Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
9 Сентябрь 2021, 19:55

Их, теге ваҡыт ниңә генә аңлашманыҡ икән?

Шулай ҙа онота алманы Юлиәне Сораман. Юлында байтаҡ ҡыҙҙар осраны, ни эшләптер күңелдәре берегә алманы. Бына хәҙер утыҙ бишкә лә етте. Теге ваҡыттағы хәлде хәтеренә төшөрә лә үкенеп, уфтанып ҡуя ул. Ниңә генә хаттарын уҡыманым, бәлки, аңлашыр инек, тип уйлай. Аҙаҡ Юлиәнең әхирәттәренән һөйгәненең теге һуғыш суҡмары менән бер ниндәй бәйләнештә булмауын ишетте...

Их, теге ваҡыт ниңә генә аңлашманыҡ икән?
Их, теге ваҡыт ниңә генә аңлашманыҡ икән?

- Әсәй, солан иҙәнендә ниндәй ҡан ул?

Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайҡан Сорамандың һаулыҡ ҡушыр-ҡушмаҫтан тәүге һүҙе шул булды. - Әллә танауың ҡананымы?

- Юҡсы! Атаҡ, ниндәй ҡан икән? - Әсәһе Көмөшбикә апай соланға сыҡты ла унан һөйләнә-һөйләнә кире килеп инде.

- Кисә Юлиә килен иренән ҡасып йүгереп килеп ингәйне бит. Бахыр, теге хайуаны шау ҡанға батырып туҡмаған. Кит, ул әҙәмдең йәне юҡтыр. Шул ҡурсаҡ кеүек кенә ҡыҙға нисек ҡулы баралыр? Үлтереп ҡуйһа. Уның йоҙроғо ниндәй бит әле. Эсеп алдыниһә, ҡатынын туҡмай башлай. Харап көслө ир ,имеш, берәү. Һаман һала башлаған өйөн ослап ҡуя алмай. Ул килен шул тиклем буй-һыны менән ни эшләп шуның менән һаман торалыр. Бахыр, балаһы ла атаһынан ҡото осоп бөткән. Әҙәм балаһы был донъяға кемдәндер туҡмалып йәшәр өсөн түгел, бәхетле булыр өсөн тыуа. Кисә, айырыл да ҡуй, ҡалаға сығып кит, аяҡ-ҡулың бар, теләгән ерҙә эш табырһың, тинем әле.

- Әсәй, мине һорашамы һуң?

- Юҡ.

...Юлиә - Сорамандың тәүге мөхәббәте. Мәктәп йылдарынан, башланғыс кластан уҡ дуҫлашып йөрөнөләр. Мөхәббәт сәс толомон тартыуҙан башлана тиһәң, был бала саҡ шуҡлығы ғына тиҙәр ине. Тик бына уларҙың дуҫлығы көсәйгәндән-көсәйҙе һәм күптәрҙе һоҡландырған мөхәббәткә әүерелде. Уйындарҙа, төрлө сараларҙа улар гел бергә булды. Юлиә уны көтөргә вәғәҙә биреп, армияға оҙатты. Араларҙы оҙон-оҙон яҙылған мөхәббәт хаттары яҡынайтты. Әммә хеҙмәт ваҡытын тултырып, тыуған яғына, һөйгәнен күрергә ашҡынып ҡайтҡан Сорамандың татлы хыялдарын тәүге көндә үк клубтағы күренеш селпәрәмә килтерҙе.

Ул көндө Сораман клубҡа килеп ингәндә йәштәр саң туҙҙырып бейей ине. Егет ҡараштары менән һөйгәнен эҙләне һәм артҡы рәттә уны күрҙе. Бәй, янында берәү ултыра түгелме? Шулай шул! Сораман туҡтап ҡалды. Ауылда үҙең иң шәп егет һанаған һуғыш суҡмары Миҙхәт ҡулын Юлиәнең яурынына һалған да рәхәтләнеп нимәлер һөйләй. Ә һөйгәне ауыҙ асып уны тыңлай. Артабан был күренештең даумаын ҡарай алманы Сораман. Ул быларҙың береһен дә күрмәҫ өсөн клубтан сығып йылға буйына барҙы. Унда оҙаҡ ҡына ултырҙы. “Тимәк, мине Юлиә алдап йөрөгән, ике йыл буйы алдап хат яҙған. Хәшәрәт! Мине кемгә алмаштырған бит әле. Йүнле әҙәм булһа, бер хәл. Мәктәптә уҡығанда башы “икеле”нән сыҡмаған кешегә. 

Сораман ауылда бер нисә көн булды ла Өфөгә китте. Теләге юғары уҡыу йортона инеү ине. Университетҡа уҡырға ингәс, ул Юлиәнән бер нисә тапҡыр хат алды. Баҡһаң, ҡыҙ уның адресын әсәһенән алған икән. Әммә ул хаттарҙы уҡып та тормай ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡыслап, сүп кәрзиненә ташланы. Артабан хаттар килеүҙән туҡтаны. Бер ҡайтҡанында Сораман әсәһенән Юлиәнең теге Миҙхәткә кейәүгә сығыуын ишетте.

Шулай ҙа онота алманы Юлиәне Сораман. Юлында байтаҡ ҡыҙҙар осраны, ни эшләптер күңелдәре берегә алманы. Бына хәҙер утыҙ бишкә лә етте. Теге ваҡыттағы хәлде хәтеренә төшөрә лә үкенеп, уфтанып ҡуя ул. Ниңә генә хаттарын уҡыманым, бәлки, аңлашыр инек, тип уйлай. Аҙаҡ Юлиәнең әхирәттәренән һөйгәненең теге һуғыш суҡмары менән бер ниндәй бәйләнештә булмауын ишетте.

Сораман ауылға ҡайтҡан әсәһенән Юлиәнең тормошо хаҡында ишетеп, белеп торҙо. Үс иткәндәй, өйҙәрен уларҙан бер өй аша ғына һалып ҡуйҙылар. Ҡасандыр ауылда “шуның кәрәген бирҙем”, “быны төйҙөм әле”, тип йөрөгән әҙәмдең кешесә донъя көтөү, өй-тирәһен ҡарау, бала тәрбиәләү уйында ла юҡ. Бөтә донъя йөгө Юлиә елкәһенә һалынған. Ауылдағы башланғыс мәктәп ябылғанлыҡтан, ҡатын магазинға һатыусы булып эшкә ингән.

Иртәгәһенә Сораман тәҙрәнән ҡыҙын етәкләп китеп барған Юлиәне күреп ҡалды. Йөрәге һыҙҙы. Элекке һылыу ҡыҙ урынына ябығып бөткән, йонсоған ҡатын ине. “Их, теге ваҡыт ниңә генә аңлашманыҡ икән? Уның тамсы ла ғәйебе булмаған бит. Хаттарын асып уҡырға кәрәк булған. Был тиклем йүнһеҙ кешемен дә инде үҙем”, - тип үҙен битәрләне.

Көндәрҙең береһендә ауылдан әсәһе шылтыратты ла Юлиәнең ире үлеп ҡалыуы хаҡында хәбәр итте. Унан:

- Шул тиклем һәйбәт ҡыҙ бит Юлиә. Ауырып китһәм, аптеканан барып дарыу, магазиндан аҙыҡ-түлек алып килә. Бәхете генә булманы шул. Шундай киленең булһа ине ул, - тип әйтеүендә ниндәйҙер бер ишараны ла аңлағандай булды Сораман.

Ял көнө еткәс тә Сораман ниндәйҙер бер тулҡынланыу менән ауылға юлланды. Был юлы йәшлек мөхәббәте менән аңлашасаҡ, һөйләшәсәк... “Бынан һуң Юлиәне бер кемгә лә бирмәйёсәкмен”, - тип уйланы ул.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: