Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
17 Июнь 2021, 23:10

Мөнир кейәүгә - 72, кәләшкә 33 йәш

Бәғзе берәүҙәр кейәү менән кәләштең йәш айырмаһы ҙур тип бара! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Октябрьский ҡалаһында туй гөрләне. Мөнир Хәнәфиев менән Эльвира Басирова өсөн был никах тәүгеһе. Мөнир Абдулхәмит улы Ҡазан музыка училищеһын тамамлаған, «Синтез» төркөмө менән бөтә Советтар Союзын урап сыҡҡан. Хәҙер бер концерт та уның сығышынан башҡа үтмәй.

Эльвира Басирова 2016 йылдың октябренән инвалидтар йортонда йәшәй башлаған. Был ваҡытта ул 28 йәштә булған. Йәш ҡатындың сире тураһында белгәс (Эльвираның аяҡтары менән проблема), интернатта яңы һөнәр үҙләштергән Мөнир уға уңайлы ортопедик аяҡ кейеме теккән, хатта уны орнамент менән биҙәгән.

Улар уртаҡ тел тапҡан, һуңынан өйләнешергә хәл иткән. Хәҙер уларға айырым бүлмә биргәндәр. Йорт-интернатта әйтеүҙәренсә, улар быйыл өйләнешкән тәүге пар. Бәғзе берәүҙәр кейәү менән кәләштең йәш айырмаһы ҙур, тип бара! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: