Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
19 Февраль 2021, 16:39

Ҡасандыр бәхетле инек (көндәлектән)

Беҙгә бергә булырға хоҙай насип итмәгәндер инде. Шуға күрә һинең, минең әлеге тормошобоҙҙо хата тип иҫәпләйем. һөйәр һәм һөйәркә булып осрашып йөрөмәҫ өсөн дә һуңғы тапҡыр күҙгә-күҙ ҡараштыҡ та, һәр икебеҙ дөрөҫ булмаған үҙ юлыбыҙҙан киттек тә барҙыҡ. Тик шуны беләм: фанилыҡ күперенә еткәндә мин иң тәүҙә һинең менән бергә була алмағаныма үкенәсәкмен. Ул үкенес менән донья ла яфаланыр.

Донъя үҙенең миллиондан бер миҙгелендә икебеҙгә ҡарап һоҡлана алмағаны өсөн көйәләнер, үҙенең хата булыуын аңлап, үртәләнер. Тик, был донъяға үпкәләй, яҙмышына һыҡрана тип уйлай күрмә, үҙең әйтмешләй, икебеҙҙең яҙмышҡа дусарҙар - бихисап. Мин, киреһенсә, һинең был донъяла барлығыңды, һинең бәхетле булыуыңды белеп-тойоп йәшәүем менән дә бәхетлемен. Ә ҡалғаны - ҡалғаны үҙемдең көн итмешем, донъяға тыуғас та үҙ вазифаларымды үтәү генә. Күҙемә ҡарап «атай!» тип өҙгөләнеп йөрөүсе йәндәр өсөн дә мин кәрәкмен. Яҙмышым яңылыш та булһын ти, тик бала хата түгел. Бәндә долъяға үҙ бәхете менән ярала.
Һинең дә үҙ донъяң. Йәнен бирергә әҙер ирең, малайың үҫә. Һуңғы тапҡыр һеҙҙең яҡтарҙа булғанда шундайын яҡын, таныш ҡарашлы бер балаға осрап, ҡаттым да ҡалдым. Концерт барған залда мин ултырған рәттә ине ул. Мин хаталанманым, буғай. Ул һинең малайың ине. Шунда нисек үрһәләнгәнемде күрһәң. Халыҡта әйтәләр бит әле: «Һуйған да ҡаплаған» тип. Үҙеңә оҡшағап матур, илгиҙәк малайың үҫә. Ир бала әсәһенә оҡшаһа, бәхетле була, тиҙәр.
Беҙҙең бергә булыуға бөтөн йәмғиәт теше-тырнағы менән ҡаршы сыҡты. Йәмғиәт ҡанундары шулай шул: күңел иреклегенә, ихтыярға кәртә булыр ҡағиҙәләр. Үтә лә сәйәсәткә бирелеп китә был, тип уйламаһаң, әйтәйем инде, элекке бөйөк илебеҙҙең яһалма шарттары, халыҡтар дуҫлығы сәскә атҡан ғаилә ойоштороп, кешеләрҙе ирекһеҙләп йәшәткәйне. Хәҙер барыһы ла емерелде.
Мин һәр хәлдә лә күңел азатлығы яҡлы. Нисек кенә булмаһын, һин миңә элеккесә ҡәҙерлеһең, аралар алыҫ булһа ла, элеккегә ҡарағанда ла яҡыныраҡһың.
Һин дә, үҙеңә күпме генә бының киреһен иҫбатларға тырышма, мин уйлағандарҙы уйлайһың. Шуны күңелем һиҙә. Бары күңелеңдә мин үлгән көн генә, һүнер мәл генә булмаһын. Сөнки артабан йәшәүемдең мәғәнәһе лә шул мәл менән бергә юҡҡа сығасаҡ.
Һиңә мин хатты көн дә яҙам. Яҙам да көндәлегемә теркәй барам. Үҙеңә
ебәрер инем дә, мәғәнәһе юҡ. Йәштәр журналы ойошторолоуын ишеткәс тә, ни булһа ла булыр, тип береһен шунда ебәрҙем. Бәлки, уҡып танырһың, исемемде лә үҙгәртәм. Иҫән-һаумын. Әлеге ваҡытта тыуған ауылымда йәшәйем.
Донъя ауырлығына зарланма. Борон-борондан шулай булған: донъя бер тарала ла йыйыла. Бәхетле бул. Ә бит ҡасандыр икебеҙ бәхетле инек, эйеме?
Әнүәр.
1994 йыл.
Читайте нас: