"Ир менән ҡатын араһындағы йәш айырмаһы ниндәй булырға тейеш? - тип яҙған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина инстаграмда. - Кем өлкән булырға тейеш, кем кесе? Нисә йәшкә? Мин иремдән туғыҙ йәшкә самаһы өлкән. Миңә йыш ҡына, үҙеңдән олораҡ кешегә кейәүгә сығырға кәрәк ине, ул йәш ҡатын тапһа, һине ташлап китәсәк, һинең менән бергә ул иртә ҡартаясаҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Уйлап ҡараһаң, йәш айырмаһы булмаған парҙар ҙа, хатта тиңдәштәр ҙә, йәштән дуҫлашып йөрөгәндәр ҙә айырылыша. Беҙҙе йәш айырмаһы борсомай, ғаиләбеҙ татыу, балаларыбыҙ ғәжәп һәләтле. Бына-бына ул йәш кешене табыр ҙа китеп барыр тигән уй башҡа ла инмәй. Мин ят шөбһәләрҙе үҙемә ҡабул итмәйем, сөнки үҙемә ышанам, күңелле уйҙар менән йәшәйем. Һеҙҙең дә һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булыуығыҙҙы теләйем. Ҡурҡып, иҫке ҡараштар менән йәшәмәгеҙ, сөнки ул артҡа һөйрәй. Нимәлер оҡшамаһа, үҙгәртегеҙ! Үҙегеҙҙән башлағыҙ, һеҙҙең менән тирә-яҡтағылар ҙа, тормош та үҙгәрәсәк. Тормоштан йәм табып йәшәгеҙ! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һеҙҙең арала ла йәш айырмаһы шаҡтай булғандар бармы?"