Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
21 Июнь 2021, 10:20

Кешеләр асыҡты. Күп үлделәр.

1944 йылмы, 1945 йылмы Американан паек килгән тип ауылда кухня астылар. Әсәйем кәзә һөтөнә һыу һалып, ат ҡолағының орлоғон ҡушып ашарға бешерә ине, силсәүиттә секретарь булып эшләгән Ғәйшә апай килеп инде лә: «Икмәк еҫе сыҡҡан, ашарығыҙға бар икән», – тип, беҙҙе америка кухняһына яҡын да ебәрмәнеләр. Шул кухняны ойошторған ҡатын Анна Аркадьевна улы Виктор менән беҙҙә квартирҙа торҙолар. Ай-ай ярым тирәһе ашаттылар ауыл балаларын. Шул Виктор тигән малай бер тапҡыр ғына миңә кеҫәһенән сығарып прәник биргәйне. Шулай булғас, һәйбәт ашатҡандарҙыр инде.

Хәтер – мәңгелек
Һуғыш балалары һөйләй
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
«Атайымдың әсәһе, Маһибәҙәр ҡартинәйем менән ураҙа айында, йәйге эҫе көндә Хөсәйенбәк кәшәнәһенә барып атайымдың иҫән-һау ҡайтыуы өсөн доғалар уҡыуы ла, минең әсәйемдең атайыма яҙған хаттарына ҡулымды төшөрөп, ул пуляларҙан һаҡлар, тип теләүем дә, атайымдың үҙенең Аллаға ышаныуы ла уны үлемдән һаҡлап ҡалғандыр... Һуғыштан иҫән-һау ҡайтты»
Факия Хәмәтрәхим ҡыҙы САФАРОВА (әле ШӘРИПОВА).
1937 йылдың 8 мартында
Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 4 йәштә була.
Иң өлкән ағайым Харис һуғышҡа тиклем Ленинградҡа киткәйне. Шакирйән Йомағолов тигән ағай унан алда шунда эшләй ине.
Ялға ҡайтҡанда: «Әйҙә, унда һәйбәт», – тип ағайымды ла 1940 йылда эйәртеп алып китте. Унда заводта эшләгән. Шунан һуғышҡа алына. Яраланып, госпиталдә ятҡандан һуң ағайымды Ленинградта интендант итеп ҡуялар.
Харис ағай гармунда уйнай, йырлай ине. Мин етенсе бала булып тыуғанмын. Быға тиклем бөтәһе лә ир бала булғас, миңә шатланғандар. Бигерәк тә Харис ағайым. Атайымдың әсәһе Маһибәҙәр ҡартинәйем минең хаҡта «ҡап-ҡара ғына бер ҡыҙ» тигән икән, Харис ағайым: «Мин уны кершән яғып булһа ла ағартып алам», – тигән.
Ағайым һуғышҡа китер алдынан Шишмә районынан килгән яҡташтарға барып йөрөгән. Уларҙың асыҡҡанын күреп, үҙенә тигән икмәкте биреп китә торған булған. Был хаҡта Ленинград блокадаһында булып, тыуған яҡҡа ҡайтып, әле йәшәп ятҡан кешеләр ҙә иҫләп һөйләй.
Ағайым үҙе теләп һуғышҡа китә. Разведротаға эләгә. Яралана. Госпиталдә ята. Тағы һуғышҡа китә. Разведка ваҡытында мина шартлап, аяғы яралана, бер ҡулы өҙөлә... Тағы госпиталгә эләгә. Шул ваҡытта госпиталь немецтарҙың ҡамауына ҡала. Бер көндө шунда ятҡан яралыларҙы машинаға тейәп алып китәләр. «Бер ҡулым бар бит, эшкә алып китәләрҙер, счетовод булып булһа ла ултырырмын», – тигән ағайым Ғилметдин ағайға. Ул да беҙең ауылдыҡы була. Ул ағай, ҡайтҡас, беҙгә һөйләне. Яралыларҙың бөтәһенән дә ҡотолор өсөн күмергә алып киткән булғандар. Барыһы ла шундағы Саблино тигән ерҙәге ҡәберлектә күмелгән.
...Иртәгеһенә боҙ юлын асалар...
...1943 йылда беҙҙең ауылға совет хәрби әсирҙәрен килтерҙеләр. Беҙгә биш кешене кереттеләр. Араларында Ленинградтан килгән Саша исемле ағай ҙа бар ине. Ул стеналағы фотоларҙы ҡарап торҙо ла Харис ағайымды күргәс: «Борис!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шунан: «Играй, гармонь!» – тип, билендәге ҡайышына тотоноп, бейеү хәрәкәтен яһаны. Ул ағайымды белгән кеше булып сыҡты. Урыҫтар уны Харис урынына Борис тип йөрөткән, күрәһең.
Ул хәрбиҙәр өс ай йәшәне. Декабрҙә килгәйнеләр, мартта киттеләр. Урман ҡырҡтылар.
Атайым шофер ине. Тәүҙә һуғышҡа ебәрмәй торҙолар. Күрше ауылдарҙан фронтҡа китә торған кешеләрҙе военкоматҡа ташып йөрөнө. Үҙе 1942 йылдың февралендә китте. Атайым һәр бер хатында әсәйемә балаларҙы һаҡларға ҡушып яҙа ине. Һуғыштан ебәрелгән хаттарҙы тикшергәндәр, тышында «просмотрено» тигән мисәт була ине. Ярамағанды яҙып ҡуймаһындар, тигәндәрҙер, күрәһең. Шулай ҙа атайым самолеттарҙы ҡарға менән, пуляларҙы ямғыр менән сағыштырып яҙып ебәргәйне. Уны әсәйемдәр, өләсәйемдәр аңланы инде. «Күктә бер туҡтауһыҙ ҡара ҡарғалар оса, күҙ асырға ла ирек бирмәй ямғырҙар яуа», – тип яҙғайны ул.
Атайым, балаларҙы һаҡла, тиһә лә, Фәнил туғанымды һаҡлай алманы әсәйем. Үҙе балалар баҡсаһында аш бешерә ине. Туғаным тәҙрәнән өрөп торған елдән һыуыҡ тейҙереп үлде.
...Әсәйем атайыма хат яҙа башлаһа, эргәһенә ултырып: «Минең ҡулымды ла төшөрөп ебәр, ул атайымды фашист пуляһынан һаҡлар», – тип әйтә инем.
...Йәйҙең бик эҫе көнөндә атайымдың әсәһе Маһибәҙәр ҡартинәйем мине алты-ете саҡрымдағы Хөсәйенбәк кәшәнәһенә алып китте. «Балам, икәү барайыҡ та атайыңдың һуғыштан иҫән-һау ҡайтыуын Алланан һорайыҡ», – тине. Ураҙа ваҡыты ине. Эҫе. Һыуһаттыра. Яланаяҡ ергә баҫырлыҡ та түгел. Урыны-урыны менән күрәнле ер.
Аҡ зыярат күле буйлап кәшәнәгә килеп еттек. «Бында ҡул йыуырға ярамай», – тип ҡартинәй мине күлгә яҡын ебәрмәне.
Кәшәнә эсендә шул тиклем рәхәт. Ҡәбер ташына урыны менән алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ҡартинәйем бик оҙаҡ ҡына доғалар уҡыны. Миңә лә теләктәр теләргә ҡушты. Теләнем, шул тиклем ныҡ теләнем. Ныҡ һыуһағанымды ла әйттем. Шул ваҡыт ҡәбер ташынан ҡырҙараҡ һыу аға башланы. Ҡартинәйем: «Ҡәбер өҫтөнән һыу эсергә ярамай ҙа инде, шулай ҙа эс инде, балам», – тине. Һыуһыным ҡанғансы эстем.
Шунан ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Әллә ҡартинәйемдең ураҙа айында Хөсәйенбәккә зыярат ҡылыуы, әллә әсәйемдең атайыма яҙған хаттарына минең ҡулымдың һүрәте ярҙам иттеме – атайым һуғыштан иҫән ҡайтты. Кенингсбергҡа тиклем барып етеп, ҡаланы емереклектәрҙән азат итеп 1946 йылдың февралендә генә ҡайтып төштө. Тик ҡартинәйем генә улын күрә алмайынса донъя ҡуйҙы. Ул 1945 йылдың йәйендә үлде. Атайым һуғыш бөткәс тә ҡайтһа, әсәһен иҫән сағында күреп ҡала ине. Бәлки ҡартинәйем улының иҫән-һау ҡайтыуын күреп, шатланып, тағы ла йәшәр ине...
Әсәй колхозда эшкә йөрөнө. Урман арты тигән ерҙә ҙур баҫыу бар ине. Бер барып ҡайтҡансы бер сабата туҙа. Нисек кенә ауыр заманда ла кешеләр бер-береһенә ярҙамсыл булды. Минең аяҡтағы сабатаның туҙғанын күрҙе лә Фәтҡулла ағай үҙенең аяғындағы сабатаһын сисеп миңә бирҙе.
Хәниф менән Фәтих ағайҙарым йүкә ағасы алып ҡайтып, сабата яһарға өйрәнергә йөрөй. Әсәй эштән яланғас ҡайтып керә, аяҡтары ҡаҙ тәпәйенке кеүек ҡып-ҡыҙыл. Сиғандар әйбер һатып йөрөй ине. Шуларҙан бәрәңгегә алмаштырып, ҡуныслы ботинка алды. Эштән арып ҡайта ла, аяғын да сисеп тормай, ултырған еренән ятып йоҡлап китә. Беҙ Фаил туғаным менән шнурын систерәбеҙ.
Заем түләргә кәрәк. Аҡса юҡ. Бер һыйырыбыҙ бар ине, боҙға тайып йығылып имгәнде лә һуйырға тура килде. Кәзәләр ҡалды. Шуның мамығынан бәйләнгән шәлен ябынып, әсәй силсәүиткә барған. «Аҡса юҡ бит, нимә эшләйем?» – тигән әсәйем. «Ана, башыңдағы шәлеңде һат та түлә», – тигән уға силсәүит. Шулай өҫтәге һуңғы кейемде лә алдылар. Икешәр йөн ойоҡбаш, икешәр өс бармаҡлы бейәләй, туҡмас һымаҡ ҡына итеп турап киптерелгән бәрәңге тапшыра инек.
Беҙ бәрәңге сәсә инек. Сабата ҡалыбындай ҙур булып үҫә ине. Ҡыш буйы шуны ашайбыҙ. Яҙ ерҙә ҡалған бәрәңгене эҙләп баҡсаны яңынан ҡаҙып сығабыҙ.
Кешеләр асыҡты. Күп үлделәр. Хәйретдин бабайҙың бер көн эсендә дүрт балаһын, үҙен дә алып китте ағыулы башаҡ. Ҡатыны алдан үлгәйне. Үлһәләр, күмергә лә кешеләр йүнләп юҡ ине. Шунда халыҡ председатель Түрйән Мохҡолов бабайҙың ҡатыны Ғәмбәр инәйгә арнап таҡмаҡ сығарғандар.
Әлләрәли Ғәмбәр әбей,
Үлгәс, күмерҙәр әле.
Ҡәбереңдән тартып алып,
Эшкә егерҙәр әле.
Таҡмаҡтарҙың тағы ла шундайҙары бар ине:
Гитлер бабай ситән үрә,
Үрә, үрә, үрә алмай.
Иртән үрә, кисен үрә,
Бер ҙә игелек күрә алмай.
Хәниф ағайым сирләшкә генә булды. Шуға бөтә эш Фәтих ағайға төштө. Балтырған, йыуа, ҡуҙғалаҡ, һарына, еләк-емеште ул йыйҙы.
1944 йыл ныҡ ауыр булды. Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында йәшәгән Ғилмиһан инәйем беҙгә «пил» тигән бер нәмә килтерҙе. Үҙенән икмәк еҫе лә килгән һымаҡ. Быяла валсығы ла бар. Ғилмиһан инәйемдең Баһауетдин тигән улы һуғыштан ауырып, иртәрәк ҡайтҡайны. Белоруссия һаҙлығында һалҡын тейҙергән. Ул мелькомбинатта эшләгән. Шул беҙгә ике тоҡ «пил» биреп ебәргән. Үҙе еңел генә. Телгә нәмәлер ҡаҙала. Ваҡ-төйәк үтеп китте, ә береһе телгә ҡаҙалды. Ул «пил» тигән нәмә тирмәндән осҡан, торбаһына йәбешеп ҡалған туҙан (пыль) булған икән.
Бер ваҡыт өйҙә тоҙ ҙа, ашарға ризыҡ та бөттө. 1944 йылдың март айы. Әсәйем, әйберҙәрҙе Бүздәк районында алмаштырырға була, тип ишетеп, суйын ҡаҙан, суйын сүлмәк, Фаилдың, минең дә өҫ кейемемде, аҡ ҡаракүл яғалы пәлтәмде алып китте. Беҙ атайымдың бер туған һеңлеһе Бәҙәр апай менән тороп ҡалдыҡ. Бер ус тирәһе генә арыш оно ҡалғайны. Апайым шуны ҡайнаған һыуға һалып бутап бешерҙе. Шуны ашайбыҙ ҙа әсәйҙе көтәбеҙ. Көн болотло. Әсәйем Ҡортҡаҡул, Ялтырҡул, Килем ауылы яҡтарына барып, тоҙ, 1,5 биҙрә бәрәңге, 1 биҙрә он алып ҡайтты.
1944 йылмы, 1945 йылмы Американан паек килгән тип ауылда кухня астылар. Әсәйем кәзә һөтөнә һыу һалып, ат ҡолағының орлоғон ҡушып ашарға бешерә ине, силсәүиттә секретарь булып эшләгән Ғәйшә апай килеп инде лә: «Икмәк еҫе сыҡҡан, ашарығыҙға бар икән», – тип, беҙҙе америка кухняһына яҡын да ебәрмәнеләр. Шул кухняны ойошторған ҡатын Анна Аркадьевна улы Виктор менән беҙҙә квартирҙа торҙолар. Ай-ай ярым тирәһе ашаттылар ауыл балаларын. Шул Виктор тигән малай бер тапҡыр ғына миңә кеҫәһенән сығарып прәник биргәйне. Шулай булғас, һәйбәт ашатҡандарҙыр инде.
Атайым һуғышҡа тиклем шофер булып эшләгәс: «Хәмәтрәхим машина менән иген ташып ергә күмеп ҡалдырған икән», – тип хәбәр таратҡандар.
1943 йыл беҙгә тағы ла кешеләр килтерҙеләр. Улары төрмәләрҙән сыҡҡан кешеләр ине. Һуғышҡа ебәрер алдынан хәрби әҙерлеккә өйрәтергә килтергәндәр. Араларында Хәйрүш тигән ағай, Ғәйнанша менән Мәрҙәнша тигән ике игеҙәк булғанмы, әллә ағалы-энелеме, тағы Николай тигән кеше бар ине. Шул Николайҙың янына ҡатыны менән балдыҙы килде. Улар ҡайтып киткәс, әсәйем шкафты асып ҡараһа, бик күп әйберҙәрҙең юҡ икәнен күргән. Әсәйем, аптырап, Хәйрүш ағайға әйткән икән, был: «Мин хәҙер уларҙың артынан ҡыуып етәм», – тип йүгереп сығып китте лә, барып, әйберҙәрҙе алып та ҡайтты. Шунда минең ап-аҡ тауарға зәңгәр биҙәктәр төшкән күлдәклек материалым бар ине. Мин уны, әсәйем ҡасан тегеп бирер икән, тип еҫкәп-еҫкәп һалып ҡуя инем.
...Өсөнсө тапҡыр беҙгә тағы һалдаттарҙы килтерҙеләр. Уларҙы ҡамауҙа ҡалған ерҙән алып килгәндәр, тип әйттеләр. Командирҙары – Михаил Иванович тигән бер аяғы юҡ майор ине.
Уларға тиклем төрмәнән сыҡҡан кешеләрҙе ағас мылтыҡ менән уйнарға өйрәттеләр ҙә һуғышҡа ебәрҙеләр. Шул хаҡта белгәс, Михаил Иванович, уларҙы Сталинград янындағы һуғышҡа ебәреүҙәрен әйтте лә: «Они – пушечное мясо», – тип өҫтәне.
Әсәй уларға бирелгән иттән аш бешерә. Бер көндө беҙҙең өсөн әрселмәгән картуф менән арыш ыумасынан бешерелгән ашты күргән дә Михаил Иванович әсәйемә: «Хозяйка, давайте бросьте так делать, кормите ребят из одного же котла», – тигән.
Әсәйгә трудоденгә 400 грамм һоло бирәләр. Уны ҡаҙанға һалып ҡайната. Һыуы кеҫәл кеүек була. Һолоһон һөҙөп ала ла мейес төбөнә һалып киптерә. Аҙаҡ беҙгә шуны килегә һалып төйөргә ҡуша. Ҡабыҡтары ҡойолоп төшә. Килегә буй етмәй әле, аяҡ аҫтына берәй нәмә һалып баҫам. Тарыны ла шулай итәбеҙ. Кәзә һуйһаҡ, шуның эс майҙарын алып киптереп һыҙлыҡ һыҙҙыра инек. Әсәй шуларҙы ҡушып һоло ононан да, тарынан да күмәс бешерә. Был беҙҙең өсөн бик ҙур байрам ашы була ине.
...Атайым шофер булғас, һуғышта ла яралылар, боеприпастар ташып йөрөй. Ул Сталинград һуғышынан башлап китә. Атайымды мосолман һалдаттары араһында политзанятие үткәрергә ҡушҡандар. Атайым улар араһында иң белемле кеше булған. Дүрт класс уҡыған, шофер һөнәре алған, ферма мөдире булып эшләгән. Дурас ауылында ветфельдшерҙар курсын да бөтөргән. Ул колхозда эшләгәндә лә акттарҙы төҙөй ҙә миңә, күсереп яҙ әле, ҡыҙым, тип бирә ине ҡағыҙҙарын. Төрлө документтар менән дә, счет менән дә эшләй белде. Атайым үзбәк, ҡаҙаҡ һалдаттарына партияға инергә уставтарҙы өйрәткән. Улар һуғышҡа партияға инеп, керергә тейеш булған. «Һин үҙең ниңә партияға инмәйһең, Сафаров?» – тип һораған Петров тигән политрук атайҙан. «Мин Аллаға ышанам», – тигән атай.
...Бәлки уның шулай Аллаға ышаныуы, беҙҙең ҡартинәй менән Хөсәйенбәк кәшәнәһенә барып доғалар уҡыуыбыҙ, минең хатҡа ҡулымды төшөрөп ебәреүем дә уны үлемдән һаҡлап алып ҡалғандыр...
Атайым һуғышҡа Ҡотлосафаров булып киткәйне, һуғыштан Сафаров булып ҡайтты. Фамилияһын әйтергә еңел булһын, тип ҡыҫҡартҡандармы, әллә уның Аллаға ышанам тип әйтеүен оҡшатмағандармы – атайымдың утлы яу юлдарын шофер булып үткән кешеләрҙең Герой исеменә лайыҡ булырға тейешлеген әйтәләр ине. Ул Сталинградтан алып Кенингсбергҡа тиклем барып еткән...
...Һуғыш бөткәнде ҡысҡырып әйтеп йөрөнөләр.
...1945 йылда беренсе тапҡыр һабантуй үткәрергә булдылар. Райондан әсәйемдәргә әҙерләнеп килергә ҡушҡандар. Мине алманылар. Бәләкәйһең, ҡал, тинеләр. Ә минең ныҡ барғым килә. Тик кейеп барырға күлдәгем юҡ.
Беҙҙең мәктәптең бәләкәй өйө бар ине. Шунда Өфөнән һаңғырау, телһеҙ балаларҙы килтергәйнеләр. Директоры Валя апайҙың минең һымаҡ Тамара исемле ҡыҙы бар ине. Уның күлдәген һорап алып торҙом да киттем йәйәүләп. Әсәйемдәр шатланып йөрөйҙөр инде, тиһәм, ат янында илап торалар. Әсәйемдең бер туған апаһы Гөлйыһандың улы Исмәғилдең үлеүе тураһында Ябалаҡлы ауылынан «ҡара ҡағыҙ» тотторалар. Уның ата-әсәһен, бер ғәйепһеҙгә Себергә һөрәләр. Ибраһим ағайҙы бер туғандары алып ҡала. Дәүләкән педучилищеһын бөтөрә. Харбин, Хабаровск яҡтарына япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Аҙаҡ Берлинға удар фронт барғас, Көнбайышҡа оҙаталар. Шунда Шишмә аша үткәндә, апайымды күреп ҡалайым әле, тип бер нисә сәғәткә беҙгә килеп китә. Әсәйемдең йыйып ҡуйған бер бешерерлек кенә тары ярмаһы була, шуны бешереп ашатып ебәрә. 9 майҙа «Беҙ еңдек!» тип яҙған хаты бер нисә көн элек килгән була. Шул саҡта Берлиндың үҙендә арттан атып үлтергәндәр... Һабантуй ҡайғыһы китте.
Бына шулай, һуғыштан һуңғы тәүге һабантуй ҙа беҙҙең өсөн шатлыҡ урынына күҙ йәштәренә әйләнде...
Атайыма, ағайыма арнап мин шиғыр ҙа яҙҙым:
Нисә йылдар үтте инде хәҙер.
Азат булды илем фашистан.
Күпме шиғыр, роман, йыр яҙылды
Яуыз дошмандарҙы фаш иткән.
Ләкин һаман ниҙер әйтелмәгән,
Ниҙер үртәй һаман йөрәкте.
Атай, ағайыбыҙ янда юҡҡа
Һағыш өйкәй, өҙә үҙәкте.
Аңламаным: ниңә әсәйемдең
Күҙ йәш аша атты ҡыуыуын.
Атай яуға киткәс, ағайҙарҙың
Танау тартып илап ҡалыуын.
Хәтеремдә мәңге эҙ ҡалдырҙы
Яу ҡырынан яҙған хаттары.
Мин һаман да һағынам һеҙҙең менән
Бергә үткән бала саҡтарҙы.
Читайте нас: