Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
4 Февраль 2021, 14:15

Иренендә ҡалды бәхет тәме

…Күрше ауылда йәшәгән ҡайынбикәһенең юбилейына барғайнылар. Ауылға он һатырға килгән йәш егетте күндереп, шуның машинаһының кузовында өйҙәренә юлландылар. Кабинаһында ла урын буш ине, тик егет кеше, риза булһағыҙ, ана, кузовҡа ултырығыҙ, теләмәһәгеҙ, үҙ мәйелегеҙ, тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйғас, йөклө ҡатынын кабинаға ултыртыуҙы үтенеүҙең мәғәнәһеҙлек икәнлеген аңланы Харис. Кузовта былай яйлы ғына урынлаштылар. Ҡәҙерлеһен алдына ғына ултыртып алды. Егеттең һуҡмыш икәнлеген юлда туҡтап, һыра һемергән сағында ғына аңғарып ҡалды. Үҙе лә техникала “теше төшкән” кеше булғас, шөбһәләнеп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик юл да алыҫ булмағас, артыҡ ҡурҡыуға бирелмәне. Бажаһы һуңғараҡ, айыға төшкәс, үҙе алып барып ҡуйырға ла дәрт иткәйне.

ИРЕНЕНДӘ ҠАЛДЫ БӘХЕТ ТӘМЕ

Үҙенә төбәлгән ҡараштың ауырлығын елкәһе менән тойоп, ҡараштарҙың эйәһенә әйләнеп ҡарамай түҙә алманы Харис. Әйләнеп ҡарағас, уға төбәлгән күҙҙәр тағы ла нәфрәтлерәк, уҫалыраҡ яна башлағандай тойолдо. Водитель егеттең күҙҙәре ине улар. Танауынан, йыртылған ҡашынан ҡаны ағып торһа ла, тормоштан ваз кискән кешеләй, донъяһын онотоп Харисҡа төбәлгән егеттең кем икәнлеге лә, ҡайҙан икәнлеге лә кәрәкмәй ине уға – барыһына ҡул һелтәне. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡас, уның өсөн тормош шәмдәре былҡылдап һүнде. Бер генә күҙен асып йылмайҙы ла, офоҡ артына ауҙы бәхет ҡояшы. Хәйер, ҡояш икенсе көнгә ҡалҡа. Ә уның бәхете инде күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Хәҙер ғәйепле кешене тотоп алып, муйынын һыҡһаң да, кире ҡайтарып булмай ҡәҙерлеһен, дөрөҫөрәге, ҡәҙерлеләрен.

Һаман тубыҡланған килеш һыны ҡатып торған Харистың ҡараш тикшереү ҡайғыһы юҡ ине, йәне ҡайҙалыр осоп киткән дә, был минутта ҡоро тәне генә ҡалған ине буғай уның. Еп өҙөрлөк тә көсө лә юҡ.

…Күрше ауылда йәшәгән ҡайынбикәһенең юбилейына барғайнылар. Ауылға он һатырға килгән йәш егетте күндереп, шуның машинаһының кузовында өйҙәренә юлландылар. Кабинаһында ла урын буш ине, тик егет кеше, риза булһағыҙ, ана, кузовҡа ултырығыҙ, теләмәһәгеҙ, үҙ мәйелегеҙ, тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйғас, йөклө ҡатынын кабинаға ултыртыуҙы үтенеүҙең мәғәнәһеҙлек икәнлеген аңланы Харис. Кузовта былай яйлы ғына урынлаштылар. Ҡәҙерлеһен алдына ғына ултыртып алды. Егеттең һуҡмыш икәнлеген юлда туҡтап, һыра һемергән сағында ғына аңғарып ҡалды. Үҙе лә техникала “теше төшкән” кеше булғас, шөбһәләнеп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик юл да алыҫ булмағас, артыҡ ҡурҡыуға бирелмәне. Бажаһы һуңғараҡ, айыға төшкәс, үҙе алып барып ҡуйырға ла дәрт иткәйне. Тик, үкенескә, ҡабаландылар шул.
Машинаһын үтә шәп ҡыуғас, бер тапҡыр кабина башына туҡылдатып, туҡтатып, яйыраҡ барырға ла үтенгәйне. Сөнки йөклө ҡатынының сытырайып-сытырайып ҡуйыуы йәнен өҙгөләне. Ләкин шофер егет, был тиҙлекме ней, оҡшамаһа, төшөп ҡалығыҙ, һеҙҙе кем көсләгән, тип йәнә дорфа ғына ишеген япты.

Баҙалы тауын артылып, һарҡыуға тартҡас уҡ йөрәге тынғыһыҙлана башланы Харистың. Тау түбәненә шулай ҡыумайҙар инде, тип ҡатынына һиҙҙермәй генә шөбһәләнеп, йән-яғына ҡаранып алды. Унан… донъя түңкәрелеп тә китте. Бер минутҡа ғына аңын юғалтҡан ир ҡатынының асырғанып ҡысҡырған тауышынан аңына килде. Күҙҙәрен асыр-асмаҫтан тороп баҫырға маташһа ла, булдыра алмай яфаланды, аяғы ҡаймыҡҡан ине булһа кәрәк. Башынан да ҡан һарҡый. Ә алдындағы күренеш тағы ла ҡот осорлоғораҡ ине – машина түңкәрелгән, ә уның ҡәҙерлеһе кузовтың борты менән ер араһында янбаш тирәһенән генә ҡыҫылған. Харис йән көсөнә барып машинаға йәбеште. Тик көсһөҙлөктән һәм сараһыҙлыҡтанмы, әллә ҡапыл ныҡ көсәнеүҙәнме, ҡабат аңын юғалтты. Аңына килгәндә, авария булған ергә байтаҡ халыҡ йыйылған ине инде, погонлылар ҙа күренә. Машина эргәһендә ергә һуҙып һалынған кәүҙәнең Рәүиләһенеке икәнлеге аңына барып еткән Харистың күкрәген ярып ыңғырашыуға оҡшаш ауаз яңғыраны.

Рәүилә, ҡәҙерлем, ас әле, зинһар, күҙҙәреңде, үлмә, үлмә, йәме. Әле йәшәйәсәкбеҙ әле, ҡәҙерлем.
Быға тиклем йәнһеҙ кеүек ятҡан ҡатын бер аҙ ҡыбырлап ҡуйҙы. Унан яй ғына керпектәрен елпеп, күҙҙәрен асты. Ап-аҡ булған ирендәре нимәлер әйтергә теләп, ҡыбырлаһа ла, башта һүҙҙәре ишетелмәне. Тәрән итеп тын алғандай иткәс, ирендәр йәнә хәрәкәткә килде:

Харис, һыу бир, янам…
Кемдер иргә тиҙ генә шешә менән һыу килтереп тотторҙо.
Харис, һаҡлай алманыҡ бит был сабыйыбыҙҙы ла. Хәҙер икәүләп теге төшөмдәге һымаҡ мамыҡ болоттарға ултырып, күккә осорбоҙ… Харис, ҡәберемә минең генә исемде яҙма, йәме, улыбыҙҙыҡын да яҙ. Улым тыуһа, Шайморат тип ҡушырмын тигәйнем. Шулай тип яҙ, йәме.

Нимә һөйләйһең, Рәүилә, йәшәйәсәкһең, йәшәргә тейешһең һин.
Туҡта, тыңла. Рәхмәт һиңә, Харис, бәхеттең тәмен татытҡаның өсөн. Хәҙер ирендәремдән генә үп әле, бәхет тәменең ирендәремдә ҡалыуын теләйем…
Аптыранған Харис башта баҙап ҡалды. Унан һаҡ ҡына ҡатынының ирендәренә үрелде. Шул мәл Рәүиләнең ирен ситтәрен генә йылмайыу сырағы яҡтыртып үткәндәй булды һәм түшенә һалынған ҡулы шыуып ҡына ергә һәленеп төштө. Өҫтөнә япма япҡастар, ҡатынының аҫтына күл булып йәйелгән ҡанды күрмәгәйне шул Харис. Ҡот осҡос ысынбарлыҡ башына барып еткән ирҙең теш шығырлатып үкереүе эргәләге тауҙарға бәрелеп, шаңдау булып кире ҡайтты.
Бүре олоғанын ишеткәнем бар, кеше олоғанын тәүгә ишетәм. Бүренекенән күпкә ҡурҡынысыраҡ икән, - тип шыбырланы йәш кенә милиционер егет эргәһендәге иптәшенә.
Шым, - тине олорағы.

…Яҙмыш артыҡ иркәләмәне Харисты. Уға ете йәш кенә саҡта атаһы ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға китте. Әсәһе, өс баланы кеше итәйем тип, көн-төн эштән бушаманы. Ғаиләлә иң олоһо булғас, Харисҡа ла эш ҡамытын иртә кейергә тура килде. Мәктәптә яҡшы ғына өлгәшеп килгән үҫмерҙе уҡытыусылары юғары уҡыу йортона барып ҡарарға димләһә лә, әсәһен, ике һеңлеһен уйлап, тиҙерәк аҡса эшләй башлау теләге менән янды. Ана, гел бишлегә генә өлгәшкән һеңлеләре уҡыр. Уларҙы уҡытырға тырышыр. Шоферҙар курсын тамамлау менән армияға алып киттеләр. Унан ҡайтҡас, ең һыҙғанып тыуған колхозында эш башланы. Башта иҫке генә бер машина ишараты биреп ҡуйғайнылар, көнө-төнө ремонттан бушаманы. Шулай ҙа урып-һуғыу мәлендә алдынғылар иҫәбенә сыҡты. Армияла ла шофер булып, байтаҡ тәжрибә туплауы ярҙам иткәндер. Егеттең тырышлығын күреп, икенсе йылына уҡ яңы машинаға ултырттылар. Эш бермә-бер ыраны. Инде Харис алыҫ рейстарҙан бушаманы. Шулай бер рейстан ҡайтып килгәнендә юл ситендә туңып торған өс ҡыҙҙы ултыртып алды. Йәлләп, өсөһөн дә кабинаһына тыңҡысланы.

Эй, ағай, рәхмәт инде, баянан бирле торабыҙ, береһе бер туҡтамай. Ҡалаға баҙарға барғайныҡ. Барғанда уңай булды ла ул, молоковоздарға ғына тейәлеп киткәйнек. Бына ҡайтыу яғы тәҡәтте ҡоротто. Әле бында тиклем дә бер асыҡ машинаға ултырып килеп төшөп ҡалғайныҡ. Шуға ныҡ өшөттө.

Эйе, рәхмәт инде, өйҙә ҡалған өс йәшлек кенә малайым минһеҙ йоҡламай ҙа ул. Ҡәйнәмдең түҙемлеге бөткәндер инде.
Ҡалай йәш кенәһегеҙ, мин һеҙҙе йәш ҡыҙҙар ғына икән тип ултыртып алһам, хатта бәпестәрегеҙ ҙә бармы ней әле һеҙҙең, - тип был алсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән әңгәмәне бәйләп ебәрҙе Харис.
Эйе, бына тигән матур бәпестәребеҙ бар беҙҙең, шөкөр. Беҙ Зәмилә менән һауынсы булып эшләйбеҙ. Ә бына Рәүилә - хәләстәк. Уның ҡайтыу-ҡайтмауын тикшергән кеше юҡ, йоҡлап ҡайтһа ла була. – Быныһын үҙен Миңниса тип таныштырған ҡатын тәтелдәне.
Улай булғас, ҡана, мин ул һылыуҙы алып ҡайтайым да китәйем әле. Әсәй ҙә күптән килен һорап теңкәне ҡорота. Ошолайтып юлдан ҡайтып инмәгәс, ҡыҙҙар баҫтырырға барыбер ваҡыт юҡ, - тип мәрәкәләне Харис. Үҙе һиҙҙермәй генә Рәүиләгә күҙ атты. Өшөүҙәнме, ап-аҡ булған йөҙгә ҡыҙыллыҡ нурҙары йүгерҙе. Сибәр генә икән үҙе.

Беҙ риза, әсәһенә, бер юлаусыға эйәреп китте, тиер ҙә ҡуйырбыҙ, - тип көлөштө һылыуҙар. Быға тиклем һүҙгә ҡушылмай килгән Рәүилә лә әллә ней төшөп ҡалғандарҙан түгел икән әле.
Ай-һай, ҡалай шәп был димселәр, хәҙер совет заманы, димләү, көсләп кейәүгә биреү теге заманда ҡалды, - тип көлдө. Ҡыҙҙың тауышы сығыуына ҡыуанған егет һүҙҙе өҙмәҫкә булып, йәнә ялғап ебәрҙе:
Бәлки, минең бер күреүҙә күҙем төшкәндер.
Һинеке бит ул, минеке түгел әле.

Ярай, ҡыҙҙар, килеп еттек, ошо урында төшөп ҡалаһығыҙ. Әгәр Рәүилә миңә кәләш булырға ризалашһа ғына, артабан алып китәм, - тип машинаһын шып туҡтатып ҡуйҙы егет. Ҡатын-ҡыҙҙар сырҡ-сырҡ көлөштө.

Эй, Рәүилә, үҙем хәләстәк булһам, ике уйлап та тормай, риза булыр инем. Егет бына тигән, аяғыңды ергә лә тигеҙмәй, машинала ғына йөрөтөр. Давай, риза бул, атыу ошонан йәйәү ҡайтабыҙ, - тип хихылданы Зәмилә.

Егеттең уның һайын йөрәге нығыраҡ өлпөлдәне. Район сиген үткәс, йылыныр өсөн тип өҫтәп алған градус та үҙенекен иткәндер инде – теле телгә йоҡманы. Юлда нимә булмаҫ, тип, оло юлға сыҡҡанда был “шыйыҡ валютаны” кабинаһында йөрөтә ул. Ҡыҙҙар эргәһендә үҙен шулай ҡыйыу тотоуы тәүгә ине, хатта үҙе аптырап ҡуйҙы. Туҡтауын туҡтағас, ҡыҙҙар алдына әсәһенә тип алған күстәнәсен сығарып ҡуйҙы, термосынан сәй ағыҙып ултыртты. Юлда оҙаҡ тороп асыҡҡан ҡыҙҙар егеттең һыйынан баш тартманы. Харис ҡыйыулыҡ өсөн йәнә һалып эсеп ебәрҙе. Былай юлда әллә ней ҡырын тейәп йөрөгән кеше түгел, тик бөгөн йөрәге уйнапмы-уйнай. Йәнә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла фыртауай егет булып күренгеһе килеп киттесе.

Юлаусылар юлдарын артабан дауам итте. Егеттең теле инде бөтөнләй сиселде. Күмәкләп һөйләшеп, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып тынманылар. Һәм… ҡапыл бер боролошта Харис елеп барған машинаһының рулен бороп өлгөрә алмай ҡалды – ҙур тиҙлек менән елгән машина юл ситендәге соҡорға осто. Иҫенә килгәндә Харис дауаханала ине. Башта нишләп бында ятҡанын аңлай алмай яфаланды. Унан яйлап ҡына ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтып, нимә булғанын иҫләй башлағас, сәстәре үрә торҙо. “Теге ҡыҙҙар ни хәлдә” тип һорарға итһә лә, ирендәре ҡыбырламаны. Медсестра укол яһай һалды.

Һауыға башлағас, хәлдең ҡот осорлоҡ икәнлеген аңланы. Һәм тәүге тапҡыр ошо яҡты донъяға тыуғаны өсөн үкенес кисерҙе – күпме кешене бәхетһеҙ иткән. Зәмилә менән Миңниса һәләк булған, Рәүилә үҙе ятҡан дауаханала булып сыҡты. Аяғына баҫҡас, ҡыҙҙың эргәһенә инеп сыҡты. Бите-башы марля менән уралған ҡыҙ шундай итеп ҡараны, Харистың хатта тәндәре сымбырлап китте.

Төрмәнең ҡотолғоһоҙ икәнлеген нимә булғаны хаҡында ишеткәс үк аңлаһа ла, ғүмеренең сәскә атҡан мәлдәрен шунда үткәрәсәген уйлап, сәстәре ағарҙы. Берҙән, теге ҡатындарҙың балалары етем ҡалғанлығы йәнен өттө. Илауҙарына тиклем ҡолағына килеп еткәндәй булып, төндәрен ырғып китә башланы.

Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән егет амнистияға эләгеп, ваҡытынан алдараҡ ҡайтты. Ләкин йөрәктәге ғәйеп тойғоһо тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәне. Бигерәк тә Миңнисаның: “Эйе, рәхмәт инде, өйҙә ҡалған өс йәшлек кенә малайым минһеҙ йоҡламай ҙа ул. Ҡәйнәмдең түҙемлеге бөткәндер инде”, - тип сабыйы өсөн өҙгөләнеп һөйләнгән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик тора. Шул сабыйҙың әсәһен һағынып илаған тауышына тиклем ишетелгәндәй. Өҫтәүенә, әсәһенән һорашҡас, иҫ китмәле хәбәр ишетте. Миңнисаның ире балаһын әсәһенә ҡалдырып, себер сығып киткән дә хәбәрһеҙ юғалған, имеш. Үкһеҙ етем ҡалған малай ни хәлдәрҙә икән – ошо уй тынғы бирмәне Харисҡа. Бер көн, йөрьәт итеп, әсәһе тыйһа ла, шул ауылға китте. Һорашып, кәрәкле йортто тапты. Ишек алдындағы шығырлаған тауышты тыңлап, бер гилке инергә ҡыймай баҫып торғандан һуң, ҡапҡа тотҡаһына үрелде. Ихатала 10-12 йәштәрҙәге ҡаҡса ғына, уйсан ҡарашлы,йәмшегерәк танаулы, биттәренә ваҡ ҡына һипкелдәр һибелгән, ҡаштары өлкәндәрсә йыйырлыған, кәпәсе аҫтынан һорғолт сәстәре өлтәйеп күренеп торған малай тиргә батып тырышып-тырышып ҡул бысҡыһы менән утын быса. Инеүсене күрһә лә, сүкәйгән еренән дә тормай, эшен дауам итте. Харистың сәләмен дә теләр-теләмәҫ кенә алды. Тимәк, Миңнисаның малайы ошо була инде. Харистың йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып ҡуйҙы.

Һаумыһығыҙ!

Харис тауышҡа тертләп китте. Һарай яғынан уға һынамсыл ҡараш төбәп, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, бер инәй баҫып тора икән. Һул ҡулына бер ус бесән йомарлаған.

Әйҙәгеҙ, өйгә инегеҙ. Әҙәм балаһы йомошһоҙ йөрөмәҫ, кем булаһығыҙ?

Үҙе яуап биргәнде лә көтмәй, артабан хәбәрен теҙҙе:
Бына бәрәсемә бесән индерергә сыҡҡайным. Кисә кәзәм бәрәсләп бирҙе, Аллаға шөкөр, быйыл да аҡтан өҙмәне. Әйҙә, беҙҙә мосафирҙы ҡапҡа төбөнән бормайҙар, - тип һөйләнә-һөйләнә инәй ишеккә ыңғайланы. Харис та эйәрҙе. “Етмештең өҫтөндәлер был инәй. Донъяның әсе-сөсөһөн күп күргәнгә оҡшай” тигән уйҙар үтте башынан.
Солан иҙәндәре, үҙен тапағандарына ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, шығырлып, ыңғырашып ҡалды аяҡ аҫтында.
Өйҙөң эсе лә күңелһеҙерәк ҡаршы алды – төптә урындыҡ, уны янлап өҫтәл ултыртҡандар, һул яҡта стена буйында карауат тора. Уның тапҡырына стенаға кәштә беркетелгән. Кәштәлә бөхтә генә итеп китаптар теҙелгән. “Теге малайҙыҡылыр инде” тип уйлап ҡуйҙы Харис. Ишек төбөндәрәк шифоньер урын алған. Мейес алдында ҡашығаяҡ шкафы һәм бәләкәй өҫтәл күренә. Тәҙрәләргә эленгән селтәрҙәр ҙә ваҡыт һынауын байтаҡ үткәнгә оҡшай – һарғайыңҡыраған йөҙҙәре былай ҙа күңелһеҙерәк мөхиткә тағы ла эс бошорғосораҡ төҫ бирә. Мейес артында бәрәс ояһы әтмәләнгән. Әбей индергән бесәнен бауға бәйләп, оя эсенә элгәс, ҙур эш башҡарған ҡиәфәт менән урындыҡ ситенә терәлеп, инеүсегә һораулы ҡараштарын төбәне.

Инәй, мин…
Харис юғалып ҡалды. Нисек аңлатырға һуң. Йөрәк яраларын ҡабат тырнау булмаҫмы? Шулай ҙа килеүен килгәс, Иҙелен кискәс, йомошто үтәмәй булмай. Яйлап ҡына үҙенең кем икәнлеген, ниңә килгәнлеген аңлатты.
Инәйҙең йөҙө ҡараңғыланып китте. Үҙе йырып сыҡмаҫ уйҙарға батты.
Тынлыҡ тағы ла нығыраҡ ауырайҙы.

Әй көттө бит ошо бала ул мәлдә әсәгенәһен, эй көттө, йөрәкте генә өҙҙө инде. Төндәрен икәүләшеп ҡосаҡлашып илашып сығыр инек. Ҡараңғыла мине әсәһе икән тип ҡосаҡлап ала ла, күрәһең, айырма барҙыр инде, кире этеп ебәреп, мендәргә ҡапланып үкһей шул балағынам. Уға мин ҡушылам. Хатта бүре һымаҡ олоған саҡтарым да булды. Атайға нимә, ҡайғыһын эске менән баҫып ҡараны ла, ана, сығып китеп, ғәйеп булды. Шул тиклем алсаҡ, шул тиклем кешелекле ине киленем. Хатта килен дә тимәнем мин уға, “ҡыҙым”, “балам” тип кенә өндәштем. Килеп тороп теле татлы, ҡарашы яғымлы булды бахырҡайымдың. Ғүмере генә ҡыҫҡа булған шул. Үлерен белгән һымаҡ, шул баҙарға юлланырынан бер көн алда былай ҙа таҙа донъяһын вис яңынан йышып сыҡты, мейесте ағартты. Шул көндәге икмәгенең уңыуы һуң әле. Табаһынан ике тапҡырға артып ҡабарған икмәктәрҙе мейес эсендә табаһынан көскә ысҡындырып, көлгә аунатып, мейес ауыҙынан саҡ сығарып алғаныбыҙға тиклем күҙ алдымда. Тәме әле һаман телемдә торғандай. Эш мәнеһенә тиҙ өйрәнде, отҡор бала ине. Шул икмәге өсөн ҡомалаҡты ла минән һораша-һораша, тәүгә үҙе ҡайнатып алғайны. Ҡулы ҡотло, бәрәкәтле ине бахырымдың. Үә-ә-әй… Һай уңған булды үҙе – хәҙерге йәштәр һымаҡ йоҡлап ятманы, таңдан тороп эшен бөтөрөр ине. Йәһәт кенә фермалағы һыйырын һауып килә лә, өй эсен ялт иттереп ҡуя, шунан мал араһына сыға. Йырлап йөрөп эшләне гел эшен. Дитдум балаһы булһа ла, эш рәтен белде, ҡайҙан өйрәнгәндер. Ата-әсәһе лә бахырымдың аварияла һәләк булған, тейҙәр, ысын булһа. Кем балаһы булһа ла, берәй арыу кешенең тоҡомонандыр. Килеп тороп сымыры булды. Булды тип әйтергә һаман тел әйләнмәгән һымаҡ, бына-бына ферманан эштән ҡайтып инер һымаҡ. Күрше-күлән араһында “Шәмсенисаның бүреһе олоно” тип хатта көнләшеп тел сарлаусылар ҙа табылды. Сер түгел, улым ҡырҙан эйәртеп ҡайтып ингәс, үҙе эйәреп килгән нәмә йүнде тейеңме, тип башта һыртымды ҡабартып алдым. Булманы түгел, булды ул хәл, гонаһына инеп булмай. Тик киленем үҙенең алсаҡлығы, эскерһеҙлеге, уңғанлығы менән аҙна эсендә арбап алды. Әрәм генә булып ҡуйҙы шул. Тәҡдире шулай булғандыр, ул күрә торғанды башҡа күрә алмай бит. Әҙәм балаһының яҙмышы әсә ҡарынында саҡта уҡ яҙыла тей бит. Ҡалайтаһың. Ожмах ҡошо ғына булып йөрөйҙөр әле киленгенәм…

Балам, һин өҙгәләнмә, тормош бит ул, яҙмыш, тәҡдир тигән нәмәләр йөрөтә әҙәм балаларын. Һинең дә, моғайын, ғәзиз әсәң барҙыр, ул да өҙгөләнәлер. Хәҙер яралар бер аҙ уңалды инде.
Мин һине ғәйепләмәйем, улым. Ҡаза ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, һин дә теләп эшләмәгәнһеңдер. Беҙ бит мосолман, туғандар. Ә мосолман мосолманға үс тотоп йәшәргә тейеш түгел. Кисерә белеү - үҙе ҙур батырлыҡ. Эйе, мин дә был хәбәрҙе ишеткәс, аяҡтан яҙҙым, киленемде шул хәлгә тарытҡан кешене ҡәһәрләнем. Ләкин тороп баҫырға, ейәнем хаҡына йәшәргә көс табырға тормош үҙе мәжбүр итте. Күңелдә үс йөрөтөү бик ныҡ ауыр бит ул. Үсте йөрөткән кеше үҙе ыҙалай, йөгө буйы менән йөрәгендә йөрөгәс, яфаланып йәшәй. Кисерҙем мин һине, балам, кисерҙем, уйланма, ары йәшә. Өйлән, балалар үҫтер.

Харис күҙ йәштәрен тыя алманы.
Алып килгән күстәнәстәрен тапшырып, сығырға йыйынғанын күргәс, инәй ҡабат телгә килде:
Ҡуй, улым, мосафирҙы буш сығарырға ярамай. Әйҙә, хәҙер сәйем әҙер булыр. Үҙе алып килгән күстәнәсен ауыҙ иткән кешенең ғүмере оҙоная тигән була торғайны борон әсәм. Күреп торам, күңелең матур һинең, шулай булмаһа, беҙгә килеү түгел, ҡасып йөрөр инең.
Тышҡа сыҡҡас, һаман утын бысып яфаланған балаға йәлләп ҡарап:
Инәй, мин икенсе ялымда килеп, утынығыҙҙы үҙем бысып-ярып бирермен, Нәфис ыҙаланмаһын. Солан иҙәнегеҙгә лә ремонт кәрәк, - тине.

Ай, рәхмәт яуғыры, ярай, ыҙалама, ауыл аша кеше тотоноп ятырға әллә. Аҡса бирһәң, беҙҙә лә малайҙар тыңдай ул. Ана, кисә Нәфисемдең иптәштәре бергәләште. Былай оҙаҡҡараҡ һуҙылды инде, ейәнем бәләкәй бит әле.
Харис икенсе шәмбене саҡ көтөп алып, иртәнсәк үк күрше ауылға юлланды. Бысҡыһын да үҙе менән алды. Тик ихаталағы утындан елдәр иҫкән ине – дөрөҫөрәге, түмәрҙәр ярылып, утынлыҡтағы әрҙәнәгә теҙелгән. Солан иҙәне лә нығытып ҡағылған.

Эй, балам-балам, һин ҡайтҡас, теге мәл Нәфискә кем икәнлегеңде аңлаттым бит мин. Утын ярырға килергә теләгәнеңде лә ишетте бит инде. Шып-шым ултырҙы-ултырҙы ла енләнгән һымаҡ сығып ярырға тотондо утынды. Бала ғына бит әле ул, тик ваҡытынан алда өлкәнәйгән. Ныҡ аңлы. Тормош үҙе олоғайтты уны.
Өйҙән сығып барған сағында ҡапҡанан инеп килгән Нәфискә тап булды Харис. Мәктәптән ҡайтып килә ине буғай. Баҫҡан урынында таштай ҡатты малай. Йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ҡараштары, йөрәк ярылмалы моңһоу ҡараштары Харисҡа ашарҙай булып ҡарай ине.

Ҡайтып кит, ҡабат килеп йөрөмә беҙгә. Һин - минең әсәйемде үлтереүсе. Беҙгә ярҙамың кәрәкмәй һинең, - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра үкһей башлаған малайҙы оләсәһе саҡ тынысландырып, өйгә алып инеп китте.
Бүтән ул яҡҡа барырға ҡыйманы Харис. Аптырап йөрөнө-йөрөнө лә, инәй әйтмешләй, ары йәшәргә кәрәк бит, тип өйләнеү хаҡында ла уйлана башланы. Тик төрөмщиккә кем ҡыҙын бирһен. Әйткәндәй, өйләнеүе лә бик сәйер генә килеп сыҡты. Йәштән һөйөп йөрөгән ҡыҙын үҙе төрмәлә саҡта йәһәтләп кейәүгә биргәндәр ине. Ләкин тормошо килеп сыҡмағандыр, бер балаһы менән айырылып ҡайтҡан. Шуға яусы ебәреп ҡараны. Тик, ҡыҙ үҙе риза булһа ла, ата-әсәһе ҡаршы булып сыҡты. “Төрөмщик өсөн бала үҫтермәнек” тигән сәләм килеп Харистың былай ҙа ҡанһырап торған яралы йөрәгенә ҡаҡлығып, ҡара ҡан булып аҡты.

Бер көн машинаһы менән район үҙәгенә барып, эшен эш итеп бөткәс, ашханаға туҡталырға булды. Юл да оҙон ғына, ашап ҡайтыу зыян булмаҫ. Ашарға алып, өҫтәлгә ултырғас, ҡапыл күҙе күрше өҫтәлдәге ҡатынға төштө. Бәй, таныш йөҙ түгелме һуң был? Тик кем икәнлеген иҫләй алмай ыҙаланды. Ҡатын да сәйер генә итеп ҡарап ҡуйҙы. Унан өҫтәл артынан торҙо ла, тағы бер әйләнеп, көйҙөрә ҡарағандан һуң, сығыр яҡҡа ыңғайланы. Шуныһы сәйерерәк күренде – ҡатын ултырғыстағы сумкаһын да, ултырғыс һөйәнгесенә элеп торған ҡулсатырын да уңайһыҙыраҡ итеп, һул ҡулына алды. Ишекте лә әйберҙәр тотҡан ҡулы менән этеп асты. Уң ҡулы аҫылынып ҡына торған һымаҡ тойолдо Харисҡа. Ҡапыл зиһене яҡтырып киткәндәй булды егеттең – Рәүилә бит был!
Харис ҡыҙ артынан ташланды.

Бына ниндәй бәхет һағалаған мине бөгөн. Ҡайтҡанһың тип ишеткәйнем шул. Ана, бер бөртөк сәсең дә ҡойолмағанға оҡшай. Ә бына мин ғүмерлеккә ғәрип, ҡыуан. – Шулай тине лә Рәүилә ары атланы. Харис уның юлына арҡыры төштө… Шулай осратты насибын. Бер айҙан туй үткәрҙеләр. Баҡһаң, теге аварияла ҡулы ике урындан һынған булған Рәүиләнең. Береһе асыҡ яра булып, оҙаҡ уңалмай яфалаған. Хәҙер әйбер күтәрергә барыңҡырамай. Ләкин был Харистың бәхетенә кәртә була алманы. Бәхетенең сиге юҡ һымаҡ ине ирҙең. Өйҙәрендә, ниһайәт, бәхет ҡояшы ҡалҡты. Әсәһенең дә йөҙө ҡояштай яҡтырҙы. Хужалыҡта гел алдынғы булып йөрөгән егеткә буш торған колхоз өйөн бирҙеләр. Әллә ней ҙур булмаһа ла, йәшәрлек. Тик бәпестәрен генә көтөп күҙҙәре ҡарайҙы. Башта балаға уҙа алмай ыҙаланды Рәүилә, унан ике тапҡыр рәттән тыумаҫ борон юғалтты сабыйҙарын. Теге авария касафаты, тинеләр. Ләкин йорттарында сабый тауышы бер яңғырамаһа, бер яңғырар тип йәшәнеләр йәштәр. Үҙ-ара татыулыҡтары менән күптәргә үрнәк ине был ғаилә. Ниһайәт, сабый ҡосор мәлдәре лә етеп килә. Быныһы имен-аман тыуыр тип ышандырҙы табиптар. Унан… теге ҡайынбикәһенең юбилейы. Һәм тотош тормош ҡараңғылыҡҡа сумды.

…Был ҡараштарҙы ҡайҙа күргәйне һуң әле Харис? Шул тиклем үҙәгенә үткәнсе, тишкәнсе ҡараны ла ҡуйҙы. Бер ҙә генә иҫенә төшөрә алмай яфаланды. Ҡапыл йәшен атҡандай булды Харисты – теге ҡараштар иҫенә төштө бит. Юҡ, булмаҫ… Үҙе яһаған асыштан йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ул ҡараштарҙы бит теге ваҡыт Миңнисаның ҡәйнәһе йортоноң ихатаһында күргәйне – Нәфис шул тиклем күрә алмай ҡарағайны. Водитель егеткә ҡабат әйләнеп ҡараны – эйе, яңылышмай, ана, шул уҡ йыйырылған ҡаштар, йәмшегерәк танау, битенә һибелгән ваҡ ҡына һипкелдәргә тиклем таныш. Тик йөҙө бер аҙ тартылған, мыйыҡ ебәргән. Ә бына күҙҙәрҙе һис бутарлыҡ түгел – үҙенә төбәлгән ул тиклем нәфрәт тулы күҙҙәрҙе бүтән күрергә тура килмәне Харисҡа.

Ҡатынын юғалтыуҙан аңҡы-тиңке булып тик йөрөнө шул, унан дауаханала оҙаҡ ҡына ятып сыҡты. Авария яһаған егеттең исем-фамилияһын ишетһә лә, артыҡ иғтибар бирмәгән, күрәһең, ул саҡта. Бөгөн килеп Нәфис тигән исемде ишеткәс, йөрәге урынынан ҡупты, зиһене буталды…

…Судта үҙен бик тыныс тотто Нәфис. Адвокаты, яңылыш килеп сыҡты, аңғармай ҡалдым, тиеберәк әйтергә күпме генә әжеүәләһә лә, үҙенекен һөйләне:

Барыһын да үҙем белеп эшләнем. Ауылда саҡта, юлайҡан ултыртыуымды һорап үтенгән сағында уҡ таныным мин уны. Шунда уҡ йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. Йөҙҙәренән бәхет бөркөлөп тора. Ә минең әсәйемә балаһының үҫкәнен күреү бәхете лә насип булманы. Һөйөклө әсәйем, етем бала сағым, мине үҫтерәм тип пенсияға сыҡҡас та эшләп яфа сиккән оләсәйем – барыһы ла бер-бер артлы күҙ алдымдан үтте. Йөрәгем шашыныр сиккә етеп ҡайнаны, үс алыу теләге йәнде үртәне. Ҡатынының йөклө икәнен генә белмәнем, шуныһы өсөн генә үкенәм. Унан… ул апайҙың да әсәйемдәр менән бергә теге аварияла булғанын белмәнем. Ниндәй яза бирһәгеҙ ҙә бирегеҙ, үҙем белеп, дөрөҫөрәге, асыуымдан үҙ-үҙемде белмәҫ сиккә етеп эшләнем был ҡазаны.

Хатта күпте күргән судья телһеҙ ҡалды был һүҙҙәрҙе ишеткәс.
Хөкөм ҡарары яңғыраны. Барыһы ла урындарынан ҡуҙғалыуға, бүлмәне ҡапыл йән өҙгөс тауыш тетрәтте.

Юҡ, мин был ҡарар менән риза түгел. Йомшартығыҙ, зинһар, иптәш судья, был ҡарарҙы. Мин риза түгел. Барыһына ла мин ғәйепле, мин генә ғәйепле, араҡы менән икебеҙ ғәйепле был егеттең бәхетһеҙлегендә. Үтенеп һорайым, ярлыҡағыҙ егетте. Ул былай ҙа тыуғандан бәхетһеҙ. Минең арҡала бәхетһеҙ. Мине ултыртығыҙ уның урынына. Инде миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Зинһар, үтенеп һорайым, ярлыҡағыҙ егетте.

Был өҙгөләнеүсе Харис ине.

Риза булмаһағыҙ, ике яҡтың да суд ҡарарына ҡарата 10 көн эсендә дәғүә белдереү хоҡуғы бар. Ләкин, иптәш Насибуллин, мин һеҙгә эмоцияларға бирелмәҫкә, аҡылығыҙға килергә тәҡдим итер инем. – Быныһын судья әйтте.
Харис үҙенә төбәлгән ҡараштарҙы ҡабат тойоп, Нәфискә әйләнеп ҡараны. Тик инде был ҡараштарҙа рәнйеү ҙә, нәфрәт тә юҡ ине, бары аптырау ғәләмәте генә сағылып үтте. Был юлы егет үҙе ҡараштарын йәшереп, башын түбән эйҙе…
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: