Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
10 Июнь 2021, 20:00

Йырламаған Юнир Һағынбаев нисек йырсы булып киткән?

Камил Вәлиев тыңлап ҡарағас, тауышың үҙгәрә, йырларға ярамай, тип ҡурай бүлегенә күсерҙеләр.

"Әсәй, мине таңда уят әле". Ошо йыр менән "Гәлсәр һандуғас" конкурсы аша халыҡҡа танылған Юнир Һағынбаев мәктәптә уҡыған йылдарында бөтөнләй йырламаған.
– Туғыҙынсы кластан һуң Сибай сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға килдем, – ти хәтерләй ул саҡтарҙы йырсы. – Уҡытыусыбыҙ Джон Мусин мине тыңлап ҡараны ла, ҡустым, тауышың ҡайһылай матур, әйҙә һине үҙемә алам, тине. Риза булдым, әммә тиҙҙән ул Татарстанға киткәс, уҡытыусыһыҙ ҡалдым. Камил Вәлиев тыңлап ҡарағас, тауышың үҙгәрә, йырларға ярамай, тип ҡурай бүлегенә күсерҙеләр. Өлкән курстарҙа үҙемдән-үҙем тағы йырлай башланым. Мин бит данлыҡлы Буранбай ауылынан, беҙҙә моңланмаған кеше юҡ.
Ысынлап та, бөгөн башҡорт йыр сәнғәтендә Буранбайҙан сыҡҡан тиҫтәләгән профессиональ йырсы бар.
Читайте нас: