үҙе лә аңлай башланы, күрәһең.
Иртәнсәк эшкә киткәндә, һин булып яҙған хаттарҙы почта йәшнигенә ҡалдырып китә инем.
Ә ҡайтыуыма ул мине йырлап-бейеп ҡаршы ала торғайны. Ул хатты ҡысҡырып уҡығанда, минең үкереп илағыларым килде. Ләкин һәр саҡ түҙҙем. Шулай уның өмөтөн өҙмәнем. Барыбер һине күрҙе... Тик танып ҡына өлгөрә алманы. Мин операция уңышлы үтеүенә ышанғайным, сөнки һине еңел ҡуллы, тип маҡтанылар. Икегеҙҙе һуңынан таныштырырмын, тип уйлағайным...
Ғәлим, инде һин миңә үпкәләй алмаҫһың: мин улыңа бар йылымды, һөйөүемде бирҙем, ләкин аяуһыҙ сир ҡосағынан тартып ала алманым. Балаҡайымдың йөрәгенә дарыуҙар һәм хирург бысағы түгел, ә ата һөйөүе кәрәк икәнен мин элек тә аңлай инем. Ләкин нишләйһең инде? Һин беҙ үрелеп етмәҫлек бейеклектәргә күтәрелгәйнең, данлыҡлы кешегә әүерелгәйнең шул.
Ярай, хуш бул. Һинең менән осрашыуҙан ҡурҡып, улыбыҙҙың кәүҙәһен алырға бармайым, Гәрәй ағайымды ебәрәм. Һин дә хәлеңдән килгәнеңсә ярҙам итерһең, тип уйлайым.
Зөлфиә.”
Икенсе хат былай башлана ине:
“Ғәлим! Зөлфиә менән һинең бәхетегеҙҙе селпәрәмә килтергәнемә сикһеҙ үкенеп, ғәфү итеүеңде һорап башлайым мин ошо хат юлдарын. Хәҙерге мәлдә мин, аварияға юлығып, дауаханала ятам. Инде кеше була алмаҫмын, ахырыһы. Теге ваҡытта һеҙгә ҡылған этлекте урын-еренә еткерергә булышлыҡ иткән машинам да, уны башҡарыусы үҙем дә язабыҙҙы алдыҡ.
Мин Зөлфиәне бала саҡтан яратып йөрөнөм. Ләкин ул һөйөүемде кире ҡаҡты, тик һине генә өҙөлөп яратты. Һеҙ өйләнешеп беҙгә килгәс тә, мин нисек кенә булһа ла үс алырға пландар ҡорҙом. Теге ваҡытта һинең район үҙәгендә тап булыуың бик уңайлы килеп сыҡты. Мин Юрғалыҡта, “персик” бисәгә тип, Зөлфиәңә алып барҙым. Шуны әйтеп үтәм: уның һинең алдыңда һис бер ғәйебе юҡ.
Мин арағыҙҙы боҙор өсөн Зөлфиәне, исемен әйтмәйенсә генә, һинең алдыңда шулай тасуириланым. Йәйләүҙә, ҡатының яңына ингәс тә: “Зөлфиә, һине машинала Ғәлимең көтә. Үҙе килергә иптәштәреңдән ояла”, – тинем. Ул шундуҡ йүгереп сығып та китте. Әгәр осрашыуығыҙ ҡәҙимгесә үтһә, һинең алдыңда: “Шаяртҡайным, һинең Зөлфиәне яратамы, яратмаймы икәнеңде белергә уйлағайным”, – тип аҡланыр инем. Ләкин мәкерле уйым үҙ нөктәһенә эләкте. Бер аҙҙан машина янына йүнәлдем.
Зөлфиәнең ҡайынды ҡосаҡлап үкһеүен, янында һинең булмауыңды күреп, мин кинәндем генә. Юлда һине ҡыуып етеп, ултыртып алғас та, күңелең яраларына – “Бына һиңә! Һинең ҡатының икәнен белмәнем, әй. Үәт, уйнаш бисә. Ирен һуш итмәй, башҡалар менән типтергәс инде... Лутсы, айыр һин уны”, тип тоҙ һиптем. Өйөгөҙ янында туҡтап, һине төшөргәс, хатта ҡыуанысымдан йырлай-йырлай ҡайттым. Иртәгәһенә ауылдан китеүеңде ишетеп, тағы ла ҡыуандым. Хәҙер инде хурлыҡҡа ҡалған Зөлфиәне ҡаратып алыуыма һис шикләнмәй инем.
Ләкин һин уның йөрәгендә мәңгелеккә ҡалдың, ә миңә унда урын булманы.
Эх, аяҡҡа баҫа алһам, һине барыбер йәһәннәм төбөнән булһа ла эҙләп табып, ғаиләң янына алып ҡайтыр инем. Икегеҙҙән, бөтә ғәм алдында тубыҡланып, ғәфү үтенер инем. Әгәр күрешергә насип булмаһа, кисер мине, Ғәлим, ҡара яуызлығым өсөн.
Фәнис.”
* * *
Бынан бер нисә йыл элек “Совет Башҡортостаны” гәзитен уҡып ултырғанда өсөнсө биттәге фотоға иғтибар иттем. Ентекләберәк ҡарап, мәҡәләне уҡығас, фотола әлеге яҙмаларымдың геройҙары – Ғәлим менән Зөлфиә Исламовтарҙы таныным. Автор уларҙың ғаиләһен маҡтап үтә. Зөлфиә “Ленинсы” колхозының баш зоотехнигы булып эшләй, ә Ғәлим – участка дауаханаһында баш табип. Өлгөлө ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Фәнис һәм Әлфиә балалар йортонан алынған.
Уларҙың иң өлкәне – Сөмбөл, ә уйынсыҡ ҡосаҡлап, атаһының түшенә һыйынып ултырған бәләкәстең исеме Ғәлим ине.
Йәшлек хатаһын, ҙур ҡайғы кисереп, һуң булһа ла аңлап, яҙмышын ҡайтанан Зөлфиәһе менән бәйләгән Ғәлим Исламов өсөн ҡыуанып бөтә алманым.